Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 710 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫБАР СЫСҠАН БОРОСО
ҙурлығындағы ҡош. □ Щурка (лат. Merops apiaster). Сыбарсай тауышы.
СЫБАР СЫСҠАН БОРОСО (Р.: вязиль разноцветный; И.: coronilla species; T.: alaca taçotu) и. бот.
Ваҡ асыҡ алһыу сәскәле, оҙонлоғо 30— 100 сантиметрға еткән күп йыллыҡ үлән.
□ Вязиль разноцветный (лат. Coronilla varia). Сыбар сысҡан боросо йыйыу. Сыбар сысҡан боросон халыҡ медицинаһында йөрәк ауырыуҙарын дауалауҙа ҡулланалар.
СЫБАР СӘСКӘ (Р: иван-да-марья; И.: blue cow wheat; T.: bitki çeşidi) и. бот.
Сәскәһе төрлө төҫтә булған (һары, кук йәки зәцгәр кук), оҙон һабаҡлы, оҙонса япраҡлы дарыу үләне. □ Иван-да-марья (лат. Melampyrum nemorosum). Сыбар сәскә йыйыу.
СЫБАР ТАБАН (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак. Сыбар табандар араһы.
СЫБАР ТАУЫҠ (тауығы) (Р: рябая курица; И.: speckled hen; T.: çilli tavuk) и.
Тауыҡ һымаҡтар отрядына ингән, суҡышы аҫтында алҡаһы, башында өлтөгө булған сыбар йорт ҡошо. □ Рябая курица. Сыбар тауыҡ йомортҡаһы. М «Шул сыбар тауыҡтарҙы йәлләп илап ебәргәс, йоҡомдан уяндым», — тип һуҙен осланы Әсмәбикә апай. Р. Низамов.
СЫБАР ТУҠРАН и. диал. ҡар. сыбар тумыртҡа I. Сыбар туҡран туҡылдауы.
СЫБАР ТУМЫРТҠА I (Р: белоспинный дятел; И.: woodpecker species; T: ak sırtlı ağaçkakan) и. зоол.
Тумыртҡалар ғаиләһенә ҡараған, оҙон үткер суҡышы менән ағасты соҡоп тапҡан ем менән туҡлана торған урман ҡошо.
□ Белоспинный дятел (лат. Dendrocopos leucotos). Ылыҫлы урмандағы сыбар тумыртҡа. ■ Сыбар тумыртҡаның кәуҙәһенең аҫҡы яғы аҡ, һырты ҡара таплы аҡ. Ҡа
наттары, ҡойроғо аҡ һыҙыҡлы ҡара төҫтә.
Э. Ишбирҙин.
СЫБАР ТУМЫРТҠА II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени тамьян.
СЫБАР ТУРҒАЙ и. диал. ҡар. сыбар килейек. Сыбар турғай ҡыуаҡта йәки ағас ботаҡтарында оялай.
СЫБАР ҺАЙЫҪҠАН (Р: кедровка; И.: Eurasian nutcracker; T: göknar kargası) и. зоол. диал. ҡар. баян ҡош.
Күгәрсендән бәләкәйерәк, парлашып йөрөүсе, түбәһе, елкәһе, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара, кәүҙәһенең ҡалған өлөшө аҡ төртөктәр менән сыбарланған ҡуңыр көрән ҡош. □ Кедровка, ореховка (лат. Nucifraga caryocatactes). Сыбар һайыҫҡан шыҡрыҡлауы. ■ Сыбар һайыҫҡан ылыҫлы ағастарҙың орлоғон таратып файҙа килтерә. Э. Ишбирҙин.
СЫБАР ҺЫЙЫР (Р: божья коровка; И.: ladybird; T: uğur böceği) и. диал. ҡар. ҡамҡа.
1. Ҡанат өҫтө ҡыҙыл йәки һары төҫтәге, ҡара төрткөлө ваҡ ҡына йомро ҡуңыҙ.
□ Божья коровка (лат. Coccinellidae). Eme нөктәле сыбар һыйыр.
2. миф. Мифлаштырылған бөжәк, ышаныуҙар буйынса, Алла һыйыры. □ Божья коровка (мифологизированное насекомое, являющееся, по представлениям башкир, живностью Аллаха ).
СЫБАТА (Р: цуг; И.: team; T.: birkaç atı arabaya arka arkaya koşma usulü) u.
Аттарҙы аллы-артлы ҡуйып егеү төрө.
□ Цуг. Сыбатаға егеу. ■ Өсөһө лә бер төҫлө кук атлы сыбата еккән, ҙур яғалы буре тунға төрөнгән, кемдәрҙер уҙып китеп, Ҡолморҙа старшинаның тапҡырына туҡтанылар. Т. Хәйбуллин. [Ҡотлоюл] ҡола ат менән һоро бейәне сыбата һалып, .. ҡупшылап егеп бирҙе. Ғ. Дәүләтшин.
710