Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 709 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫБАРСАЙ
4. Асыҡ булып күренмәү; ҡараңғыланыу, томанланыу. □ Темнеть, потемнеть, пестреть. // Потемнение. ■ Ҡолсобайҙың.. башы әйләнде, күҙ алды сыбарланды. Я. Хамматов. Күҙ алдында бөтә нәмә сыбарлана. Яр. Вәлиев. Күҙ алдарым сыбарланып, семәкәйләнеп китте. Н. Ҡәрипов.
СЫБАРЛАТЫУ (сыбарлат-) ҡ. йөкм. ҡар. сыбарлау, понуд. от сыбарлау. ■ Аҡ ҡағыҙҙы сыбарлаттым, хаттар яҙып иркәмә. Халыҡ йырынан.
СЫБАРЛАУ (сыбарла-) (Р.: пестрить;
И.: make gaudy; T: alacalamak) ҡ.
1. Сыбарға (1) әйләндереү, сыбар итеү.
□ Пестрить, делать пёстрым. Сыбарлап бөтөү. ■ Әле ҡасан ғына күкрәүле ямғырҙар йыуып үткән, сәскәләр сыбарлаған, бейек ҡуйы үлән араһында бөжәктәр ҡайнашҡан саф һауалы йәйге урманда рәхәтләнә инек. Д. Исламов. Алдағы паровоз, ҡуйы ҡара төтөнө менән һауаны сыбарлап, вагондарҙан ысҡынып, ҡайҙалыр юғалды. Б. Ишемғол. [Гаңсулпандың] өҫтөндә — ҡыҙыл шаҡмаҡтар сыбарлаған ҡалын джемпер, йоҡаҡ яулығын муйынына галстук һымаҡ итеп бәйләгән. Н. Мусин.
2. күсм. Бер иш булмаған, төрлө-төрлө нәмәләр менән ҡаплатыу. □ Пестреть чем, от чего. ■ Бөтә микрорайонды сыбарлаясаҡ Тулыбай баш врачҡа арналған листовкалар менән. Д. Бүләков.
3. күсм. Нимәнелер арҡыс-торҡос һыҙғылау, билдәләр менән ҡаплау, тултырыу.
□ Начиркать. Дәфтәрҙе сыбарлап яҙып бөтөрөү. ■ Шул арала Әхтәм бер нисә бит ҡағыҙҙы сыбарлап ташланы. В. Исхаҡов. Мәҡәләләре нисектер ҡоро сыҡты, бүлек мөдире уларҙы сыбарлап кире бирҙе. Р. Низамов. Сарышев өҫтәлдә ҡалдырған ыҡсым папкаһын әллә ниндәй хазина һаҡланған төҫлө ҡәҙерләп кенә асып, эсенән ваҡ ҡына һандар сыбарлаған ҡағыҙҙы ҡулына алды. Ш. Янбаев.
4. күсм. Төрлө сифаттағы нәмәләр менән аралаштырыу; сыбар итеү. □ Засорить. // Засорение. Тексты иҫкергән һүҙҙәр менән сыбарлау. ■ [Емеш:] Ә мин барыбер етлекмәгән
әҫәрҙәр менән матбуғат битен сыбарларға ярамай тип иҫәпләйем. 3. Биишева.
5. күсм. Һөйләмде, хәбәрҙе биҙәгән төрлө һүҙҙәр индереү. □ Изукрасить. Сыбарлап һөйләү. ■ [Ғилажи] ҡоро агитатор ғына түгел, бәлки [һөйләгән һүҙен], ярлы ғүмеренең тәжрибәләре, бай халыҡ мәҡәле, хикәйәләре менән сыбарлап, матурлап бирә ине. А. Таһиров.
СЫБАРЛЫҠ (сыбарлығы) (Р: пестрота;
И.: diversity of colours; T: alacalık) и.
Сыбар булыу хәле. □ Пестрота. Стиль сыбарлығы. ■ Ваҡиғалар сыбарлығы яғынан, законлыҡлы һәм осраҡлы күренештәрҙең бергә буталған булыуы йәһәтенән тормош — ифрат ҡатмарлы әйбер. К. Әхмәтйәнов. Тел айышынан, хат алаһы кешенең исем-шәрифенә, дәрәжәһенә ололау һүҙҙәренең сыбарлығынан [Һабрауҙың] башы ҡаңғырҙы. Ә. Хәкимов.
СЫБАР ЛӘЛӘ (Р: лилия пёстрая; И.: lily species; T: alaca renkli zambak) и. бот.
Ләлә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, сыбар ҡыңғырау сәскәле, шыма ҡыяҡ япраҡлы баҡса гөлө. □ Лилия пёстрая (лат. Lilium). Баҡсала сыбар ләлә үҫтереү. Сыбар ләлә еҫе. Сыбар ләлә орлоғо.
СЫБАР МОНАР КӨПШӘҺЕ (Р: болиголов крапчатый; И.: hemlock species; T: baldıran) и. бот.
Ваҡ сыбар сәскәле ике йыллыҡ ағыулы үлән. □ Болиголов крапчатый (лат. Conium maculatum). Сыбар монар көпшәһе йыйыу.
СЫБАР ӨЙРӘК (өйрәге) (Р: савка; И.: white-headed duck; T: ötleğen) и. диал.
Арҡаһы һәм ҡабырғалары ваҡ ҡына ҡара һипкелле, йыуан суҡышлы, һуна өйрәктән бәләкәйерәк ҡош. □ Савка (лат. Охуига leucocephala Scop). Сыбар өйрәк ҡанаты. Сыбар өйрәк һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәр менән туҡлана.
СЫБАРСАЙ (Р: щурка; И.: bee-eater; Т: arıkuşu) и. зоол.
Алэскъс турғайҙар ғаиләһенә ҡараған оҙон кәкре суҡышлы, осло ҡойроҡло, көрән һыртлы, йәшел ҡанат-ҡойроҡло, зәңгәр ҡорһаҡлы, тамағы һары сыйырсыҡ
709