Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 708 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫБАРҒАНАТ
Өйкөм-өйкөм булып еүеш урында (ку-берәк ҡарағайлыҡта) үҫкән бәшмәк. □ Ежовик пёстрый (лат. Sarcodon Imbri-catus). Сыбар бәшмәк төрө.
СЫБАРҒАНАТ (Р.: монашенка; И.: butterfly species; T.: rahibe kelebeği) и. зоол.
Ҡанаты, ҡорһағы сыбар ҡара һыҙатлы һәм таплы, ҡарышлауығы үҫемлектәрҙең ҡоротҡосо булған төнгө күбәләк. □ Монашенка (лат. Lymantria топасһа). Сыбарғанат ҡарышлауығы.
СЫБАР ЗӘҒФЕРӘН (Р.: шафран пёстрый; И.: sort of saffron; T.: safran çeşidi) и. бот.
Һуған төплө, ҡыяҡ япраҡлы, төрлө төҫтәге үлән. □ Шафран пёстрый. Сыбар зәғферән уҫтереу. Сыбар зәғферән йыйыу.
СЫБАР КИЛЕЙЕК (килейеге) (Р: ястребиная славка; И.: warbler species; T.: akgözlü ötleğen) и. зоол.
Кәүҙәһенең аҫ яғы арҡыры таптар менән сыбарланған аҡһыл һары турғай ҙурлыҡ ҡош. □ Ястребиная славка (лат. Sylvia nisoria Bechst). Сыбар килейек балаһы. ■ Сыбар килейек — ағас ботаҡтарында һәм ҡыуаҡтарҙа һикергеләп йөрөусе теремек ҡош. Э. Ишбирҙин.
СЫБАР КҮГӘҮЕН (Р: овод лошадиный; И.: gadfly species; T.: at sineği) и. диал. ҡар. бөгәләк 1, 2.
Йылҡының ҡорһаҡ аҫтына йомортҡа һалып, эсен ҡортлата торған себен. □ Овод лошадиный (лат. Gasterophilus intestinalis). Сыбар кугәуен йомортҡаһы.
СЫБАР КҮРӘН (Р: осока пузырчатая; И.: sort of sedge; T.: bitki çeşidi) и. бот.
Күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ ҡыяҡ үлән. □ Осока пузырчатая (лат. Carex vesicaria). Сыбар курән елгә елберләй.
СЫБАР ҠАҘ (Р: гуменник; И.: bean goose; T.: tarla kazı) и. зоол.
Ҡара көрән муйынлы, аҡ ҡорһаҡлы, ҡара суҡышлы йорт ҡаҙы ҙурлығындағы һыу ҡошо. □ Гуменник (лат. Anser fabalis Lath). Сыбар ҡаҙ урмандағы кулдәрҙә һәм йылғаларҙа йәшәй.
СЫБАР ҠАРЫН (Р: сычуг; И.: maw; abomasum; T.: şirden) и. диал. ҡар. таҙғарын.
Эре мал ҡарынының өҫкө ҡаты. □ Сычуг (верхний отдел желудка у крупного рогатого скота). Сыбар ҡарын йыуыу. Туйҙа сыбар ҡарын тыртышыу йолаһын уткәреу.
СЫБАРҠА ТӨШӨҮ (сыбарка төш-) (Р: покрываться веснушками; И.: freckle; speckle; T.: çilli olmak) ҡ. диал. ҡар. һипкелләнеү.
Тәндең ниндәйҙер өлөшөн һипкел баҫыу.
□ Покрываться веснушками. Биткә сыбарҡа төшөу.
СЫБАР ҠУРҘАЙ (Р: камышевка-барсучок; И.: sedge warbler; T.: kındıra kamışçını) и. зоол.
Үлән һәм ҡамыш араларында осоп йөрөүсе ерәнһыу сыбар бәләкәй генә ҡошсоҡ.
□ Камышевка-барсучок (лат. Acrocephalus schoenobaenus). Сыбар ҡурҙай йомортҡаһы. ■ Сыбар ҡурҙай башҡа ҡурҙайҙарҙан ҡара һыҙыҡлы тубәһе менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
СЫБАРЛАНЫУ (сыбарлан ) ҡ.
1. тош. ҡар. сыбарлау, страд, от сыбарлау. ■ Ҡар таптары менән сыбарланған дала башлана. И. Абдуллин. Ағастарҙың һарғылт таптар менән сыбарланған йәшел ботаҡтары ана нисек куҙҙең яуын алып йылтырай. Р. Байбулатов. Аҫта бормаланып аҡҡан зәңгәр йылғалар, бесән эҫкерттәре менән сыбарланған яландар, һарғайған иген баҫыуҙары ята. Р. Низамов.
2. Сыбарға (1) әйләнеү, сыбар булыу; сыбар төҫкә инеү. □ Становиться пёстрым, покрываться чем-л. ■ [Юл] ат, арба, кеше эҙҙәре менән сыбарланған, һыуҙар йыйылған. С. Агиш. Оҙаҡламай Ҡарасәй ауылының бөтә тирә-яғы нефть вышкалары менән сыбарланыр. Ә. Бикчәнтәев.
3. Еңелсә тулҡынланыу, һелкенеү (һыуға ҡарата). □ Волноваться; колыхаться. // Волнение, колыхание (поверхности воды; волнообразно). ■ Тымыҡ, хәрәкәтһеҙ ятҡан кул өҫтө тулҡынып, сыбарланып китте.
3. Биишева. Һыу өҫтө һары алтын тугелгән һымаҡ сыбарланып тора. Ж. Кейекбаев.
708