Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 707 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫБАР БӘШМӘК
ҡуңыр сәс аҫтынан алсаҡ ҡараған ҙур ҡуңыр куҙле егет ине ул [Ғәбделәхәт]. Й. Солтанов. Йәшел генә сана, сәңгәр дуға, килешә төшә сыбай ҙа ҡашҡаға. Халыҡ йырынан.
СЫБАЙ II и. диал. ҡар. сыбата. Аттарҙы сыбай егеу.
СЫБАЙ ҠАШҠА (Р.: лошадь с узкой белой проточиной; И.: a horse with a narrow white star; T.: beyaz lekeli at) и.
Һыҙылып ҡына төшкән оҙон ҡашҡа. □ Лошадь с узкой белой проточиной. ■ Сыбай ғына ҡашҡа ҡырас ялын тауҙан ғына өргән ел тарай. Халыҡ йырынан.
СЫБАЙЛАП (Р.: окаймляя; И.: hemming; T.: zıh çekerek) р.
Тар ғына буй һыҙат булып. □ Окаймляя. Сыбайлап куренгән. ■ Ян-яғын сыбайлап ҡаплап алған ҡарағай, ҡайын, имән һәм башҡа ағастар ҡуйы япраҡтар менән был юлға көн битен бирмәйҙәр. Т. Хәйбуллин.
СЫБАЛЫУ (сыбал-) ҡ. диал. ҡар. сыуалыу. ■ Бына уның [Гузәлдең] тирәһендә тағы ла бер егет сыбала башланы. И. Ғиззәтуллин. Һәр ваҡыт капитан Гильба эргәһендә сыбала. А. Таһиров. Уның [Емештең] башында ла бөгөн тынғыһыҙ уйҙар сыбала ине.
3. Биишева. Ваҡыты шундай бит, төрлө кешеләр сыбалып йөрөй. Ә. Бикчәнтәев. Разияның хыялдары сыбалды. Н. Ҡәрипов.
СЫБАР (Р.: пёстрый; И.: motley; T: alaca, rengarenk) с.
1. Бер төҫтәге ерлеккә икенсе төҫ төшкән, ваҡ-ваҡ таплы. □ Пёстрый, разноцветный. Сыбар һыйыр. ■ Ринат ишекте асып ебәргәйне, башына сыбар башлыҡ кейгән Фәнис, йоҡараҡ яңаҡтарын йыйырғылап, йылмайып тора. Р. Байбулатов. Әлихан һәр саҡтағыса бөхтә кейенгән: килешеп торған европаса ыҡсым костюм, сыбар галстук, ап-аҡ кулдәктә, манжеттары ең осонан матур булып сығып тора. Р. Байымов. Көҙгө имән япрағы һымаҡ һарғылт сыбар эт яҫы ҡойроғон уңға-һулға һелтәй-һелтәй килеп тә етте. 3. Биишева. Малайҙар сығып киткәс, Нәғимә инәй, һандыҡтан алып, оҙон сыбар кулдәген, йәшел бәрхәт камзулын кейҙе, яңы ҡушъяулығын бәйләне. Н. Мусин. Таһирҙың куҙ алдында Гөлсөмдөң яурынына шыуып
төшкән сыбар шәлъяулығы ғына тороп ҡалды. М. Садиҡова. Сыбар ҙа ғына ҡанат аҡ ҡарсыға осамы икән куктә ҡош куреп. Халыҡ йырынан.
2. кусм. Бер иш булмаған, төрлө-төрлө.
□ Разношёрстный, пёстрый. Сыбар төркөм. Н Мин [Хәмит], ҡаршыма килгән ошо сыбар халыҡ төркөмөн йыра-йыра, һаман алға барам. Ә. Вәли. Ҡала урамдары шау-шыулы, сыбар һәм ығы-зығылы кешеләр менән тулы. А. Карнай. Бик сыбар, төрлө ине шул ауыл халҡы. Ғ. Хөсәйенов.
3. кусм. Бер тигеҙ йәки бер сифатлы түгел; төрлө кимәлле йәки сифатлы.
□ Разный. ■ Төрлөһө төрлөсә кейенгән был егеттәрҙең хәрби әҙерлектәре лә бик сыбар ине. К. Мәргән.
4. кусм. Төрлө-төрлө күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы эсенә алған. □ Многоцветный. Сыбар заман. ■ Уның [Азаттың] тормошо сыбар, һикәлтәле хәл-ваҡиғаларға, көйөнөс-һөйөнөстәргә бай. Т. Ғарипова.
5. кусм. Еңел, тиҙ үҙгәреп торған, даими булмаған, алмашынып торған (хис, тойғоға ҡарата). □ Изменчивый. ■ [Әмир:] Ай-Һай, сыбар куңелле һин, Әхмәҙулла. X. Ғиләжев.
6. диал. Һипкел менән ҡапланған; һипкелле. □ С веснушками. Сыбар йөҙлө ҡыҙ.
СЫБАР АЛА (Р: чубарый; И.: dappled; Т: benekli) с.
Ваҡ ала (аттың төҫөнә ҡарата). □ Чубарый (о масти лошади). Сыбар ала бейә. ■ [Егет:] Юғалттым мин йылҡымды, билдәленән бишәу юҡ: тубығы тимгел туры юҡ, сыңғыҙ ерән бейә юҡ, сысҡан һыртлы ҡола юҡ, сыбар ала тайы юҡ, ялы ергә һөйрәлгән аҡһаҡ ҡола айғыр юҡ. «Аҡһаҡ ҡола».
СЫБАР БАРҠЫЛДАҠ (барҡылдағы) (Р: пёстрый дрозд; И.: motley thrush; T: karatavuk) и. зоол. ҡар. ҡоролдай.
Барҡылдаҡтар төркөмөнә ҡараған ала ҡош. □ Пёстрый дрозд (лат. Zoothera dauma). Сыбар барҡылдаҡ ояһы. Сыбар барҡылдаҡ йомортҡаһы.
СЫБАР БӘШМӘК (бәшмәге) (Р: ежовик пёстрый; И.: mushroom species; T: mantar çeşidi) и. бот.
707