СЧЁТ
2. бухг. Финанс операцияһы, шулай уҡ айырым учреждение, предприятие йәки кешеләр алып барған финанс операцияларын иҫәптә тотоу өсөн хеҙмәт иткән документ. □ Счёт. / Счётный. Счёт асыу. ■ Леспромхоз яцы ойошторолоп, уның банкылағы счётында аҡса самалы булғанлыҡтан, эш хаҡын ваҡытында биреп тороуы ҡыйын. Н. Мусин. [Фәрит:]Богөн ук банкыла счёт асырға өлгөрәһе ине. Ш. Янбаев.
СЧЁТ II [рус.] (Р.: счёты; И.: abacus; Т.: çörkü) и.
Арҡыры тимерсыбыҡтарға күсереп йө-рөтмәле унар төймә теҙеп, дүрт мөйөшлө рамға ҡуйып яһалған ябай иҫәп ҡоралы. □ Счёты. / Счётный. Счётта иҫәпләу. ■ Счёт төймәләре шалтырай; аҡсалар һанайҙар, шы -тыр-шытыр ситсалар йырталар. С. Агиш. Идарала шаҡ та шоҡ счёт төймәләре тартып ултырыусы Гөлниса килгәндәге һымаҡ шыма ғына китеп тә юғала. Р. Байымов. Янов, счёт төймәләрен тартҡылап, нимәлер иҫәпләп алды. Яр. Вәлиев. Яфаев, счёт төймәләрен шалт-шолт тартып, алынасаҡ табышты иҫәпләй ҙә инде. Б. Рафиҡов.
СЧЕТОВОД [рус.] (Р: счетовод; И.: ledger clerk; T.: muhasebeci) и. ҡар. хисапсы.
Иҫәп-хисап эшен алып барыусы. □ Счетовод. ■ Уны [Форсатовты] ҡаҙаҡ далаһында счетовод булып эшләп йөрөй, тип һөйләнеләр. Ә. Вәли.
СЧЁТ-ФАКТУРА [рус.] (Р: счёт-фактура; И.: invoice-proforma; T.: fatura) и. бухг.
Ойошмалар араһында үҙ-ара иҫәпләшеү ҡағыҙы. □ Счёт-фактура. Счёт-фактура тултырыу. Счёт-фактура буйынса тауар кусереу. Счёт-фактураға ҡул ҡуйыу.
СЧЁТЧИК (счётчигы) [рус.] (Р: счётчик;
И.: counter; T.: sayaç) и.
Нимәнецдер иҫәбен сығара йәки алып бара торған прибор. □ Счётчик. Тиҙлек счётчигы. Электр счётчигы. ■ Камил, синоптиктарҙың кәңәшенә ирекһеҙҙән ҡолаҡ һалып, ятыр алдынан тәҙрәләрҙе бикләне, ҡорғандарын кәпләп япты, хатта счётчик пробкаларын һурып сығарҙы. Ә. Хәкимов.
СЪЕЗД [рус.] (Р: съезд; И.: congress; Т.: kongre) и. ҡар. ҡоролтай.
Эре ойошма һәм халыҡ вәкилдәренең ижтимағи-сәйәси йәки фәнни әһәмиәт тотҡан оло йыйылышы. □ Съезд. / Съездовский. Съезд делегаттары. ■ «Саҡырыласаҡ съездың программаһын, уға делегаттар һайлау тәртибен, башҡа кәрәкле ҡағыҙҙарҙы әҙерләу фарыз бит әле, йәмәғәт», — тине аҙаҡ рәйеслек итеусе Әхмәт Цаликов. Р. Байымов. Оло ҡыуаныс килтерҙе съезд Фәһимгә. И. Ғиззәтуллин. Съезд делегаттары Смолъныйҙың йөҙәрләгән булмәләрен, ҙур залдарын, оҙон коридорҙарын, хатта бөтә ишек алдын тултырып геуләшәләр, тарихи минуттарҙы уткәрәләр. Һ. Дәүләтшина.
СЫБА (Р: отрезной халат из белого домотканого холста или шерсти; И.: kind of gown; T.: evde dokunmuş keten bezinden ya da yünden yapılan kısa gömlek) и. этн.
Киндерҙән йәки аҡ йөндән һуғып, билләп тегелгән өҫкө кейем. □ Отрезной халат из белого домотканого холста или шерсти. һыҙатлы сыба. ■ Баш кейеменән уның [Юламандың] туңгәуер ырыуынан икәнен танырға мөмкин һымаҡ, ләкин киндерҙән билләп тегелгән ҡара һыҙатлы ҡыҫҡа сыбаһы, бигерәк тә аҡыҡ менән биҙәлгән көмөш ҡашлы бай ҡәмәре шунда уҡ был уйҙан ҡайтаулата. Б. Рафиҡов.
СЫБАҒАС (Р: цеп; И.: flail; beater; T.: el döveni) и. диал. ҡар. шыбағас.
Оҙон һапҡа сылбыр менән тағылған элекке ашлыҡ һуғыу ҡоралы. □ Цеп. Сыбағастың һабы. ■ Ашлыҡты .. сыбағас менән һуғалар, һуңынан ҡул менән елдә елгәрәләр. М. Ғафури.
СЫБАҒАШ и. диал. ҡар. сыбағас. ■ Теге ырҙында ла, был ырҙында ла машиналар һәм сыбағаштар менән иген һуғыу башланды. А. Карнай. Сәләхи, шатланып, сыбағашын ҡулбашына һалған һәм ҡайтырға йыйынған. Әкиәттән.
СЫБАЙ I (Р.: продолговатый; И.: oblong; T.: uzunca) с.
Тар ғына буй һыҙатлы. □ Продолговатый, удлинённый. Сыбай ятыуҙар. ■ Ярһыу йөрәктән уйнаҡлап-бейеп торған сыбай ҡашҡаһының казак эйәрендә шәмдәй төп-төҙ ултырған, асыҡ йөҙлө, яҫы маңлайлы,
706