Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 705 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЧЁТ
Тасуирлауҙы, һүрәтләүҙе ябайлаштырып биреү күренеше. □ Схематичность. Ҡайһы бер образдарға схематиклыҡ хас.
СХИМА [гр. schema ‘монах кейеме’] (Р.: схима; И.: schema; T.: shima) и.
Үҙ-үҙеңә бикләнеп, ҡәтғи ҡағиҙәләр тотоуҙы талап иткән монахлыҡтың иң юғары формаһы. □ Схима (высшая форма монашества, предусматривающая затворничество и соблюдение строгих правил).
СХОД [рус.] (Р: сход; И.: assembly; Т: toplantı) и. ҡар. йыйылыш.
Эшселәрҙең, студенттарҙың, ауыл общинаһы ағзаларының һ. б. йыйылышы.
□ Сход, сходка. Сход уткәреу. Сход өйө. Сходта бесәнлекте булеу мәсьәләһе хәл ителде. ■ Сходта һуғышҡа китәһе кешеләргә ауыл халҡы хәл ҡәҙәренсә аҡса һалды. Ж. Кейекбаев.
СХОЛАСТ [рус.] (Р: схоласт; И.: scholastic; schoolman; T.: skolastik görüşlü veya eğilimli kimse) u.
1. фәлс. Схоластика (1) яҡлы кеше.
□ Схоласт. XIII быуат схоластары.
2. Схоластик (2) рәүештә фекер йөрөткән, схоластика менән шөғөлләнгән кеше. □ Схоласт. Схоласт булыу.
СХОЛАСТИК (Р: схоластический; И.: scholastic; T: skolastik) с.
1. фәлс. Схоластикаға (1) мөнәсәбәтле.
□ Схоластический. Схоластик мәктәптәр. Схоластик фәлсәфә. Схоластик белем.
2. Тормоштан, тәжрибәнән айырылған, формаль. □ Схоластичный. Схоластик тәнҡит. Схоластик фекерләу.
СХОЛАСТИКА [гр. scholastikos] (Р: схоластика; И.: scholasticism; T: skolastik) и.
1. фәлс. Формаль, яһалма логик дәлилдәр ярҙамында дин догматтарына теоретик аңлатма биреү маҡсатын ҡуйған хакимлыҡ итеүсе урта быуат фәлсәфәүи йүнәлеше.
□ Схоластика. Мосолман схоластикаһы.
2. Тормоштан, тәжрибәнән айырылған формаль белем; буш аҡыл һатыш. □ Пустословие. Схоластика менән башты томалау.
СЦЕНАРИЙ [лат. scaena ‘сәхнә’] (Р: сценарий; И.: film script; T: senaryo) и.
1. Фильм эшләү өсөн яҙылған әҙәби драматик әҫәр (персонаждарҙың эше, телмәре ентекләп яҙылған була). □ Сценарий (литературное произведение, предназна -ценное для воплощения на экране). Кинофильмдың сценарийын яҙыу. ■ Йәл, шул картинаның [«һуғыштан һуң киске алты-ла»] сценарийын яҙған яҙыусы уҙе һуғыш бөткәнде курә алмаған. И. Абдуллин.
2. Пьесаның, байрамдың һ. б. сюжетлы схемаһы, планы. □ Сценарий. Әҙәби сценарий. Байрам сценарийы. Сценарий буйынса башҡарыу. ■ Айҙар төҙөгән сценарийҙа бер-ике көндән иптәштәре генә тугел, Ғариф Закирович уҙе лә ҡатнашты. Р. Байбулатов. [Фәһим — комсоргҡа:] Иртәгә кискә ук гармунсыларыңды алып кил, уйын ҡорорбоҙ. Беҙ ҡустым менән программа әҙерләп, сценарий яҙып ҡуйырбыҙ. И. Ғиззәтуллин. Алдан әҙерлек булмағанға курә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сценарий төҙөргә, ролдәрҙе уҙешмәкәр артистарға булергә, улар менән репетиция уткәреп алырға кәрәк ине. А. Мағазов.
3. театр. Пьесала ҡатнашҡан кешеләрҙең сәхнәгә сығыу тәртибен һәм ваҡытын күрһәтеп төҙөлгән исемлек. □ Сценарий. «Ҡыҙ урлау» спектакленең сценарийы.
4. Ниндәйҙер күренеште, процесты өйрәнеү буйынса фараздар. □ Сценарий (прогноз события или протекания научного эксперимента ).
СЦЕНАРИСТ (Р: сценарист; И.: script writer; T: senaryo yazarı, senaryocu, senarist) u.
Сценарий (1,2) яҙған автор. □ Сценарист. Театр сценарисы. Кино сценарисы.
СЦИОФИТТАР (Р: сциофиты; И.: sciad; skiophite; sciaphyte; T: gölge bitkileri) и. бот.
Күләгә яратыусы үҫемлектәр. □ Сциофиты. Мук, абаға — сциофиттар.
СЧЁТ I [рус.] (Р: счёт; И.: account; Т.: sayma, hesap) и.
1. Нимәлер өсөн түләнергә тейешле аҡсаның күләмен күрһәтеп яҙылған документ. □ Счёт. Счёт яҙҙырып алыу. М Брискиндың ҡалъяһы ысынлап та һимеҙ була: йөҙ һумлыҡ тәмәкене йөҙ илле һумға һата ла счётты ике йөҙ һумға яҙа ул. X. Мохтар.
705