СФЕРИК
СФЕРИК (Р.: сферический; И.: spheric; T.: küresel) с.
1. Сфера (1, 2) рәүешендәге. □ Сферический. Сферик есем. Сферик йөҙлөк. Сферик көҙгө. Сферик майҙан.
2. мат. Сферала (2) урынлашҡан.
□ Сферический. Сферик өсмөйөш.
СФЕРОИД [гр. sphaira ‘шар’ + eidos ‘күренеш’] (Р.: сфероид; И.: spheroid; Т.: küremsi cisim) и. мат.
Эллипстың арҡырыға булған әйләнмәһе. □ Сфероид. Ер сфероиды, һуҙылған сфероид.
СФЕРОМЕТР [гр. sphaira ‘шар’ + metreö ‘үлсәйем’] (P: сферометр; И.: spherometer; T.: sferometre) и.
Оптик быялаларҙың кәкрелек радиусын үлсәү приборы. □ Сферометр.
СФИНКС I [гр. sphinx] (Р: сфинкс; И.: sphynx; T.: sfenks) и.
1. Боронғо Мысырҙа: кеше башлы һуҙылып ятҡан арыҫлан сүрәтендәге таш һын (фирғәүендең изге мәйетен кәүҙәләндергән билдә). □ Сфинкс (в Древнем Египте: каменное изваяние лежащего льва с человеческой головой; вообще скульптурное изображение такой фигуры). Фотоһүрәттәге сфинкс.
2. миф. Боронғо грек мифологияһында: кәүҙәһе арыҫландыҡы, башы, түше ҡатындыҡы булған, Фива янындағы бер ҡаяла йәшәгән ҡанатлы зат (йәнәһе, эйгән йомағын сисә алмаған юлсыларҙы үлтерә торған булған). □ Сфинкс (в древнегреческой мифологии: крылатое существо с туловищем льва, с головой и грудью женщины, задававшее людям неразрешимые загадки).
СФИНКС II [лат. sphingidae] (Р: сфинкс; И.: large butterfly species; T.: füze vücutlu kelebekler) и. зоол. ҡар. эңер һылыуҡастары.
Һәр ерҙә осрай һәм эңер ваҡытында оса торған зарарһыҙ эре матур күбәләктәр.
□ Сфинкс (лат. Sphingidae). Имән сфинксы. Ҡарағай сфинксы.
СФРАГИСТИКА [гр. sphragis ‘баҫма’] (Р: сфрагистика; И.: sphragistics; T.: damga veya mühürler bilgisi) и.
Төрлө материалдарҙан яһалған мөһөрҙәрҙе өйрәнеүсе ярҙамсы тарихи фән.
□ Сфрагистика (вспомогательная историческая дисциплина, изучающая печати).
СХЕМА [гр. schema ‘ысул, рәүеш’] (Р: схема; И.: chart; T.: şema; kroki; kabataslak şekil) и.
1. Нимәнеңдер төҙөлөшөн, системаһын йәки урынлашыу тәртибен ябайлаштырып күрһәткән һыҙма. □ Схема. Дөйөм схема. Берләшмәләр схемаһы. Телефон схемаһы. Тоташтырыу схемаһы.
2. Нимәнеңдер төп, дөйөм һыҙатта бирелгән планы. □ Схема. Докладтың схемаһы. Әҫәрҙең схемаһы.
3. кит. Ябайлаштырып, дөйөмләштереп бирелгән һүрәт, һын. □ Схема. Йорттоң' схемаһы.
СХЕМАЛАШТЫРЫЛЫУ (схемалаш-тырыл-) ҡ. төш. ҡар. схемалаштырыу, страд, от схемалаштырыу. Схемалаштырылған план.
СХЕМАЛАШТЫРЫУ (схемалаштыр-) (Р: схематизировать; И.: present in a sketchy form; T.: kabataslak şekilde göstermek, şematikleştirmek) ҡ.
Схема рәүешендә, дөйөм һыҙатта биреү.
□ Схематизировать. // Схематизация, схематизирование. Схемалаштырып төҙөлгән карта. Схемалаштырып доклад төҙөү.
СХЕМАТИЗМ [рус.] (Р: схематизм; И.: sketchiness; T.: şematiklik, şematizm) и.
Ябайлаштырып, ҡалыплаштырып биреү күренеше. □ Схематизм. Схематизмға төшөү. Схематизмдан ҡотолоу.
СХЕМАТИК (Р: схематический; И.: schematic; T.: şematik) с.
1. Схема (1) рәүешендә төҙөлгән, схема булып торған. □ Схематический. Схематик карта. Схематик модель. Телефон аппаратын схематик төшөрөү.
2. Ябайлаштырып, ҡалыплаштырып бирелгән. □ Схематичный. ■ Тормош күренештәрен һүрәтләү схематик төҫ алды. Н. Зарипов.
СХЕМАТИКЛЫҠ (схематиклығы) (Р: схематичность; И.: over-simplification; Т.: sadeleştirme) и.
704