Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 720 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

сығым
5—8, 13, 32. Урманға сығылды. Юлға алып сығылған аҡса.
СЫҒЫМ I (Р.: расход; И.: expenditure; Т.: harcama, masraf, gider) и.
1. Тотонолған йәки тотоноласаҡ аҡса, мал. □ Расход, издержки, затраты. / Расходный. Артыҡ сығымдар. Юл сығымы. Сығымдарҙы ҡаплау. Н Йәшәу сығымдарын ҡаплау Ҡаҙандың «Ҡасимия» мәҙрәсәһендә ғәрәп теле менән төрки тарихын уҡытыу иҫәбенә барҙы. Р. Байымов. Ҡартты ерләу, Гәрәй алдан иҫәп тотҡанса, артыҡ ҙур сығымһыҙ утте. Б. Бикбай. Халыҡ араһынан иғәнә йыйнау өсөн кешеләр сығарыу, йән башына һалынған һалымды йыйнау өсөн айырым кешеләр билдәләу ҙә артыҡ сығымдар талап итә. Й. Солтанов. • Кеременә курә сығымы. Мәҡәл.
2. фин. Бухгалтерия кенәгәһендә тотонолған аҡса-мал иҫәбен теркәй торған графа йәки бүлек. □ Расход. Сығым суммаһы. Сығымға теркәу (яҙыу).
3. Ниндәйҙер шыйыҡ нәмәнең билдәле ваҡыт эсендә сығыу күләме. □ Расход, дебит. Йылғаның һыу сығымы. Ҡорос сығымы. Ағиҙелдең уртаса йыллыҡ һыу сығымы.
СЫҒЫМ II с. диал. ҡар. сығынсы 1. Сығым ат. К Сығым йугеректең тын-ҡарыуы дурт-биш саҡрымға ғына етә. С. Кулибай.
СЫҒЫМЛАНЫУ (сығымлан ) (Р: тратиться; И.: spend up(on); T: masrafa girmek, harcanmak) ҡ.
Күп кенә аҡса, мал тотоноп сығымға (I, 1) юлығыу. □ Тратиться, истратиться, расходоваться. Балаларға сығымланыу. Был арала бик сығымланым әле.
СЫҒЫМЛЫ I (Р: требующий затрат; И.: taking much spending; T: çok masraf gerektiren) с.
Ҙур сығым (I, 1) талап иткән. □ Требующий затрат, расходов, издержек. Сығымлы төҙөлөш. ■ 2009—2011 йылдарҙа оло юлдың 44—58-се километр участкаһында 22,5 млн һумлыҡ сығымлы ремонт уткәрелде. «Йүрүҙән», 15 май 2011.
СЫҒЫМЛЫ II с. диал. ҡар. сығым II. Сығымлы ат урҙә туҡтай.
СЫҒЫМСЫ с. диал. ҡар. сығынсы.
Сығымсы булыу.
СЫҒЫНҠЫ I (Р: выпуклый; И.: prominent; T: çıkık, dışbükey) с.
Алға сыҡҡан. □ Выпуклый, выступающий. Сығынҡы яңаҡ. ■ Ғариф сығынҡы маңлайлы ҙур башын һалмаҡ ҡына сайҡап ҡуйҙы. 3. Биишева.
СЫҒЫНҠЫ II (Р: пересоленный; И.: oversalted; T: çok tuzlu) с.
Саманан артыҡ тоҙланған (аҙыҡҡа ҡарата). □ Пересоленный (о пище). Былауҙың тоҙо сығынҡы булған. ■ Аҙна буйы киленем бешергән ашҡа бәйләндем: йә тоҙо еңел, йә сығынҡы. И. Абдуллин.
СЫҒЫНЛАУ (сығынла-) ҡ. ҡар. сығынсылау. Сығынлап китеу. Ат сығынлай.
СЫҒЫНСЫ (Р: норовистый; И.: jibbing; T: başı sert, harın {at hakkında) с.
1. Ҡапыл туҡтап, кире сигеп, ҡары-шыусан (атҡа ҡарата). □ Норовистый, своенравный (о лошади). Сығынсы тай. ■ Ғәлләмдең сығынсы ерән бейәһе лә Хоҙай мәхлугенә әйләнде. М. Кәрим. Тайҙы ойрәтә белмәһәң, сығынсы бер ат була. Р. Бикбаев. • Сығынсы ат тәртә һындыра. Мәҡәл.
2. кусм. Ыңғайға килмәгән, тиҫкәре (кешегә ҡарата). □ Упрямый (о человеке). Сығынсы ир. М Ырыҫҡолов, сығынсы булһа ла — тәжрибәле һәм намыҫлы урмансы. Н. Мусин.
СЫҒЫНСЫЛАУ (сығынсыла) (Р: упрямиться; И.: be obstinate; balk; T: ha-nnlamak) ҡ.
1. Барған ерҙән ҡапыл туҡтап, артҡа сигеп киреләнеү (атҡа ҡарата). □ Упрямиться, артачиться, проявлять норов (о лошадях). Я Нәҫел айғыры, һабантуй юлында сығынсылап китеп, кулгә барып батҡан, тип тә һөйләйҙәр. Д. Бүләков. Тимербайҙың аты ҡапыл ҡолаҡтарын торғоҙҙо, сығынсылағандай, ҡойроғон бутаны, бышҡырҙы. А. Таһиров.
2. кусм. Кеше ыңғайына килмәй тиҫкәреләнеү. □ Упрямиться, артачиться, капризничать (о людях). Туҙмәй сығынсылау. Я Ғәлиәхмәт эшен — эш, һуҙен һуҙ итәһе
720