СЫҒЫР УТЫ
урында, сығынсылап, ауылдаштарына үпкәләп, ситкә һыҙғайны. Р. Байымов.
СЫҒЫП КИТЕҮ (сығып кит-) (Р: выйти; И.: issue out; T.: çıkmak) ҡ.
1. Нимәнеңдер эсенән ҡайҙалыр китеү.
□ Выйти. Ҡапыл сығып китеу. ■ Яҡуп Кирәевтең поэзияға ҡағылышлы әңгәмәлә тураһын ярып әйтеп, Рәшиттең редакциянан оялып сығып киткәне әлегеләй хәтерендә. Б. Рафиҡов.
2. Ҡайҙандыр айырылып китеү, ситкә йүнәлеү. □ Уйти; уехать, выбыть куда-то. Йәшәгән ерҙән сығып китеу. ■ «Харисова Мәликә Абдрахман ҡыҙы ауылдан сығып киткән һәм башҡа әйләнеп ҡайтмаған», — тигән яҙыу килде. Т. Ғарипова.
СЫҒЫР (Р: блок; И.: pulley; T.: makara, palanga, blok) и.
1. Аша һалынған, аша үткән бауҙы тартып йәки тотҡаһы менән бороп уратып йөк күтәрә йәки бүтән эш башҡара торған үҙәкле, йомро ҡорал. □ Блок. / Блочный. Умартаны ағасҡа сығыр менән күтәрәләр.
■ Ике кешегә эшләүе еңел икән. Мәмдүҙә блоктар аша арҡан үткәрә, ә мин, сығырҙы әйләндереп, уға булышам. И. Низамов.
2. Тәгәрмәсле һыу күтәреү ҡоралы.
□ Чигирь (механизм с колесом для подъёма воды из водоёма). ■ Сығыр шағыр-шоғор килә, һыу сығара баҫыуға. Ә. Ихсан.
3. Йөн, еп сирата, бау, арҡан ишә торған ҡорал. □ Лебёдка; ворот. Сығыр тотҡаһы.
■ Бер кемдә машина юҡ, ә муллала ете машина: борос төйә торған машина, ҡыблама, йәғни компас, сәғәт, сығыр, йәғни сүс иләй торған машина. И. Гәрәй. [Арҡанды] сығыр менән ишкән саҡта, тәкәне әкрен генә йөрөтәм, сираҡ ишелһен,.. тимен. Н. Мусин.
4. Шәмдең милтәһен йөрөтә торған ҡорал. □ Вал фитиля керосиновой лампы. Шәмдең сығырын бороу.
5. Баланы атларға өйрәтә торған бейек үрәсәле бәләкәй арба. □ Детская тележка. Сығырға йәбешеп атлай башлау.
6. диал. ҡар. сүре. Сығырға урау.
7. Сәғәттәге тешле тәгәрмәс. □ Шестерня часов. Ҡул сәғәтенең сығыры боҙолған.
♦ Сығырҙан сығарыу кемдеңдер сыҙамлығын бөтөрөү. □ Вывести кого-л. из себя, вывести из терпения. ■ Ҡатынының был башбаштаҡлығы Хәмитте сығырынан сығара. Р. Солтангәрәев. Сығырҙан сығыу үҙен-үҙе тыя алмай башлау, ҡыҙып, туҙынып китеү, саманан үтеү. □ Горячиться, выйти из терпения. ■ Ишкилде батырға Яз-дар батырҙы сығарҙылар. Улар көрәшә башлағас, майҙан зыҡ ҡубып сығырынан сыҡты. Ш. Шәһәр. Коммунист һүҙен ишетеү менән, офицер сығырынан сыҡты. Ф. Рәхимғолова.
СЫҒЫРЛЫ МУЙЫН (Р: вертишейка; И.: wryneck; T.: bayağı boyunburan) и. диал. ҡар. борғандаҡ.
Ҡара һәм көрән таптар менән сыбарланған һарғылт көрән төҫтәге турғайҙан ҙурыраҡ урман ҡошо. □ Вертишейка (лат. Jynx torquilla). Сығырлы муйындар төркөмө. ■ Сығырлы муйындың төп аҙығы — ҡырмыҫҡалар һәм уларҙың күкәйҙәре. Э. Ишбирҙин.
СЫҒЫРСЫҠ (сығырсығы) и. диал. ҡар. сыйырсыҡ. Сығырсыҡ балаһы. ■ Сығырсыҡ кеше яһаған ояларҙа, ағас ҡыуыштарында оялай. Э. Ишбирҙин.
СЫҒЫР УТЫ (Р: огниво; И.: flint; tinderbox; T.: çakmak) и.
1. Тишекле ҡаты ағасҡа орсоҡ һымаҡ итеп яһалған йомшаҡ ағасты ҡыҫтырып ҡуйып, бау менән шәп итеп өйрөлтөп, ут ала торған боронғо ҡорал. □ Огниво; кресало. Сығыр уты эшләү.
2. Шул ҡорал ярҙамында алынған ут.
□ Огонь, полученный с помощью кресало. Сығыр уты ялҡыны. Сығыр утын тоҡандырыу. ■ Утыбыҙ ҙа сығыр уты ғына. Ғ. Ишбулатов.
3. миф. Төрлө ауырыуҙарҙан, ен-зәх-мәттән таҙарыныу өсөн ҡулланылған ут.
□ Очистительный огонь (огонь, полученный трением и используемый для очищения от нечистой силы и болезней). ■ Ауырыуҙан ҡотолоу өсөн, сығыр уты сығарып, бөтә ауылға таратҡандар. «Башҡорт мифологияһы »нан.
24- 1.0072.15
721