Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 729 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫҘАУ
бәғерле, көнсөл был ҡатындың ауырыуға шул хәтле сыҙамһыҙ булыуы Ғәйшә әбейгә һис тә оҡшаманы. 3. Биишева.
2. Оҙаҡ, ныҡышмалы, эшкә һәләтһеҙ, бирешеп барыусан; сабырһыҙ. □ Нетерпеливый. Көтөп тороуға сыҙамһыҙ. ■ Сыҙамһыҙ аттар, ҡотороноп-шашынып, Өфө урамы буйлап сабышты. Я. Хамматов.
3. Тышҡы тәьҫиргә бирешеп барған, түҙмәгән. □ Неустойчивый. Коррозияға сыҙамһыҙ тимер. Королоҡҡа сыҙамһыҙ үҫемлек. Кояшҡа сыҙамһыҙ тауар. Ташҡа сыҙамһыҙ аяҡ кейеме. Һыуыҡҡа сыҙамһыҙ алма.
СЫҘАМҺЫҘЛАНЫУ (сыҙамһыҙлан-) (Р.: проявлять нетерпение; И.: display impatience; T: sabırsızlanmak) ҡ.
Үҙеңде сыҙамһыҙ (1, 2) тотоу; түҙемһеҙләнеү. □ Проявлять нетерпение. Сыҙамһыҙланып тороу. ■ Аттары береһенән-береһе шәберәк, сыҙамһыҙланып бейеп торалар. Н. Мусин. Ғәҙәте буйынса, сыҙамһыҙланып, Ғаврилов Ғөбәйҙуллинды бүлдерҙе: «Бында һорауҙы беҙ бирәбеҙ! Яуапты һеҙ ҡайтарырға бурыслы!» Я. Хамматов.
СЫҘАМҺЫҘЛЫҠ (сыҙамһыҙлығы) (Р: нетерпеливость; И.: impatience; T: sabırsızlık) и.
1. Сыҙамһыҙ хәл. □ Нетерпеливость, нетерпение; невыдержанность. Сыҙамһыҙлыҡ күрһәтеү.
2. Тышҡы тәьҫиргә бирешеүсәнлек.
□ Невыносливость. Эҫегә сыҙамһыҙлыҡ күрһәтеү. ■ [Фәхри:] Быҙауҙарҙың һыуыҡҡа сыҙамһыҙлығын һәр крәҫтиән яҡшы белә инде. Б. Бикбай.
СЫҘАТЫУ (сыҙат-) (Р: заставлять терпеть; И.: make endure; T: sabrettirmek) ҡ.
1. Ниндәйҙер ҡыйын хәлгә түҙҙереү.
□ Заставлять, велеть, просить терпеть. ■ Бер режимға өйрәнгән сабыйҙарҙы, ашау мәле етһә, сыҙатып ҡына ҡара, имергә һорай башлайҙар. «Йәшлек», 6 апрель 2012. Сабыйҙы һикелә генә ултыртып сыҙатып буламы ни. Ғ. Хөсәйенов.
2. Күпмелер ваҡытҡа еткереү (ғәҙәттә, юҡлыҡта). □ Не давать возможности и срока. Эште өс көнгә лә сыҙатманыҡ. ■ Бер беҙҙең ауылдан ғына ла яу ҡырына ошо тик
лем кеше киткәс, сыҙатмабыҙ беҙул дошманды! Ф. Әсәнов.
СЫҘАУ (сыҙа-) (Р: терпеть; И.: endure; T: dayanmak) ҡ.
1. Ауырлыҡты, ҡыйынлыҡты зарланмай, бер нәмәгә бирешмәй үткәреү; түҙеү.
□ Терпеть, вытерпеть, протерпеть (болезни, трудности, обиды и т. п.). Эҫегә сыҙау. Ауырлыҡҡа сыҙау. Сыҙар әмәл ҡалманы.
■ Кояш төш ваҡытына еткәндә, инде сыҙап торорлоҡ түгел ине. И. Абдуллин. Әптеләхәт, сарсауына сыҙай алмай, шырлыҡ йырып булһа ла, оҙон кисеүгә һыу эсергә төштө. Т. Ғарипова. Ғариф староста балаларҙың көлөшөүенә, шаярыуына ултырып сыҙай алманы, уларҙы орошоп алды. Ж. Кейекбаев. • Тыштағы буранға сыҙап була, өйҙәге буранға сыҙап булмай. Әйтем. Ата балаһы ҡайғыға сыҙаһа ла, шатлыҡҡа сыҙамаҫ. Әйтем.
2. Үҙ-үҙеңде тотоу, тыйыу; сабыр булыу, түҙеү. □ Выдержать. // Выдержка. Саҡ сыҙап тороу. Сыҙамай, көлөп ебәреү.
■ Шәүрә, Сабира, Заһира кеүек шаяндар барында көлмәй сыҙап ултырыуы бик еңел булмай [Емешкә]. 3. Биишева. «Сабырлы сыҙар, сабырһыҙ илар» тигәндәй, Чистяков үҙенең сабырлығы менән башҡаларға үрнәк булып тора. Ғ. Аллаяров. Ишмырҙа ни тиклем генә үҙен үҙе тыйырға тырышһа ла, артыҡ сыҙай алманы, ике күҙенән дә йәш аҡты. Ә. Бикчәнтәев. • Сабырлы сыҙар, сабырһыҙ илар. Әйтем.
3. Нимәнелер сабырлыҡ менән көтөү; түҙеү. □ Терпеть, выносить. Кискә тиклем сыҙау. ■ [Театрҙы] ни тиклем ташлап китергә теләһәм дә, сыҙаным, көтәйем тинем. Алда, бәлки, ҡыҙығыраҡтары булыр. С. Агиш.
4. Үҙенең сифатын, ныҡлығын һ. б. күпмелер һаҡлау, күпмелер ваҡытҡа еткереү.
□ Выдержать, сохраниться; остаться целым, невредимым. ■ Бактерияларҙың күбеһе ҡояш нурына ла сыҙай алмай һәм ҡараңғыла йәшәй. Яр. Вәлиев. • Бер йылға ҡуян тиреһе лә сыҙаған. Әйтем.
729