СЫҘАШЫУ
5. юҡл. Туйып кинәнеү, ҡотороу. □ Беситься с жиру. • Хөрлөккә сыҙамаған хурлыҡҡа тарыған. Әйтем.
♦ Майына сыҙамау рәхәт тормошто күтәрә алмай ҡоторона башлау. □ соотв. С жиру беситься. Майына сыҙамай ҡылана ул. Сыҙап ҡына тор бик киҫкен бер хәлгә ҡарата әйтелә. □ Терпи, сколько есть силы (мочи). ■ Дошман артиллерияһы снарядтары командир ҡыуышы тирәһенә төшә башланы, сыҙап ҡына тор! Ә. Бикчәнтәев. Сыҙар хәл {йәки әмәл) ҡалманы бик ауыр хәлде аңлата. □ Терпение лопнуло. ■ Урядниктың башҡаса сыҙар хәле ҡалманы, һаҡлыҡ менән генә урынынан тороп тәҙрәне япты. Я. Хамматов. Сыҙар хәл юҡ түҙеп тороп булмай. □ Нет сил терпеть, невозможно терпеть. Был эҫегә сыҙар хәл юҡ.
СЫҘАШЫУ (сыҙаш-) (Р.: терпеть друг друга; И.: endure, stand (each other); T: çekmek, dayanmak) ҡ.
1. Үҙ-ара бер-береңә сыҙау. □ Терпеть друг друга. Күршеһе менән сыҙаша алмай. Иптәштәре менән бер ҙә сыҙаша алмай.
2. диал. ҡар. сыҙау 1, 2, 5. ■ Батыргәрәй кырандасына егелеп урынында сыҙаша алмай торған йәш тай кеүегерәк тота ине үҙен. Р. Солтангәрәев. Дүрт казактың өҙлөкһөҙ ҡамсылауына Талип сыҙаша алманы, аяныс, ҡыҙғаныс, ҡурҡыныс тауыш менән ҡысҡыра, аҡыра ине. А. Таһиров. Мулла, асыуына сыҙаша алмай, сыбыҡты Иштуғандың битенә ырғытты. 3. Биишева.
♦ Майына сыҙаша алмау ҡар. майына сыҙамау. ■ Бына бит ул нисек: берәү, Садрислам ағай әйтмешләй, майына сыҙаша алмай, ә икенсе берәү шуның яфаһын күрергә тейеш. Ш. Бикҡол. Заманында байлыҡ артынан ҡыуып, майына сыҙаша алмай айбарланып йөрөгән Исмай ҙа тимәҫһең. Ә. Хәкимов.
СЫҘЫҠ I (сыҙығы) (Р: лента; И.: ribbon frill; T: kurdele) и. диал.
Итәккә тегелгән таҫма. □ Лента, тесьма. Сыҙыҡ һалыу.
СЫҘЫҠ II (сыҙығы) (Р: линия; И.: line; T: çizgi) и. диал. ҡар. һыҙыҡ.
Бик тар ғына итеп оҙон нимәгәлер төшөрөлгән эҙ. □ Линия. Сыҙыҡ һыҙыу.
СЫҘЫУ (Р: магический способ избавления от лишая; И.: magic method to treat a lichen; T: likeni büyü ile tedavi etme usulü) u. миф.
Магик имләү ысулы. □ Магический способ избавления от лишая. Тире ауырыуҙарын тирәләтә сыҙып имләйҙәр. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
СЫЖ (Р.: подражание звуку шипения; И.: onomatopoetic word; T: cız) оҡш.
Утҡа, эҫе нәмәгә һыу, май төшкәндә йәки самауыр ҡайнағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку шипения (жира или жидкости при попадании на что-л. раскалённое и т. п.). Табалағы май сыж итеп ҡалды.
СЫЖ ДА СЫЖ (Р: подражание многократному звуку шипения; И.: sound imitative word; T: cız cız) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сыж иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному звуку шипения. Табала сыж да сыж балыҡ ҡурыла.
СЫЖЛАТЫУ (сыжлат-) (Р: вызывать шипение; И.: cause hissing; T.: cızırdatmak, cız ettirmek) ҡ.
Сыжлаған ауаздар, тауыш барлыҡҡа килтереү. □ Вызывать шипение. Ҡоймаҡ сыжлатыу. ■ Зәйтүнә яңынан самауырын сыжлатты ла тағы улы эргәһенә килеп ултырҙы. Ф. Әсәнов. Хужа бисә тора һалып самауырын сыжлатты. Т. Йәнәби. [Фәриҙә] самауырҙы ла сыжлатып килтереп ултыртты, ҡаҙан аҫтына ҡоро утын яғып ебәреп, аш һалды. Ш. Янбаев.
СЫЖЛАУ (сыжла-) (Р: шипеть; И.: hiss; T.: cızırdamak, cız etmek) ҡ.
Сыж итеү, сыж-сыж килеү. □ Шипеть. // Шипение. Сыжлап ултырыу. ■ Һыу, мунса ташына һибелгән төҫлө, сыжланы. Ә. Вәли. Тынлыҡҡа шомлоҡ бирергә теләгәндәй булып, ара-тирә самауыр сыжлап ҡуя. Н. Ҡәрипов. Нәзифә Исламовна .. оҙон өҫтәлгә сыжлап торған еҙ самауыр индереп ултыртты. Ф. Әсәнов.
730