СЫЙҠАН
СЫЖЫЛДАТЫУ (сыжылдат-) (Р.: вызывать шипение; И.: cause hissing; T.: cızırdatmak) ҡ.
Сыж-сыж иттереү, сыж-сыж килтереү. □ Вызывать шипение. Сыжылдатып ҡоймаҡ ҡойоу. Сыжылдатып балыҡ ҡурыу. Сыжылдатып самауыр ҡайнатыу.
СЫЖЫЛДАУ (сыжылда-) (Р.: шипеть; И.: hiss; T.: cızırdamak) ҡ.
Сыж-сыж итеү, сыж-сыж килеү. □ Шипеть. // Шипение. Сыжылдап ҡайнау. ■ Өйгә ғаиләле кешеләр генә анрай торған йәм биреп, майлы таба сыжылдай, ҡыҙҙырылған май еҫе таралған. Д. Исламов. Ҡусәрев сыжылдап ултырған самауырҙың һыуын сир-теп самаланы. А. Таһиров. Мейес өҫтөндә котелок һәм сәйнуктәр сыжылдап ҡайнап ултыра. А. Карнай.
СЫЖЫМ и. диал. ҡар. сым. Телефон сы-жымы.
СЫЙ I и. диал. кар. сыйҙым. Сый боҙо.
СЫЙ II (Р.: подражание громкому визгу; И.: sound imitative word; T.: cıyak cıyak) оҡш.
Әсе тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание громкому визгу. Сый итеп ҡалыу. Сый итеп осоп китеу. ■ Йәнлек сый итеп ҡалды һәм ергә ултыра төштө. 3. Ураҡсин.
СЫЙБАЛА и. диал. ҡар. селбәрә.
Сыйбала өйөрө.
СЫЙҒАН и. диал. ҡар. сиған. Ауылға сыйғандар килеп тулған.
СЫЙҒЫЛАУ (сыйғыла ) (Р: расчерчивать; И.: draw lines here and there; T.: çizgilemek) ҡ.
1. Тегеләй-былай һыҙыу. □ Расчерчивать. Сыйғылап бөтөу.
2. ҡар. сыйғыслау 2. ■ Ул [Емеш] ҡәләм менән сыйғылап ҡуйған хикәйәһен дәфтәргә кусереп ҡуйырға булды. 3. Биишева.
3. ҡар. сыйыу 1. ■ Солтанов өҫтәлдең буялмаған таҡтаһын тырнағы менән сыйғылай. Н. Мусин.
СЫЙҒЫС I (Р: линейка; И.: ruler; Т.: cetvel) и. ҡар. һыҙғыс.
Ҡәләм менән туралап һыҙыу өсөн ҡулланылған төҙ йоҡа ҡорамал. □ Линейка. / Линеечный. Ағас сыйғыс. Сыйғыс ҡуйып һыҙыу.
СЫЙҒЫС II (Р: спичка; И.: match; Т.: kibrit (çöpü)) и. диал. ҡар. шырпы.
Ут тоҡандыра торған көкөрт башлы бәләкәй генә ағас һыҙғыс. □ Спичка. / Спичечный. Сыйғыс ҡабы. ■ Ут хәйере тип тоҙ, сыйғыс, аҡса бирәләр сәфәр айында. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
СЫЙҒЫСЛАНЫУ (сыйғыслан-) ҡ. төш. ҡар. сыйғыслау, страд, от сыйғыслау. Төрлө һурәттәр менән сыйғысланған дәфтәр. Айырым-айырым шиғыр юлдары менән сыйғысланған блокнот.
СЫЙҒЫСЛАУ (сыйғысла-) (Р.: чиркать;
И.: scrawl; scribble; T.: çizgilemek) ҡ.
1. Арҡыс-торҡос, тегеләй ҙә былай һыҙғылау. □ Чиркать, исчёркивать. Ҡарға төрлө һурәттәр сыйғыслау. Ҡомға сыйғыслап шаҡмаҡтар яһау.
2. Нисек етте шулай яҙыу. □ Начёркивать, набрасывать. Баштағы уйҙарҙы ҡағыҙға сыйғыслау.
СЫЙҘЫМ (Р: шуга; И.: sludge ice; T: buz, buza benzer şey) u.
Көҙгө һыу өҫтөндәге туңа башлаған ҡар ҡатыш боҙ; шыя. □ Шуга. Ышанысһыҙ сыйҙым. ■ Боҙға инеуе, ярға етеуе тағы бер бәлә: сыйҙым боҙона вата-һөрә төртөләһең, ағым тағы ла әйләндереп ала ла китә кәмәне. Ғ. Хөсәйенов. Ҡуршебеҙ Хисам ҡарт .. көҙгө сыйҙымдар тоташҡансы [балыҡ тотоп] һыу буйынан ҡайтмаҫ ине. М. Тажи.
СЫЙҘЫРЫУ (сыйҙыр ) ҡ. йөкм. ҡар. сыйыу, понуд. от сыйыу. ■ Ике яҡлап уҫкән ағастарҙың тарбағай ботаҡтарына битен сыйҙырмаҫ өсөн, Рәзиләгә йыш ҡына уңға, һулға янтайырға йә алға иңкәйергә, ботаҡтарҙы ҡулы менән ситкә әтергә тура килә ине. Н. Мусин.
СЫЙҠ (Р: подражание обрывающемуся звуку, писку; И.: sound imitative word; T.: cıvıl cıvıl) оҡш.
Ҡапыл өҙөлгән нәҙек әсе тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание обрывающемуся звуку, писку. Сыйҡ итеу. ■ Ҡояш байып, бәхет ҡошо сыйҡ итеп ҡысҡырғас, ишегеңде ас, ул сығып китер. Әкиәттән.
СЫЙҠАН и. диал. ҡар. сиҡан. Шеше тулмай сыйҡан һытылмай.
731