Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 732 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫЙҠ ТА СЫЙҠ
СЫЙҠ ТА СЫЙҠ (Р.: подражание многократному обрывающемуся звуку, писку; И.: sound imitative word; T.: cıvıl cıvıl) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сыйҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному обрывающемуся звуку, писку. Сыйҡ та сыйҡ итеу. Сыйҡ та сыйҡ килеу.
СЫЙҠЫЛДАТЫУ (сыйҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. сыйҡылдау, понуд. от сыйҡылдау. Ҡошто сыйҡылдатыу.
СЫЙҠЫЛДАУ (сыйҡылда-) (Р.: визжать; И.: squeal; T.: keskin çığlıklar atmak) ҡ.
Сыйҡ-сыйҡ итеү, сыйҡ-сыйҡ килеү.
□ Визжать. // Визг. ■ Һабан тәгәрмәстәре сыйҡылдаған, ат бышҡырған .. тауыш ишетелде. Б. Бикбай.
СЫЙҠЫЛДАШЫУ (сыйҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. сыйҡылдау, взаимн. от сыйҡылдау. ■ Ҡарлуғастар сыйҡылдашты ер өҫтөндә ту бәндә. Ә. Вәли.
СЫЙЛАУ (сыйла-) (Р.: свистеть; И.: whistle; T.: ıslık çalmak) ҡ.
Сый (II) итеү, □ Свистеть. Пуля сыйлай. ■ Снаряд сыйланымы, шунда уҡ башым менән ер һөрәм. Иптәштәр көлә. Д. Исламов. Саңға кумелеп, ерән төҫкә ингән «Волга» колхоз идараһы алдына сыйлап килеп туҡтаны. Р. Кинйәбаев. Ҡоростар сыңланы, толпарҙар сыйланы, меңәрләгән ғумерҙәр ҡыйылды, ләкин фашистар Волганан аша һикерә алманылар. Р. Низамов.
СЫЙМА \и. ҡар. һыҙма I. Сыйма һыҙыу.
СЫЙМА II (Р: вышитый узор; И.: embroidered pattern; clock design; T.: işlemeli desen) и. диал.
Сигеп төшөрөлгән биҙәк. □ Вышитый узор. Милли сыйма. Сағыу сыйма.
СЫЙМАҠЛАНЫУ (сыймаҡлай-) ҡ. төш. ҡар. сыймаҡлау, страд, от сыймаҡлау. Сыймаҡланған ҡағыҙ. ■ Ҡамалетдинов, ҡулдан арлы-бирле сыймаҡланған ҡағыҙға ҡарау менән, уҙе иртән уткән баҫыуҙарҙы таныны. Т. Ғарипова.
СЫЙМАҠЛАУ (сыймаҡла-) (Р: чиркать; И.: scrawl; scribble; T.: çizgilemek) ҡ.
1. Тегеләй-былай сыйыу; сыйғыслау.
□ Чиркать, исчёркивать. Дәфтәрҙе сыймаҡлап ташлау. Таҡтаны аҡбур менән
сыймаҡлап бөтөу. ■ Саяф ҡағыҙ битен сыймаҡлап, өҫтәлгә быраҡтырҙы. Т. Ғарипова. Төрлө төҫтәге ҡара, ручка, ҡәләм менән ололарға оҡшатып төрлөсә сыймаҡлап бөткәндәр. Р. Камалов.
2. Арлы-бирле генә яҙыу. □ Черкнуть, набросать. Бер-ике һуҙ сыймаҡлау. ■ Харис уйлап-нитеп торманы, фамилияһын сыймаҡланы ла ручканы ҡатынына тотторҙо. Д. Бүләков. Абдрахман, туш кеҫәһенән дәфтәр сығарып, исемлек сыймаҡлай башланы. Р. Өмөтбаев. Өҫтәлдә сәй ҡағыҙына ҡәләм менән сыймаҡлаған хат ята. Й. Солтанов.
3. кусм. Тегеләй ҙә былай ерҙе йырғыслап йомшартыу. □ Разрыхлять, окучивать. // Разрыхление, окучивание. ■ Сәләхтең энеһе Сәбәх .. һабаны менән ерҙе сыймаҡлай. И. Ғиззәтуллин.
4. Төрлө йүнәлештә сатнаған һымаҡ эҙ ҡалдырыу. □ Испещрить. Тәҙрәне сыймаҡлау. ■ Төндәрен ныҡ ҡына һыуыта, дөм ҡараңғы аяҙ кукте сыймаҡлап, йондоҙҙар атыла. Ә. Хәкимов.
СЫЙМАЛАУ (сыймала-) ҡ. ҡар. сыймаҡлау 1, 2, 3. Дәфтәрҙе сыймалау. Хикәйә сыймалау. ■ Мөхәррәм хәлфә хатты уларға [һыйлай алмағандарға] арлы-бирле сыймаланы ла бирҙе. Ж. Кейекбаев. [Ярлы халыҡ] уны [ерҙе] йә хәлле хужаларға сирек хаҡына ҡортомға бирә, йә унан-бынан сыймалап сәскән еренән тауыҡ туйҙырырлыҡ та уңыш йыйып ала алмай. Ә. Хәкимов.
СЫЙНАУ (сыйна-) (Р: визжать; И.: yelp; T: keskin çığlıklar atmak) ҡ.
1. диал. Бала илаған һымаҡ шыңшыу (эткә һ. б. ҡарата). □ Визжать. // Визжание, визг. Еңелсә сыйнап ҡуйыу. ■ Буре олоп арыны булһа кәрәк, ул һуңғы тапҡыр әсе итеп сыйнап ебәрҙе лә ҡапыл тынды. Ә. Бикчәнтәев. Кук буре яңғыҙлыҡтан, асығыуҙан, һағыштан йәнә сыйнаны, йәнә башын юғары сөйҙө. Т. Ғарипова. Ҡарауыҙ, ҡойроғон, ҡолаҡтарын уйнатып, әкрен генә сыйнап, яланып алды. С. Кулибай. Эт кеуек сыйнаған, буре кеуек олоған тауыштар урамға таралды. Ғ. Лоҡманов. Ҡапыл
732