СЫСҠАНҠОЙРОҠ
Ҡом сысҡаны. Ҡыр сысҡаны. Өй сысҡаны. Урман сысҡаны. Сысҡан балаһы. Сысҡан ояһы. Ләпәк сысҡан. Һуҡыр сысҡан. Оло сысҡан. Һыртлан сысҡан. ■ Ат өҫтөнән тороп, ике йөҙ аҙым йыраҡлыҡтағы ҡыр сысҡанына уҡтан атып тейҙерер булған башҡорт яугиры. Р. Байымов. Алыҫ мөйөштә сысҡан ҡыштырлай, шикелле. И. Абдуллин. Бесәй мөйөштә бер сысҡан йөрөгәнен һиҙеп ҡалған. Әкиәттән. • Бесәй юҡта сысҡан баш. Әйтем. Буренән ҡурҡҡан көтөү көтмәҫ, сысҡандан ҡурҡҡан иген икмәҫ. Мәҡәл.
2. миф. Ун ике йыллыҡ мөсәлдәге беренсе йылдың хужаһы. □ Мышь (мифологизированное животное, имеющее положительную семантику). Ышаныуҙар буйынса, сысҡан — үрсем килтереүсе йәнлек. ■ Сысҡан йылында йылдам бул. Сысҡан йылында тыуым артыр. Халыҡ ижадынан.
3. инф. Компьютерҙың курсорын хәрәкәткә килтереүсе механик манипулятор. □ Компьютерная мышь. Сысҡанһыҙ эшләү. Сысҡанды ялғау. Сысҡандың уң яҡ төймәһенә баҫыу.
♦ Сысҡанға үлем, бесәйгә көлкө кемгәлер бәлә булып, икенсе берәү шаярғанда әйтелә. □ Кому — смерть, кому — смех. ■ [Айытбай:] Сысҡанға үлем, бесәйгә көлкө, тигән кеүек, юҡ урында шаяраһың, Хәлкәс ағай. С. Агиш.
СЫСҠАН II (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan subdivisions name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, түңгәүер, бүләкәй-көҙәй, терһәк, барын, балыҡсы, ҡатай ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтары исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён бурзян, тангаур, булэкэй-кудей, терсяк, барын, балыҡсы, катай. Сысҡандар аймағы. Сысҡандарҙың тамғалары. Сысҡан аймағының сығышы.
СЫСҠАН БОРОСО (Р: вязель; И.: coronilla; T.: burçak) и. бот.
Ваҡ ҡына күбәләк формаһындағы һары сәскәләре сатыр рәүешендә ойошҡан, ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер һәм күп
йыллыҡ үлән. □ Вязель (лат. Coronilla). Сысҡан боросо мыйыҡтары. Сысҡан боросо орлоҡтары. Сыбар сысҡан боросо. Сысҡан боросо ҡыуаҡты һырыған.
СЫСҠАН БОРСАҒЫ (Р: мышиный горошек; И.: bird vetch; T.: kuş fiği) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған ҡыйғас -ҡыйғас селтәр япраҡлы, алһыу йәки аҡ төҫтәге сатыр сәскәле ҡуҙаҡлы күп йыллыҡ үлән. □ Мышиный горошек (лат. Vida cracca). Сысҡан борсағы өлгөргән. Сысҡан борсағы ялан ябып үҫкән.
СЫСҠАНБОРСАҠ (сысҡанборсағы) и. диал. ҡар. сысҡан боросо. Сыбар сыс-ҡанборсаҡ. Сысҡанборсаҡ сәскәһе.
СЫСҠАН ДЕГӘНӘГЕ (Р: вид липучки; И.: sort of blue bur; T.: hodangillerden bir bitki) и. диал. ҡар. һырлан.
Бейеклеге 30—80 сантиметрға етә торған, ваҡ ҡына күк сәскәле, һуңынан йомро ғына һырландары барлыҡҡа килгән бер йә ике йыллыҡ үлән. □ Вид липучки (лат. Lapulla). Сысҡан дегәнәгенә һырылыу. Сысҡан дегәнәге араһынан үтеү. Сысҡан дегәнәге һырырлыҡ булып өлгөргән. Сысҡан дегәнәге сәскәһе.
СЫСҠАН ЙЫЛЫ (Р.: год Мыши; И.: year of the Mouse; T.: sıçan yılı) и. миф.
Ун ике йыллыҡ мөсәлдең беренсе йылы. □ Год Мыши (первый год двенадцатилетнего животного цикла). Сыскан йылы башланды. Киләһе йыл — сысҡан йылы. ■ Аҡһаҡ Тимер хан килде. .. Сысҡан йылында, ғәҡрәп йондоҙоноң икенсе көнөндә Ҡазан шәһәрен алды. «Башҡорт шәжәрәләре». Сысҡан йылы сысҡан күп. Халыҡ ижадынан.
СЫСҠАН КИНДЕРЕ (Р: подорожник; И.: plantain; T.: sinirotu) и. диал. ҡар. юл япрағы.
Ергә түшәлеп үҫкән киң япраҡлы нәҙек яланғас һабаҡлы, башаҡ башлы үлән (ғәҙәттә, яраға ябалар). □ Подорожник (лат. Plantago). Эре япраҡлы сысҡан киндере. Сысҡан киндере юл буйын ябып үҫкән. Сысҡан киндере элек һуҡмаҡ булған урындарҙа үҫә. Сысҡан киндере япрағын шешеккә ябалар.
767