Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 768 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫСҠАНСЫҠ
СЫСҠАНҠОЙРОҠ (сысҡанҡойроғо) (Р.: мышехвостник; И.: mousetail; T.: sıçankuyruğu) и. бот.
Лютиктар ғаиләһенә ҡараған оҙонса ваҡ япраҡлы, һабаҡ осонда теҙелеп торған ваҡ ҡына алһыу йәки зәңгәр күк сәскәләре булған ҡыр үләне. □ Мышехвостник (лат. Myosurus). Бәләкәй сысҡанҡойроҡ. Сысҡанҡойроҡ сәскәһе. Сысҡанҡойроҡ уҫкән урын.
СЫСҠАНСЫҠ I (сысҡансығы) (Р.: колики; И.: torminas; T.: sancı) и.
1. Һыйыр малының ҡорһағына биҙ һымаҡ төйөн ҡалҡып, эсен таштырған ауырыу. □ Колики (у коров). Сысҡансыҡ булыу. Сысҡансыҡҡа әйләнеу. Сысҡансыҡтан улеу. ■ Сысҡансыҡ булһа, һыйыр малында була, йылҡыла булмай. Я. Хамматов.
2. диал. ҡар. ҡолаҡбау II, 1. Ҡолаҡ арты биҙе шешеүенән ғибәрәт булған йоғошло ауырыу; һаҡау (2). □ Свинка. Сысҡансыҡ ауырыуы. Сысҡансыҡ муйынға сыға. Сысҡансыҡ менән яфаланыу.
3. диал. Малдың мейеһе таҫма селәүсендәр менән зарарланыуҙан килгән ауырыу; әйләнсек. □ Вертячка (болезнь овец). Сысҡансыҡ булыу. Сысҡансыҡтан улеу. Сысҡансыҡ менән ауырыу. ■ [Кинйәһолтан — Иҫәкәйгә:] Ницә сысҡансыҡ менән ауырыған быҙау шикелле солоҡ төбөн әйләнеп йөрөйһөң? Н. Мусин.
СЫСҠАНСЫҠ II (сысҡансығы) (Р: пустельга; И.: kestrel; T.: kerkenez) и. ҡар. торомтай.
Ыласындар ғаиләһенә ҡараған оҙон осло ҡанатлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, күкшел буҙ һыртлы, ҡыҙғылт һары ҡорһаҡлы, кимереүселәр һәм бөжәктәр менән туҡланған ваҡ йыртҡыс ҡош. □ Пустельга (лат. Falco tinnunculus). Сысҡансыҡ суҡышы. Сысҡансыҡ ҡанаты. Сысҡансыҡ балалары. Сысҡансыҡ — бик йылғыр ҡош. ■ Сысҡансыҡ ҡая таштарҙа, һирәк ағаслы урмандарҙа йәшәй. Башлыса, сысҡан, ваҡ ҡош-ҡорт менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
СЫСҠАНСЫҠ ҠАЛҠЫУ (сысҡансыҡ ҡалҡ-) ҡ. ҡар. сысҡансыҡлау. Һа
рыҡ бәрәсенең сысҡансығы ҡалҡҡан. Оло һарыҡтың сысҡансығы ҡалҡып әрәм булды.
СЫСҠАНСЫҠЛАУ (сысҡансыҡла-) (Р: страдать от колик; И.: suffer with torminas; T.: sancı girmek) ҡ.
1. Сысҡансыҡ менән ауырыу. □ Страдать от колик. Һыйыр сысҡансыҡлай башлаған. Башмаҡ сысҡансыҡлап тора. Сысҡансыҡлауға ҡаршы дауа. Малдар сысҡансыҡлауҙан туҡтаны.
2. диал. Һаҡау йә сысҡансыҡ (I, 2) менән ауырыу. □ Болеть свинкой. Сысҡансыҡлап ятыу. Сысҡансыҡлап бөтөу. Оҙаҡ сысҡансыҡлау. Бер нисә ай сысҡансыҡлап йөрөу.
3. диал. Әйләнсек йә сысҡансыҡ менән ауырыу. □ Болеть вертячкой. Бәрәстәре сысҡансыҡлаған. Сысҡансыҡлап әйләнеу. Сысҡансыҡлай башлау.
СЫСҠАНСЫЛАУ (сысҡансыла-) (Р: ловить мышей; И.: mouse; T.: sıçan tutmak) ҡ.
1. Сысҡан аулау (төлкө, өкөгә ҡарата).
□ Ловить мышей (о лисе, сове, но не о кошке). Төлкө сысҡансылай. Сысҡансылап ҡайтыу. Сысҡансылауға сығыу. Өкөләр төнө буйы сысҡансылап йөрөй. ■ Әле алдан ҡуян сабып утә, сысҡансылап йөрөгән төлкө куҙгә эләгеп ҡала, ҡаптырлап ҡарағас ботаҡтарына бәрелә-һуғыла һуйыр осоп китә. Н. Мусин.
2. Төрткө йәки һуҡыр сысҡан тотоу.
□ Ловить кротов. // Охота на кротов. Сысҡансылау миҙгеле. Сысҡансылап килеу. Иртәнән кискә ҡәҙәр сысҡансылап йөрөу. ■ Үҙәк эҫтәрендә сысҡансылап ҡыш уҙғара торған Билал .. куренмәй. Ғ. Дәүләтшин.
СЫСҠАН ТИПКЕС и. ҡар. сысҡансыҡ II. Сысҡан типкес ояһы. Сысҡан типкес ҡойроғо. Сысҡан типкес сысҡандарҙы ҡыра. ■ Сысҡан типкес — кусмә ҡош. Э. Ишбирҙин.
СЫСҠАН УТЫ (Р: марево; И.: haze; mirage; T.: serap) и.
Ер өҫтөнән земберләп күтәрелгән эҫе һауа; сағым, һағым, мираж; монар. □ Мираж, марево (струящийся воздух в тёплый солнечный день). ■ Сыскан уты янһа, көн йонсой. һынамыш.
768