Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 769 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫТЛАУ
СЫСҠАН ҮРТЕ и. диал. ҡар. сысҡан уты. Сысҡан урте куренә. Сысҡан уртен ҡайһы бер яҡта ҡуян урте тип йөрөтәләр.
СЫСҠАНҺЫРТ (Р.: мышиный; И.: mousy; grey; T.: kır) с.
Һырт буйы ҡара һыҙатлы булған ҡола ат төҫө. □ Мышиный, серый (о масти лошади с тёмной полосой на спине). Сысҡанһырт тай. Сысҡанһырт дунәжен. Бейәнең сысҡанһырт ҡолоно бар. Сысҡанһырт алашаны егеу. Сысҡанһырт аттар мисәуләу.
СЫСҠАН ҺЫРТЛЫ с. ҡар. сысҡанһырт. ■ Бындай сысҡан һыртлы тарпан көтөуҙәренең Урал армыттары араһында элек куп булыуы тураһында ишеткәне бар ине Алпарҙың. Ғ. Ибраһимов. Егет кулдең шаулауына аптырап ҡараһа, гел бер төҫлө сысҡан һыртлы ҡола мал ер йөҙөн ҡаплап алған, ти. «Заятүләк менән һыуһылыу».
СЫСҠАН ӘҮРӘТКЕС (Р.: лунь степной; И.: hen-harrier; T.: bozkır tuygunu) и. зоол. диал.
1. Сысҡандарға һунар итеүсе ҡош.
□ Лунь степной (лат. Circus macrourus). Сысҡан әурәткес балалары. Сысҡан әурәткес ояһы. Сысҡан әурәткес осоуы.
2. диал. ҡар. сысҡансыҡ II. Сысҡан әурәткес тауышы. ■ Сысҡан әурәткес ялан торомтайынан тырнаҡтарының ҡара булыуы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
СЫТ I (Р: частокол; И.: paling; T.: çit) и. диал. ҡар. ҡойма I.
Ел һуҡҡан яҡтан ышыҡ булһын өсөн талдан, ҡабыҡтан йәки һаламды ҡыҫып эшләнгән ҡойма. □ Частокол, тын (из палок, толстых прутьев). Сыт тотоу. Сыт уреу. Йәш талдан сыт эшләтеу.
СЫТ II (Р: плетёнка; И.: string bag; T.: büyük sepet) и. диал. ҡар. мәрке.
1. Кипкән ҡорот йә башҡа ризыҡтар һаҡлау өсөн талдан үреп эшләнгән тубал.
□ Плетёнка, большая корзина (для хранения различных продуктов, обычно сухого куру та ). Сыт ҡапҡасы. Сытты бикләп ҡуйыу. Сыт эсендә һаҡлау. ■ [Ҡатын] сыттан ун биш башлап ҡорот.. индерҙе. Һ. Дәүләтшина.
2. диал. Талдан үргән тауыҡ, ҡаҙ ояһы. □ Гнездо из ивовых прутьев для домашних птиц. Сыт уреу. Сыт яһатыу. Сыт эсенә һалам һалыу. Сытта йомортҡа баҫыу. Себештәрҙе сыт эсенә ҡуйыу.
СЫТ III (Р.: подражание быстрому и крепкому сжиманию век; И.: mimesis of eyelid movement; T: kıpış kıpış) оҡш.
Күҙҙе ҡапыл йомоп асҡанды белдергән һүҙ. □ Подражание быстрому и крепкому сжиманию век. Сыт итеу. Куҙен сыт йомған. ■ Ҡая таш өҫтөнән тулҡынға һикергәндә кеше куҙен сыт йома. Ш. Янбаев.
♦ Сыт та итмәй 1) аптырар, ғәжәпләнер, юғалып ҡалыр һ. б. урында иҫе лә китмәгән кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. И глазом не моргнёт. Сыт та итмәй тороу. ■ [Ғәзимә:] Үҙе иламай ҙа бит әле, сыт та итмәй һинең ҡороғороң. һ. Дәүләтшина; 2) күҙҙе алмай, текләп. □ Даже не моргая. ■ Миңлегөл ике сикәһенән ҡыҫып, Буранбайҙы уҙенәрәк тартты. Сыт та итмәй уға баҡты. Т. Килмөхәмәтов.
СЫТАЙТЫУ (сытайт-) (Р: сморщить; И.: pucker; screw oneself up; T: yüzünü buruşturmak) ҡ.
Ризаһыҙлыҡ белдереп төҫтө боҙоу, йөҙҙө сирылтыу. □ Сморщить. Йөҙ сытайтыу. Сырайын сытайтып ултыра. ■ [Рәхимә әбей] ғумерендә беренсе тапҡыр йөҙөн сытайтып уфылданы. К. Мәргән.
СЫТАЙЫУ (сытай-, сытая) (Р: морщиться; И.: wince; screw oneself up; T.: yüzü buruşmak) ҡ. ҡар. йөҙ сирылыу.
Нимәнелер яратмағандан, оҡшатмағандан, ауыртыуҙан төҫ боҙоу. □ Морщиться, сморщиваться (от боли, от ощущения горького, кислого вкуса). Сытайып тороу. Сытайып ҡуйыу. Сытайып ҡарау. ■ Рәшиҙә әбей сытайып ҡуйҙы, сөнки уның дарыу яратмай торған ғәҙәте бар. К. Мәргән.
СЫТЛАУ (сытла-) (Р: ограждать тыном; И.: fence about; T.: çit çekmek) ҡ.
Ел һуҡҡан яҡтан ышыҡ булһын өсөн талдан, ҡабыҡтан йәки һаламды ҡыҫып ҡойма эшләү. □ Ограждать, огородить тыном, частоколом. Сытлап сығыу. Сытлап биреу.
769