Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 770 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫТЛАУЫҠ
СЫТЛАУЫҠ (сытлауығы) и. диал. ҡар. сыртлауыҡ. Көслө сытлауыҡ яуа башланы. Ҡара көҙҙән һуң бер туҡтауһыҙ сытлауыҡҡа әйләнде.
СЫТЛЫ с. ҡар. ситәнле. ■ Иртәгеһен иртук Базу бабай, сытлы кырандасҡа шәп ат егеп, беҙҙең ишек алдына килеп туҡтаны. Б. Бикбай.
СЫТРА (Р.: женское украшение; И.: sort of female decoration; wally; T.: bir tür süs) и. этн.
1. Алтын-көмөштән биҙәкләп, семәрләп, уртаһына ҡаш ҡуйып яһалған биҙәүес.
□ Женское украшение из золота и серебра с драгоценным камнем посередине. Аҡыҡлы сытра. Әсәйемдең сытраһы. Сытра яһатыу. Сытра мираҫ итеу. Йәшмә ташлы сытра.
2. миф. һаҡлау функцияһын үтәүсе ташлы металл биҙәүес. □ Женское украшение из золота и серебра с драгоценным камнем посередине (в мифологии имеет обереж-ную и отгонную силу, как все предметы из металлов). Сытра тағыу. Сытра биреу. ■ Ҡыҙ булып буй еткергәс, эт-ҡоштан һаҡлаһын тип, әсәйем сытраһын миңә тағып ҡуйҙы. Экспедиция материалдарынан.
СЫТРАЙ (Р.: упрямый; И.: stubborn; Т.: inatçı) с. диал.
Үҙ һүҙле, тиҫкәре; еңмеш. □ Упрямый, неуступчивый. Сытрай бала. Сытрай малай. Сытрай әҙәм булыу.
СЫТРАЙТЫУ (сытрайт-) (Р: морщить; И.: wince; knit one’s brow; T.: yüzünü buruşturmak) ҡ.
Ауыртыныу, ытырғаныу, көсәнеү һ. б. сәбәптән төҫтө боҙоу, йөҙ сирыу. □ Морщить (лицо, лоб и т. п., выражая недовольство или от ощущения боли). Йөҙҙө сытрайтыу. Сытрайтып алыу. Сытрайтып ҡуйыу.
СЫТРАЙЫУ (сытрай-, сытрая) (Р: морщиться; И.: wince; T.: yüzü buruşmak) ҡ.
1. Ауыртыныу, ытырғаныу, көсәнеү һ. б. сәбәптән төҫ боҙолоу, йөҙ сирылыу.
□ Морщиться (от недовольства или ощущения боли). Сытрайып йөрөу. Сытрайып тороу. Сытрайып ҡына ултырыу. Ауыртыуға туҙмәй сытрайыу. Теш һыҙлауҙан сытра
йыу. ■ Әрем әсеһенә лә кешенең йөҙө шулай сытраймаҫ. Ш. Янбаев.
2. диал. Көйһөҙләнеү, кәйеф китеү. □ Расстраиваться. Сытрайып тороу. Сытрайып йөрөу. Сытрайып ҡуйыу. Бушҡа сытрайыу. Бер юҡҡа сытрая башлау.
СЫТРАЛЫ (Р: с женским украшением сытра; И.: having a wally; T.: süslü) и.
Сытраһы булған. □ С женским украшением сытра. Сытралы ҡалпаҡ. Сытралы ҡыҙ. Сытралы ҡашмау. ■ Ҡарт миңә .. көмөш сытралы, ысын аҡыҡ ҡашлы, баштарына егерме бишәр тинлек иҫке тәңкә таҡҡан ҡуш сулпы сығарып бирҙе. Һ. Дәүләтшина.
СЫТ-СЫТ I (Р: частое моргание; И.: mimesis of eyelid movement; T.: kıpış kıpış) оҡш.
Күҙҙе ҡапыл-ҡапыл йомоп асҡанды белдергән һүҙ. □ Частое моргание. Сыт-сыт итеу. Ҡуҙҙе сыт-сыт йомоу. Йыш-йыш сыт-сыт итеп ала. Куҙҙәре сыт-сыт итеп тора. ■ «Мин ғәйепле тугел, турә... Мин тугел», — тине Туҡтағол, куҙҙәрен сыт-сыт йомоп. Ғ. Ибраһимов. Ҡарт, аҡ һаҡалын һелкетеп, йәшкәҙәгән куҙҙәрен сыт-сыт йомғолап ыңғыраша. Ш. Янбаев.
СЫТ-СЫТ II (Р: подражание многократному звуку счётов, клавиатуры; И.: sound imitative word; T.: çıt) оҡш.
Шыҡылдап йәки сылтырап сыҡҡан йомшаҡ тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному звуку счётов, клавиатуры. Сыт-сыт итеу. Сыт-сыт килеу. Сыт-сыт счёт төймәһен тартыу. Сыт-сыт итеп тороу. Сыт-сыт килеп шәп итеп клавиатура өҫтөнән бармаҡтар йөрөп уҙа.
СЫТЫЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бала-ҡатай ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени бала-катай. Сытый аймағы. Сытый тамғалары. Сытыйҙар иләуе. Сытыйҙар еренең сиге. Сытыйҙар менән сиктәш ырыуҙар.
770