Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 771 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫТЫР АРБА
СЫТЫЙ ЫУ (сытый-, сытыя) ҡ. ҡар. диал. сытайыу. Сытыйып ҡарау. Сытыйып ҡына эйелеу. Ауыртыуға сытыйыу. ■ Ул [Сәлимгәрәй], сытыя-сытыя урындыҡ ситенә шыуып, йөн башалтайын кейҙе, тороп баҫты. Н. Мусин.
СЫТЫҠЛАНЫУ (сытыҡлан-) (Р.: кокетничать; И.: flirt; flaunt; T.: cilvelenmek) ҡ. диал.
Кеше иғтибарын йәлеп итергә, оҡшарға тырышып, борғоланып-һырғаланып, төрлөсә ҡыланыу; ҡылансыҡланыу. □ Кокетничать. Сытыҡланып тороу. Сытыҡланып йөрөу. Сытыҡлана башлау. Сытыҡланып алыу.
СЫТЫЛДАТЫУ (сытылдат ) (Р.: моргать; И.: blink, bat one’s eyes; T.: gözlerini kıpıştırmak) ҡ.
1. Сыт-сыт иттереү, сыт-сыт йомоу. □ Моргать. Сытылдатып ҡарау. Сытылдатып алыу. Куҙҙәрен сытылдатып тора. Куҙҙәрен сытылдата башланы. ■ Яубаҫар буреген ҡалҡытты һәм бәләкәй йылтыр куҙҙәрен сытылдатып алды. Р. Низамов.
2. Сыт-сыт тигән тауыш сығарыу, сыт-сыт килтереү. □ Издавать звук сыт-сыт. Сытылдатып тороу. Сытылдатып һуғыу. Сытылдата башлау. Сытылдатып ҡуйыу.
СЫТЫЛДАУ (сытылда-) (Р: тикать; И.: tick; T.: tik tak etmek) ҡ.
Сыт-сыт (II) итеү, сыт-сыт килеү; сыт-сыт бәреү, һуғыу. □ Тикать. Сытылдап ишетелеу. Сәғәт сытылдап тора. Тәуге тамсылар сытылдап бәрелде. Н Канцелярияла счёт төймәләре генә сытылдай. С. Агиш. Миңлеямал .. стеналағы бер туҡтауһыҙ сытылдап торған «Точное время» сәғәтенә ҡараны. Ғ. Дәүләтшин.
СЫТЫР I (Р: хворост; И.: brushwood; Т.: çırpı) и.
1. Ваҡ ҡыу ағас; ағас ботаҡтары. □ Хворост. Сытыр өйөу. Сытыр өйөмө. Сытыр йыйыу. Сытыр яғыу. Сытыр ташыу. ■ Ағас төптәрендәге ҡоро сытыр уның [Азаматтың] ҡалын табанлы итеге аҫтында сыртлап һына. Ҡ. Даян. Рай
хан апай сытыр табып, ут яғып ебәрҙе. К. Кинйәбулатова.
2. диал. ҡар. ыбыр-сыбыр. Өйөрлө сытыр ҡалған. Йомош-юлға сытырҙы йугертеу.
СЫТЫР II (Р: треск!; И.: snap!; crash!; T.: çatırtı sesi) оҡш.
Ҡоро ваҡ ағас һынғанда, йоҡа беше әйбер йыртылғанда сыҡҡан йәки шуға оҡшаш бүтән төрлө сағыу тауышты белдергән һүҙ. □ Треск! (подражание отрывистому потрескиванию, треску). Сытыр итеу. Сытыр итеп йәшен атты. Сытыр иткән яман тауыш сыҡты. Сытыр итеп ҡалды. Сытыр итеп йыртып алды. Тәҙрә өлгөһө сытыр итеп сатнаны.
СЫТЫР III (Р: ветвь; И.: branch; T.: budak) и. диал. ҡар. ботаҡ.
Ағастың олононан сыҡҡан үҫентеһе; тармаҡ. □ Ветвь. Куйы сытыр менән ҡапланған ағас. Ағастың аҫҡы сытырына элеп тороу. Сытыр мөгөҙлө ата мышы.
СЫТЫР IV (Р: шалаш; И.: cabin; Т.: kulübe) и. диал. ҡар. ҡыуыш.
Тәбиғәттә ваҡытлыса йәшәү йә ятып тороу өсөн ҡоролған ышыҡ урын. □ Шалаш. Сытыр ҡороу. Һалам сытыр. ■ [Януш ҡарт:] Шунда, Яйыҡ буйында, сытыр ҡороп ятабыҙ. С. Шәрипов.
СЫТЫР V (Р: узелок спутавшихся ниток основы; И.: nodule of confused thread; T.: dolanan ipler düğümü) и. туҡ. диал.
Туҡыу станогының ҡылыс артындағы иреш буталсығы. □ Узелок спутавшихся ниток основы (в домашнем ткачестве). Туҡыу станогы сытыры. Сытырға төйнәлеу. Сытыр сеймәлеуе.
СЫТЫРАЙЫУ (сытырай-, сыты р ая) ҡ. диал. ҡар. сытрайыу. ■ Ул бармағын тубә-гә төртөп курһәтте, сытырайып йөҙөнә йылмайыу сығарырға маташты. Д. Бүләков. Сабый, кешеләрҙең куҙ ҡарашына иғтибар итмәйенсә, мәғәнәһеҙ аҡайтып ҡараған буръяҡ куҙен сылт-сылт йомғолап йөҙөн сирылтты, сытырайҙы. Я. Хамматов.
СЫТЫР АРБА (Р: разновидность телеги; И.: sort of dray; T.: bir tür at arabası) и. диал.
771