СЫТЫРҘАҠ ҠУҢЫҘ
Ситәндән үрелгән арба; күрекле арба. □ Разновидность телеги. Сытыр арбала елдереү. Сытыр арбаға ат егеу. Сытыр арбаны талдан, һирәкләп муйылдан урәләр.
СЫТЫРҘАҠ ҠУҢЫҘ (Р: жук-щелкун; И.: click beetle; T.: takla böceği) и. зоол.
Ҡаты тәнле, һикереүгә һәләтле, сытырлау (1) тауышы сығарыусы ҡуңыҙ. □ Жук-щелкун (лат. Elateridae). Сытырҙаҡ ҡуңыҙҙы күҙәтеү. Сытырҙаҡ ҡуңыҙ тотоу. Һоро сытырҙаҡ ҡуңыҙ. Сыбар сытырҙаҡ ҡуңыҙ. Ҡыҙыл аяҡлы сытырҙаҡ ҡуңыҙ.
СЫТЫРЛАТЫУ (сытырлат-) (Р: потрескивать; И.: crackle; T.: çıtırdatmak) ҡ.
1. Сытыр-сытыр иттереү, сытыр-сытыр килтереү. □ Потрескивать, хрустеть, дребезжать. Сытырлатып быяла ярылды. Йәшен сытырлатып атты. ■ Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп йәшен сытырлатып үпте тау битен. Н. Нәжми.
2. Хәл ҡылымдың -ып формаһында «бик ныҡ итеп, ныҡ ҡыҫып, ҡымтып» тигән мәғәнәне аңлата. □ Крепко жмурить (глаза). Күҙҙе сытырлатып йомоу. Күҙҙе сытырлатып йомоп ятыу. ■ Күҙен сытырлатып йома, юрған хеҙмәтен үтәүсе иҫке-моҫҡо кейемде башына тарта, тик барыбер йоҡлап китә алмай. Ә. Хәкимов.
3. Ҡымтып тотоу, йәбешеү, ҡыҫып алыу. □ Поджимать. Сытырлатып тотоу. Сытырлатып йәбешеү. ■ Зәлифә иһә ултырған таҡтаһына сытырлатып йәбешкән дә иренен ауырттырғансы ҡымтыған. Н. Мусин. Хәтимә, йүгереп барып, малайҙы сытырлатып тотоп алды. Р. Ғабдрахманов. Фатиманың .. ҡулдары шәлен сытырлатып түшенә ҡыҫҡандар. Б. Бикбай.
СЫТЫРЛАУ (сытырла-) (Р.: трещать; И.: crack; T.: çıtırdamak) ҡ.
1. Сытыр-сытыр итеү, сытыр-сытыр килеү. □ Трещать, потрескивать, хрустеть. // Треск, потрескивание. Сытырлап тора. Сытырлай башлау. Пулемёттан сытырлатып атыу. Боҙ сытырлап ярылды. ■ Бер нисә йыл буйы кибеп торған йыла сытырлап яна башланы. Ж. Кейекбаев. Ҡараңғыланды
көн, иҫте еле, сытырланы күктең көмбәҙе. Ф. Күзбәков.
2. күсм. һөйл. Хәл ҡылымдың -п формаһында «тотлоғоп тормай, бер туҡтауһыҙ» тигән мәғәнәне аңлата. □ Тараторить, трещать. Тел биҫтәһе сытырлап һөйләшә.
СЫТЫРЛАШЫУ (сытырлаш-) ҡ. урт. ҡар. сытырлау, взаимн. от сытырлау. Сы-тырлашып ярылдылар. Ҡоро ботаҡтар сытырлатып янып бөттө.
СЫТЫРЛЫҠ (сытырлығы) (Р.: хворо стинник; И.: brushwood growth; T: çırpı çok olan yer) u.
Сытыр күп ер. □ Хворостинник. Сытырлыҡҡа инеп китеү. Сытырлыҡта йөрөү. Сытырлыҡ араһы. Сытырлыҡҡа барыу. Сытырлыҡҡа әйләнеү.
СЫТЫРМАҠЛЫ (Р.: шершавый; И.: rough; T: pürtüklü) с. диал.
Шыма булмаған; ҡытыршы, ҡужырмаҡлы. □ Шершавый. Сытырмаҡлы яҫылыҡ. Өҫтө сытырмаҡлы. Ағас олоно сытырмаҡлы. Сытырмаҡлы иҙән таҡтаһы.
СЫТЫРМАН I (Р: чаща; И.: thicket; Т: sık orman) и. диал. ҡар. шырлыҡ.
Үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы ағаслыҡ. □ Чаща, дебри. Сытырманға инеү. Сытырман буйы. Сытырман эсе. Уҫаҡ сытырманы. Йырып сыҡҡыһыҙ сытырман.
СЫТЫРМАН II р. диал. ҡар. сат II. Сытырман йәбешеү. ■ Дилбәр сытырман йәбешкән улының ҡосағынан ысҡынып аяғына баҫырға теләне. Г. Ғиззәтуллина.
СЫТЫР-МЫТЫР (Р: хворост; И.: brushwood; T: çırpı) и. йыйн.
Йыйып өйөлгән ваҡ-төйәк ағас, ағас ботаҡтары. □ Хворост, ветки. Сытыр-мытырға барыу. Сытыр-мытыр йыйыу. Сытыр-мытыр ташыу. Сытыр-мытыр өйөү. ■ Сытыр-мытыр яғып, ҡула менән тамаҡтарына бешерәләр. Ж. Кейекбаев.
СЫТЫР-САТЫР и. ҡар. сытыр-мытыр. Сытыр-сатыр алып ҡайтыу. Сытыр-сатыр килтереү. Сытыр-сатыр тоҡандырып ебәреү. ■ Камил .. сытыр-сатыр өйөмөнә яҡын килде. Ф. Иҫәнғолов.
772