Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 773 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫУАҠ
СЫТЫР-СЫТЫР (Р.: подражание треску; И.: crackle; T.: çıtırtı sesi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сытыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному треску; потрескивание. Сытыр-сытыр итеу. Сытыр-сытыр һыныу. Утын сытыр-сытыр килеп яна. ■ Өйгә инһәм, өй әсем ҡараңғы, сытыр-сытыр сыра янһа ла. Халыҡ йырынан.
СЫТЫР УТЫН и. диал. ҡар. сытыр I. Сытыр утын йыйыу. Сытыр утын менән генә көн итеу. Сытыр утын менән ҡаҙан ҡайнатыу.
СЫТЫРЫҠ (сытырығы) и. диал. ҡар. сытыр I. Сытырыҡ ташыу. Усаҡҡа сытырыҡ һалыу. Сытырыҡ менән усаҡ яғыу.
СЫУ (Р.: послед; И.: afterbirth; Т.: son) и. ҡар. сыуын.
Мал ҡарынындағы яралғы ята торған көп; ҡап (I, 9). □ Послед (у самки животного). Сыу һалыу. Һыйыр сыуын күмеү. Мал сыу һала алмай оҙаҡланы. ■ [Сәйҙеямал:] һыйырҙың орғасы быҙауы бар. Сыу һалғанын көтөп оҙаҡлап киттем. Я. Хамматов.
СЫУАҒАЙТЫУ (сыуағайт-) (Р.: становиться ясным; И.: become cloudless; T.: ayazlandırmak) ҡ.
Сыуаҡҡа әйләнеү, көн асылыу, болоттар таралыу; аяҙытыу. □ Становиться ясным, безоблачным, проясниться (о погоде). Көндәр сыуағайтты. Сыуағайтып ебәрҙе. ■ Ямғырҙан һуң көн йәнә сыуағайтты. Я. Хамматов.
СЫУАҒАЙЫУ (сыуағай-, сыуағая) (Р: распогодиться; И.: clear up; be not cloudy; T.: ayazlamak) ҡ.
Сыуаҡ булыу, сыуаҡҡа әйләнеү. □ Распогодиться, становиться ясным, солнечным. Сыуағая башланы. Көн сыуағайҙы. Бөгөн сыуағайып тора.
СЫУАҒЫТЫУ (сыуағыт-) ҡ. диал. ҡар. сыуағайтыу. Кис сыуағытып тора. Көҙгө көндәр сыуағытып ебәрҙе. Көн оҙоно яуған ямғырҙан һуң сыуағытты.
СЫУАҠ I (сыуағы) (Р: яркий солнечный свет; И.: bright, clear sunlight; T.: aydınlık) и.
1. Асыҡ ҡояш яҡтыһы. □ Яркий солнечный свет. Көн сыуағы. Сыуаҡҡа китте. Сыуаҡта сыраҡ асылып китә. Йылы сыуаҡ ҡарҙы иретә. Сыуаҡ яратыусы үҫемлек. ■ Балыҡсылар әйтеүенсә, элек эре бәрҙе көҙгө сыуаҡта ғәләмәт шәп эләккән. Ш. Нафиҡов. Ҡыуаҡтар ҙа шәлен һала кеүек тик ҡыҙыныр өсөн сыуаҡта. Р. Бикбаев. Тәҙрәм астым, сыуаҡ төштө, ҡыҙыл нурҙарын сәсте. Халыҡ йырынан.
2. Яҙ йәки көҙ көнөндәге ҡояш төшөп торған ышыҡ йылы урын. □ Солнечное безветренное место. Көҙ сыуағы. Сыуаҡҡа сығыу. Сыуаҡта ултырыу. ■ Бала-саға, ҡояш битенә сыуаҡҡа сығып, әүеҫлек башына менеп, ҡурсаҡ уйнай. Т. Йәнәби.
3. күсм. миф. Ҡояш. □ Солнце. ■ Сыуағым минең, баҡ, баҡ, баҡ; балыҡ башын бирәм һиңә, түш-ҡабырға булһын миңә, сыуағым минең, баҡ, баҡ, баҡ! Халыҡ ижадынан.
СЫУАҠ II (Р: солнечный; И.: sunny; Т.: güneşli) с.
1. Асыҡ, ҡояшлы, аяҙ. □ Солнечный, ясный. Сыуаҡ көн. ■ Яҙҙар килә, яҙҙар гөл килтерә, гөл килтерә сыуаҡ яҙҙарым. X. Ғиләжев. Тау түбәһенә менеп баҫтыңмы, сыуаҡ мәлдә тирә-яҡта ғәжәйеп күренеш асыла. Ә. Хәкимов. Сыуаҡ көндө Сафыйҙарҙың спорт майҙансығына китеп барғандарын күрше әбекәй менән Хаят ҡарап ҡалғайны. С. Шәрипов.
2. күсм. Ҡайғы-хәсрәтһеҙ, бәхетле, шат; асыҡ, көләс (йөҙгә ҡарата). □ Счастливый, светлый (о лице). ■ Һин һәр ваҡыт шат күңелле, һәр саҡ сыуаҡ йөҙлө булдың. Ә. Зәйнуллин. Сыуаҡ көндәй асыҡ ҡарашыңдан күкрәгемә, гүйә, ҡоштар ҡунды. Ф. Күзбәков. Серҙәреңде уртаҡлашыр кешең булыуын аңлауҙан тормош күңеллерәк, яғымлыраҡ, сыуаҡ көн кеүек, яҡтыраҡ булып тойола. Ә. Бикчәнтәев.
СЫУАҠ III (Р: солнечно; И.: sunny, fine, fair; T.: parlak) р.
1. Асыртып, асыҡ булып, ҡояшланып. □ Солнечно, ясно (о погоде). Сыуаҡ булыу. ■ Быйыл йыл һәйбәт килә. Бер-ике
773