Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 774 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫУАҠ АПАЙ
көн сыуаҡ булып тора ла, кук кукрәп, ямғыр яуып уҙа. Ә. Вәли.
2. кусм. Ҡайғы-хәсрәтһеҙ, шат; асыҡ, көләс булып (йөҙгә ҡарата). □ Счастливо, светло, радостно (о лице). Йөҙө сыуаҡ булып китте.
СЫУАҠ АПАЙ (Р.: божья коровка; И.: ladybird; T.: uğur böceği) и.
1. диал. ҡар. ҡамҡа. Ҡанат өҫтө ҡыҙыл йәки һары төҫтәге ҡара төрткөлө ваҡ ҡына йомро ҡуңыҙ. □ Божья коровка (лат. Coccinellidae). Eme нөктәле сыуаҡ апай. Сыуаҡ апайҙар оса. ■ Сыуаҡ апайҙар ку-ренһә, көндәр йылына, һынамыш.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, Алла һыйыры — сыуаҡ көндәр килтереүсе бөжәк.
□ Божья коровка (мифологизированное насекомое, являющееся, по представлениям башкир, живностью Аллаха), доел. Солнечная сестра, тётя. Сыуаҡ апай саҡырыу.
СЫУАҠЛАНЫУ (сыуаҡлан-) ҡ.
1. ҡар. сыуаҡлау 1. Көндәр сыуаҡланды. Сыуаҡланып килә. Сыуаҡлана башланы. Сыуаҡланып тора.
2. кусм. Күңел асылып хисләнеү. □ Становиться радостным. Куңеле сыуаҡланып китте. И Кәйефем дә бөгөн, болотһоҙ зәцгәр һауалы кук һымаҡ, сыуаҡланып тора ине. С. Ҡудаш.
СЫУАҠЛАУ (сыуаҡла-) (Р.: становиться ясным; И.: become unclouded, clear up; T.: ayazlanmak) ҡ.
1. Сыуаҡҡа, аяҙға әйләнеү, сыуаҡ булыу. □ Становиться ясным, безоблачным, яснеть. ■ Көн сыуаҡлап, йылытып ебәрҙе. Ғ. Ғүмәр. Ҡапыл сыҡҡан ямғыр утеп китте. Яңынан сыуаҡлап ебәрҙе. Р. Солтангәрәев. Көн торошо көҙгә тартым хәҙер: сыуаҡлап ала, еләҫләп ала, көтмәгәндә саҡ-саҡ ямғыр һибәләп утә. С. Шәрипов.
2. Көн битендә, ҡояшта йылыныу.
□ Греться на солнцепёке, солнышке. Сыуаҡлап тороу. Бесәй сыуаҡлап ята. Кояшта әбей-һәбей сыуаҡлап ултыра. ■ Нигеҙ буйында сыуаҡлап ултыра инем, тағы әсәйемдец тауышы ишетелде. Н. Мусин.
СЫУАҠЛЫ с. ҡар. сыуаҡ II. Сыуаҡлы көн. ■ Йомарт сыуаҡлы, зауыҡтырғыс яҙ миҙгеле ине. М. Тажи. Көндәр сыуаҡлы, яҙ ғәҙәттәгенән иртәрәк һиҙҙертә уҙен быйыл. С. Шәрипов.
СЫУАЛ (Р: печь; И.: furnace; hearth, fire place; T: ocak) и.
1. Утынды һөйәп яға торған ҙур ауыҙлы, тура мөрйәле боронғо мейес. □ Печь (типа камина). Сыуалға яғыу. Сыуал арты. Сыуал алды. Сыуал мөрйәһе. Сыуал яҡтыһы. Сыуал менән йылытыу. ■ Тау ҡыуышына һайғауҙан йышлап яһалған өйҙөң сыуалы янында .. ултырған, йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ир .. ҡунағына ҡараны. Т. Ғарипова. [Илмырҙа] өйҙөц эске яғында сыуал урынына урыҫ мейесе, ә төпкө бүлмәһенә ҡалаларҙағыса тышы тимер менән көпләнеуле йомро мейес сығартты. Я. Хамматов.
2. диал. Йомро тимер мейес. □ Круглая железная печь. Сыуал яғыу. Сыуал эсенә утын һалыу. Сыуалдағы утынды тоҡандырыу.
3. миф. Йорт йә өй эсен төрлө насар көстәрҙән, зәхмәттәрҙән һаҡлаусы. □ Печь (типа камина, которая выполняет очищающую и обережную функцию). Сыуал — ой ҡото. Сыуал яғып, ен-пәрей ҡыуыу.
СЫУАЛАНЫУ (сыуалан) ҡ. ҡайт. ҡар. сыуалыу 1—4. возвр. от сыуалыу 1—4. Сыуаланып бөтөу. ■ Урамдағы хәлде кургән Хажисолтан байҙың бисәләре, бер-береһенә ҡарата насарлыҡтарын онотоп, өй эсендә сыуаландылар. Я. Хамматов.
СЫУАЛ АРТЫ (Р: запечье; И.: back of a hearth, furnace; T.: ocak yam) и. диал.
1. Мейес арты. □ Запечье. Сыуал артына ҡуйыу. Сыуал артына ойоу. Сыуал артына һәндерә эшләу. ■ Уның [мейестең] боронғоса сыуал арты тип әйтелә торған урынына ваҡ-төйәк сытыр, утын киҫәктәре тултырылған. Ғ. Дәүләтшин. [Ҡыҙҙар — Талхаға:] Аҡыл өләшкәндә сыуал артында ятып ҡалған ул. Ж. Кейекбаев.
2. миф. Мифлаштырылған хәүефле урын; бисура урыны. □ Мифологизиро-
774