СЫУАЛЫУ
ванное опасное место. Сыуал артында һуғылған сир.
СЫУАЛ ҠАШАҒАҺЫ (Р.: карниз (печи); И.: ledge; T.: soba saçağı) и. диал.
Усаҡ-мейестең ауыҙы өҫтөндәге һикәлтә; мейес ҡашағаһы. □ Карниз печи (передняя часть печи над шестком). Сыуал ҡашағаһына һалып тороу. Сыуал ҡашағаһы йылыһы. Сыуал ҡашағаһында киптереү.
СЫУАЛЛЫ (Р.: с камином; И.: having a fire-place, furnace; T.: şömineli) с.
Сыуалы булған, сыуал менән. □ С камином, с печкой типа камина. Сыуаллы йорттар. ■ Сыуаллы, ҡарындыҡ тәҙрәле ой һалдырыу ниәте ғәмәлгә ашмағас, Ша-миловтың кәйефе ныҡ ҡырылғайны. Ә. Хәкимов.
СЫУАЛСЫҠ I (Р: запутанный; И.: tangled; moot point; involved; T.: karışık) с.
1. Сырмалып бөткән, аралашып буталған. □ Запутанный, спутанный, путаный. Сыуалсыҡ сәс. Сыуалсыҡ еп. Сыуалсыҡ сүс. ■ Сыуалсыҡ бер йомғаҡ һымаҡ кешенең был ғүмере. Р. Ғарипов.
2. күсм. Билдәле бер тәртибе булмаған, аңлайышһыҙ; буталсыҡ, эҙмә-эҙлекһеҙ. □ Сумбурный, беспорядочный, путаный. Сыуалсыҡ телмәр. Сыуалсыҡ уй. Сыуалсыҡ хәл. Сыуалсыҡ фекер ағышы. ■ Улар [журналистар] кешегә, уның хеҙмәтенә бәйле күп сыуалсыҡ мәсьәләне ҡәләм осона ала. Ә. Вахитов.
СЫУАЛСЫҠ II (сыуалсығы) (Р: запутанность; И.: complexity; T.: karışıklık) и. ҡар. сырмалсыҡ IV.
Буталсыҡ, аңлауы ҡыйын хәл. □ Запутанность, сумбурность. Ваҡ-төйәк сыуалсыҡтар. Тормош сыуалсығы. Фекер сыуалсығы. Килеп сыҡҡан сыуалсыҡтарға бирешмәү.
СЫУАЛСЫН (Р: глист; И.: helminth; Т.: solucan) и. диал.
1. ҡар. селәүсен 2. Тура эсәктәге ваҡ ҡына паразит ҡорт. □ Глист, острица. Сыуалсын ҡул йыумай ашау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
2. ҡар. селәүсен 1. Сыуалсынға бай ер. Йылы ямғырҙан һуң сыуалсындар ер өҫтөнә килеп сыға. ■ Сыуалсын күп булһа, тупраҡ уңдырышлы була. һынамыш.
СЫУАЛ ТАБАНЫ (Р: основание печи; И.: foundation of a furnace; T: ocağın temeli) и. диал.
Мейес ҡаҙнаһы. □ Основание печи. Сыуал табаны һалыу. Сыуал табанына урын билдәләү.
СЫУАЛТЫУ (сыуалт-) (Р: запутать; И.: entangle; T: karıştırmak) ҡ.
1. Аралаштырып бутау; сырмалтыу. □ Запутать, путать. Епте сыуалтыу. Сыуалтып бөтөү. Сыуалтып ҡуйыу. Йомғаҡты бесәй балаһы сыуалтҡан. ■ [Атаһы — Вәлигә:] Ҡара һин, ашығып, ҡулыңды киҫеп ҡуйма, игенде сыуалтмай, яҡшы урып өйрән. М. Ғафури.
2. күсм. Билдәле бер тәртипте юғалтып, буталсыҡ хәлгә килтереү; бутау (фекергә һ. б. ҡарата). □ Запутывать, путать. Башты сыуалтыу. Фекерҙе сыуалтыу. Эште сыуалтыу. Мәсьәләне сыуалтыу. ■ «Иркенлек», «тигеҙлек», «берлек» кеүек һүҙҙәрҙең ҡапыл ишеткән саҡта ҡолаҡҡа яғымлы яңғырауы ҡайһы бер кешеләрҙең мейеләрен сыуалтты. Һ. Дәүләтшина.
3. күсм. Эҙҙе, юлды яңылыштырыу, бутау. □ Запутывать, путать. Хәйләкәр төлкө юлын сыуалтты.
СЫУАЛЫУ (сыуал-) (Р: путаться; И.: snarl; T.: dolaşmak) ҡ.
1. Тәртипһеҙ аралашып буталыу; сырмалыу. □ Путаться. Арҡан сыуалған. Йомғаҡ сыуалды. Сәсе сыуалған. Кәтүк сыуалып ята. ■ Улар [ҡыр ҡаҙҙары] талған ҡанаттарын, сыуалған йөндәрен суҡыштары менән рәтләйҙәр, ҡағыналар. М. Ғафури.
2. Кемдер йәки нимәлер тирәһендә уралып йөрөү; уранғылау. □ Путаться. Йорт тирәләй сыуалыу. ■ Ошо көндән һуң ул [Таһир] ат тирәһендә сыуала башланы. К. Мәргән. Камай мулла уларҙың [Һеләү-һендәрҙең] ауылында бик йыш сыуала башланы. Ғ. Ибраһимов.
775