СЫУАЛЫШ
3. Ҡайҙалыр буталып йөрөү, ҡамасаулау.
□ Мешаться, путаться. Аяҡ аҫтында сыуалыу. ■ Хаят: «Сафый бөгөндәре бында сыуалып йөрөмәҫ тә инде», — тип һораулы ҡарашын Мәрйәмгә төбәне. С. Шәрипов.
4. кусм. Ниндәйҙер эш-шөғөл менән ныҡ мәшғүл булыу, мәшәҡәтләнеү. □ Возиться с чем. Йорт эштәре менән сыуалыу. Сауҙа менән сыуалыу. Көндәлек эш менән сыуалыу. Тормош мәшәҡәте менән сыуалып йөрөу.
5. Кем менәндер аралашыу, бәйләнештә, мөнәсәбәттә булыу, танышлыҡ тотоу.
□ Общаться, быть в близких отношениях, водиться, знаться. Арғы остар менән сыуалыу. Кәрәкмәгән кеше менән сыуалыу. ■ [Хәлит — Сафияға:] Шоңҡарҙың янында сыуалырға тырышыусылар куп булыр. Береһен яҡын ебәрмә. Ә. Атнабаев.
6. кусм. Ғишҡи мөнәсәбәттә булыу, йөрөү. □ Дружить, быть в любовных отношениях. // Любовная связь. Бисә-сәсә менән сыуалыу. М Ихсанбайҙы Зарифа менән сыуалды тип яҙғайнылар. Т. Ғарипова.
7. Эҙмә-эҙлекле тәртипте юғалтыу, буталсыҡ хәлгә килеү; буталыу (уй-фекергә һ. б. ҡарата). □ Забыться, становиться рассеянным. Мейе сыуалыу. Зиһен сыуалыу. Уйҙар сыуалыу. Баш сыуалыу. Фекер сыуалыу. ■ Калай итеп һутәйем был [уйҙар] сыуалған йомғаҡты. Р. Ғарипов. Тәугеһен эскәс тә, уның [Садиҡаның] бөтә уй-фекерҙәре сыуалды. Ә. Әһлиуллин.
♦ Мыйыҡ сыуалыу уҫаллыҡ, ризаһыҙлыҡ күрһәтеп асыуланып йөрөү. □ Злиться, возмущаться, гневаться. Бөгөн мыйығы сыуалған. Бик тиҙ мыйығы сыуалып бара.
СЫУАЛЫШ (Р: суматоха; И.: hubbub; turmoil; T.: velvele) и.
1. Шау-шыулы, ығы-зығылы ваҡиға; бола. □ Суматоха, переполох, паника. Сыуалыш башланды. Сыуалышҡа ҡушылыу. Сыуалыш күтәреү. Сыуалыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. ■ Бер ситтә .. ОМОН ғәскәре баҫып тора. Гүйә, майҙандағы сыуалыш, ҡысҡырыш уларға ҡағылмай. Д. Бүләков. Үҙебеҙ ике аралағы сыуалыштың осона сығыр инек әле. Ә. Хәкимов.
2. Хакимлыҡҡа ризаһыҙлыҡ белдергән күмәк хәрәкәт; бола. □ Мятеж, бунт. Сыуалышты баҫтырыу. ■ Эстонияла крәҫтиәндәр сыуалышы башланғас, урындағы властар тотҡондарҙы [Салауат менән Юлайҙы] Себергә ебәрергә уйлай. Р. Солтангәрәев. Яйыҡ казактары араһындағы сыуалыштар элек-электән килә ине. Ғ. Ибраһимов.
СЫУАЛЫШЫУ (сыуалыш-) (Р: бунтовать; И.: rebel; T.: isyan etmek) ҡ.
1. Ризаһыҙлыҡ белдереп, күтәрелеп сығыу, хәрәкәткә килеү. □ Бунтовать, поднимать бунт. Сыуалыша башланылар. Сыуалышып алыу. Каты сыуалыштылар. ■ Бисәләр тағы ла нығыраҡ сыуалыштылар. 3. Биишева.
2. Ығы-зығы, сыр-сыу килеү; боларыу. □ Скандалить. Сыуалышып алыу. Уйламағанда сыуалышып ҡуйыу. Күрше-тирәһе менән көн дә сыуалышып тора. ■ Байтаҡ сыуалышҡас, ҡыҙҙар ултырышып бөттө. М. Кәрим.
3. урт. ҡар. сыуалыу 2—4. взаимн. от сыуалыу 2—4. Сыуалышып йөрөү. Үрге остар менән сыуалышыу. Кәрәкмәгән кешеләр менән сыуалышыу.
СЫУАШ I (Р: чуваш; И.: Chuvash; Т.: Çuvaş) и. этн.
Сыуаш Республикаһының төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (төрки телдәренә ҡараған сыуаш телендә һөйләшә). □ Чуваш. / Чувашский. Сыуаш ере. Сыуаш халҡы. Сыуаш теле. Сыуаш ҡатыны. Сыуаш республикаһы. Сыуаш милли кейеме. ■ [Бәҙри:] Башҡорт менән муҡшы, сыуаш менән үзбәк, татар менән әрмән ниндәй телдә һөйләшә? Ә. Әһлиуллин.
СЫУАШ II (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
Бөрйән, янһары, түңгәүер, аҡ-ҡыпсаҡ, һары-ҡыпсаҡ, төркмән-ҡыпсаҡ, сәңкем-ҡыпсаҡ, һарт-әйле, әйле, бала-ҡатай, күбәләк, барын-табын, ҡара-табын, ил-күл-мең,
776