Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 777 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫУСЫУ
ҡуңҡас-мең, ҡырҡ-өйлө-мең, мең ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён бурзян, янсары, тангаур, ак-кыпчак, сары-кыпчак, туркмен-кыпчак, сэнкем-кыпчак, сарт-айле, айле, бала-катай, кубэлэк, барын-табын, кара-табын, иль-куль-мин, кункас-мин, кырк-уйле-мин, мин. Сыуаш араһы. Сыуаш аймағы ерҙәре. Сыуаш аймағы тамғалары.
СЫУАШАЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡара-табын ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. П Название одного из родовых подразделений башкир племени кара-табын. Сыуашай ерҙәре. Сыуашай аймағы башҡорттары. Сыу ашайҙарҙың сығышы. Сыу ашайҙарҙың нәҫел ебе.
СЫУАШБИРҘӘЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Кесе-табын ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кесе-табын. Сыуашбирҙәй араһы. Сыуашбирҙәй аймағы тамғалары. Сыуашбирҙәй башҡорттары биләмәһе. Сыуашбирҙәй нәҫеле шәжәрәһе.
СЫУАШ КИТАБЫ (Р: книжка; И.: third stomach; T.: kırkbayır) и. диал. ҡар. ҡатлансыҡ.
Көйөшлө малдың ашҡаҙанындағы өсөнсө бүлек; ҡатлы ҡарын, ҡарта, ҡырҡ ҡатлансыҡ. □ Книжка (часть желудка у жвачных животных). Сыуаш китабы йыуыу. Сыуаш китабы бешереу. Бәлеш эслегенә сыуаш китабы уткәреп һалдыҡ.
СЫУАШ КӘРТЛӘНСЕГЕ и. диал. ҡар. сыуаш китабы. Сыуаш кәртләнсеге уткәреу. Сыуаш кәртләнсегенән бәлеш бешереу.
СЫУАШСА (Р: по-чувашски; И.: in Chuvash; T.: Çuvaşça) р.
1. Сыуаш телендә. □ По-чувашски. Сыуашса һөйләшеу. Сыуашса аралашыу. Сы
уашса анрау. Сыуашса әйтеу. Сыуашса йырлау. ■ Көтөуселәр сыуашса ҡысҡырып-ҡысҡырып йырлайҙар. Ш. Шәһәр.
2. Сыуаш халҡына хас рәүештә. □ По-чувашски, как чуваши. Сыуашса кейенеу. Сыуашса бейеу. Сыуашса билмән эшләу. Сыуашса тоҙлау. Сыуашса тултырма тултырыу. Сыуашса ҡыҫтыбый бешереу.
СЫУАШ ӘФТИӘГЕ и. диал. ҡар. сыуаш китабы. Сыуаш әфтиәге таҙартыу. Сыуаш әфтиәге сайҡау.
СЫУҘЫҠЛАУ (сыуҙыҡла-) (Р: ткать с полосками; И.: weave with streaks; T: iki ipten dokumak) ҡ.
Ара ҡалдырып, ике төрлө ептән һуғыу.
□ Ткать с полосками. Сыуҙыҡлап һуғыу. Сыуҙыҡлай башлау. Сыуҙыҡлап бөтөу. Бик матур итеп сыуҙыҡлап сыҡҡан.
СЫУЛАУ (сыула-) (Р: шуметь; И.: make noise; T.: gürültü yapmak) ҡ. ҡар. зыулау.
1. Сыр-сыу ҡысҡырыу, сыр-сыу килеү.
□ Шуметь. Урамда бала-саға сыулай. Бисә-сәсә сыулай башланы. Әсәйем сыулап алды ла китте.
2. Шау-шыуға күмелеү, гөрләү. □ Гудеть, шуметь. Һөт айыртҡыс тауышына аласыҡ сыулап тора. Көтөу ҡайтҡан тауышҡа ауыл сыулай башланы. К Ырымбурға яҡынлашҡан һайын, юлсылар менән айырата сыулап, мыжғып торған юл уны [Емеште] тамам ғәжәпкә ҡалдырҙы. 3. Биишева.
СЫУЛАШЫУ (сыулаш-) (Р: шуметь; И.: cry, make noise; T.: gürültü yapmak) ҡ.
Сыр-сыу ҡысҡырышыу. □ Шуметь, голосить. Сыулашып йөрөу. Сыулашып алыу. Кумәкләшеп сыулашып тороу.
СЫУСЫТЫУ (сыусыт-) (Р: всполошить кого', И.: startle smb', T: telaşa düşürmek) ҡ. диал. ҡар. тертләтеү.
Ҡапыл ҡурҡытып һиҫкәндереү. □ Всполошить кого, внезапно испугать. Йоҡлап ятҡан кешене сыусытып уятыу. Ҡоштарҙы сыусытып осороу. Кул ситендәге ҡыр өйрәктәрен сыусытыу.
СЫУСЫУ (сыусы-) (Р: внезапно испугаться; И.: flinch; T: ürkmek) ҡ. диал. ҡар. тертләү.
26— 1.0072.15
777