Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 778 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫУ ТЫСҠАНЫ
1. Ҡапыл ҡурҡыу, һиҫкәнеү. □ Внезапно испугаться, вздрогнуть. Сыусып килеп тороу. Сыусып уяныу. Сыусып китеу. Сыусып ҡуйыу. М Ҡарасәс асыу менән әйткән был һуҙҙән сыусып китте. Ғ. Дәүләтшин.
2. Ҡапыл өркөү, бер яҡҡа тайшаныу (атҡа ҡарата). □ Внезапно испугаться (о лошади). Сыусып сабыу. Сыусып ҡуҙғалыу. Сыусып ырғып тороу. Сыбыртҡы тауышына ат сыусып сабып сығып китте.
3. Ығы-зығы килеү, тынғыһыҙланыу. □ Всполошиться. Ағас башындағы ҡара ҡарғалар сыусып китте. ■ Сурағол һайтылдап һуҙа-һуҙа бер-ике ҡысҡырыуға, ауыл эттәре бөтәһе лә сыусып, бер нисә минут ләңкелдәнеләр ҙә баҫылдылар. Т. Хәйбуллин.
4. диал. Шаулау, тауышланыу. □ Шуметь. Сыусымағыҙ әле. Бала-саға сыусып китте. Ныҡ итеп сыусый башланылар.
5. Һуҡраныу; ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләнеү. □ Роптать, сетовать. Әсәй, бахыр, сыусый. Курше инәй сыусып йөрөй. Ҡабаланып ҡайтыуыбыҙса апайым сыусып ҡалды.
6. Тулау, тынысһыҙланыу. □ Быть неспокойным. Йөрәгем сыусый. Ҡуңелем сыусый.
СЫУ ТЫСҠАНЫ (Р: крыса водяная; И.: European water vole; T: susıçanı) и. диал. ҡар. көшөл II, 1.
Күкшел йөнлө кимереүсе ер-һыу йәнлеге; һыу сысҡаны. □ Крыса водяная (лат. Arcicola terrestris). Сыу тысҡаны ояһы. Сыу тысҡаны зыяны.
СЫУ ҮГЕҘЕ I (Р: выпь; И.: bittern; Т: bayağı balaban) и. диал. ҡар. мөншөгөр.
Дөйөм төҫө ҡара, сыбар, һарғылт көрән булған өйрәктән ҙурыраҡ төн ҡошо (ҡамышлы һәм бейек уләнле кулдәрҙә, йылғаларҙа, һаҙлыҡтарҙа йәшәй). □ Выпь (лат. Botaurus stellaris). И Сыу угеҙе ҡурҡҡанда ҡойроғонда ултыра һәм өҫкә ҡарап ҡатып ҡала. Яҙғыһын ата сыу угеҙе угеҙ кеуек укерә. Э. Ишбирҙин.
СЫУ ҮГЕҘЕ II (Р: водяной; И.: watersprite; T: su cini) и. миф. диал.
Ир затынан булған һыу эйәһе. □ Водяной. Н Һыу эйәһе ир затынан булһа, «сыу
угеҙе» тиҙәр Танып буйында. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СЫУ ҮЛӘНЕ (Р: водоросль; И.: alga; seaweed; T: yosun) и. диал. ҡар. ылымыҡ.
Бер һәм күп күҙәнәкле һыу аҫты үләне; шама. □ Водоросль (лат. Algoe). Йәшел сыу уләне. Һары сыу уләне. Сыу уләненән салат.
СЫУЫЛДАУ (сыуылда-) (Р: кричать, шуметь; И.: vociferate; keen; T: bağırmak) ҡ.
1. Әсенеп ҡысҡырыу. □ Кричать, шуметь. Сыуылдап илау. Сыуылдап йөрөу. Сыуылдай башлау.
2. ҡар. сыулау 1. Сыуылдап уйнау. ■ Йәй буйы ҡош-ҡорт тауыштары сыуылдап торған тирәктәр .. хәҙер инде тынып ҡалған. һ. Дәүләтшина.
СЫУЫЛДАШЫУ (сыуылдаш-) ҡ. урт. ҡар. сыуылдау, взаимн. от сыуылдау. Сыуылдашып уйнау. Сыуылдашып һыу инеу. Бала-саға сыуылдаша.
СЫУЫН (Р.: послед; И.: afterbirth; Т: son) и.
1. вет. Мал ҡарынындағы яралғы ята торған көп; ҡап (I, 9). □ Послед. Сыуынын һалыу. ■ Ҡуҙ-ҡолаҡ булып тормағанда, йәш быҙауҙың туңып улеуе йә һыйырҙың уҙ сыуынын ашауы бар. Ж. Кейекбаев.
2. миф. Мал ҡотон һаҡлаусы, үрсем арттырыусы тип һаналған мал ағзаһы, көп; ҡап (I, 9). □ Послед. М Сыуынды ташларға, кешегә курһәтергә ярамай, йәшереп кумеп ҡуйырға кәрәк. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СЫУЫУ (сыу-) (Р: увариваться; И.: cook down; T: haşlanmak) ҡ.
1. Һыҙылып (II, 1) шиңеү, кәмеү (туң майға ҡарата). □ Увариваться. Сыу а башлау. Сыуып бөтөу.
2. диал. Кейемдең ултырыуы. □ Садиться (об одежде). Сыуыу сан булыу. Сыуып бөтөу. Сыуып ҡалыу.
СЫЯҠ (сыяғы) [ғәр. (Р: вид, облик; И.: look; countenance; T.: surat) и. иҫк. ҡар. төҫ.
Кешенең тышҡы күренеше, килеш-килбәте; сырай, ҡиәфәт. □ Вид, облик. Сыяғы
778