СӘЙГҮН
литвы, класть поклоны во время молитвы. ■ Староста .. намаҙ уҡып ултырған Мифтахты килеп ҡарай. Уның һайын Мифтах тырышып сәждәгә китә. К. Мәргән.
2. Мәккәгә табынырға китеү. □ Отправляться в Мекку на поклонение. Сәждәгә китергә йыйыныу. Сәждәгә китергә ниәт итеу.
СӘЖДӘ ҠЫЛЫУ (сәждә ҡыл-) ҡ.
1. ҡар. сәждәгә китеү 1. Е [Нуретдин] намаҙлыҡта сәждә ҡылып тора Хоҙайға. Ғ. Әмири.
2. кусм. Теҙ сүгеп, баш эйеү. □ На коленях кланяться кому, преклоняться перед кем. ■ Тулған ай ҙа бер ғазамат алдында сәждә ҡылған кеуек, ергә ҡарап, урынында ҡуҙғалмай тора. М. Ғафури. Ярлы илде иҙгән алтындарға сәждә ҡылмам, һис тә баш эймәм. Д. Юлтый.
СӘЖӘМӘ [ғәр. ] (Р- спокойно текущий; И.: happening calmly; T.: vaki) с. иҫк. кит.
Бер ыңғай аҡҡан, үҙ ағышы менән барған. □ Спокойно текущий, происходящий. Сәжәмә ағышы менән барған донъя. Сәжәмә ваҡиғалар менән кон уҙғарыу. ■ Ул һинең ҡанлы тарихыңдың сәжәмә рәуеше ул. Б. Мирзанов.
СӘЙ [ҡыт. ча\ (Р.: чай; И.: tea; Т: ҫау) и.
1. бот. Япрағы хуш еҫле эсемлек әҙерләү өсөн ҡулланылған, көньяҡта үҫкән мәңге йәшел ҡыуаҡ йәки ағас. □ Чай. / Чайный. Сәй уҫтереу. Сәй киптереу. Сәй япрағы йыйыу. Сәй япрағын онтау. Сәй уҫкән ер.
2. Сәй ҡыуағының йәки башҡа үләндең ҡайнар һыуҙа бешереп эсер өсөн махсус ысул менән эшкәртелгән япрағы. □ Чай. / Чайный. Грузин сәйе. Ҡытай сәйе. һинд сәйе. Сәй һауыты. Сәй бешереу. Япраҡ сәй. Бортокло сәй. Йәшел сәй. Ҡара сәй. Сәй ҡабы. ■ [Карт:] Һай, ошо бөртөклө яҡшы сәйҙең еҫе ук йоҡоно асып ебәрә. Ҡ. Даян. Был килен улән сәй, әсе ҡатыҡ менән генә көн кургән, ти. Әкиәттән. • Ас ҡорһаҡҡа ҡаты сәй. Әйтем. Асыҡ сырай — таҡта сәй. Әйтем.
3. Сәй йәки башҡа ҡыуаҡтың, ағастың япрағын, үләнде ҡайнар һыуҙа бешереп
әҙерләнгән хуш еҫле эсемлек. □ Чай, чайный напиток. Мәтрушкә сәйе. Ҡаты сәй. Сәй ҡайнатыу. Сәй эсеу. һөтлө сәй. Лимонлы сәй. ■ Ике узбәк икеһе ике сәйгундән ашыҡмай ғына кук сәй әсә. А. Таһиров. Хашим малайҙарына ағастан юнып аттар, арбалар эшләп бөттө, сәй эскәс, икеһен ике яғына һалып йоҡларға ятты. Т. Ғарипова. • Ҡоро сәй — ҡорһаҡ ҡамсыһы. Әйтем.
4. Шул эсемлекте әҙерләр өсөн ҡайнатырға ҡуйылған һыу. □ Чай, кипяток для чая. Сәй ҡуйыу. Сәй ҡайнатыу. Сәй ташыу. ■ Тағанға аҫылған баҡырсалағы сәй ҡайнап сыҡҡансы, Шафиҡ этен һыйланы. Я. Хамматов.
5. Шул эсемлектән торған ашау-эсеү табыны. □ Чаепитие. Иртәнге сәй. Киске сәй. Сәй аштары. Сәйгә саҡырыу. Кәкук сәйе. Аулаҡ сәйе. Өмә сәйе. Ҡунаҡ сәйе.
СӘЙ БӘШМӘГЕ (Р: чага; И.: cinder conk; T: bir tür mantar) и. диал. ҡар. ҡайын бәшмәге.
Ҡайын һәм ерек олононда үҫеүсе ҡара төҫтәге бәшмәк. □ Чага (лат. Inonotus obliquus). Сәй бәшмәге йыйыу. Сәй бәшмәге киптереу. Сәй бәшмәге сәйе. Сәй бәшмәге төнәтмәһе. Сәй бәшмәге медицинала яман шешкә һәм гастрит ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланыла.
СӘЙГЕК (сәйгеге) и. диал. ҡар. сәпсек. Аҡ сәйгек. Һары сәйгек. Сәйгек йомортҡалары сыбар була. Сәйгектәр һыу буйҙарында көн итә.
СӘЙГҮМӘС (Р: баурсак; И.: Bashkir national pastry, titbits cooked in oil; T: baursak) и. этн. диал. ҡар. бауырһаҡ I, 1.
Йомортҡаға баҫып, йоморсаҡлап майҙа бешерелгән сәй ризығы. □ Баурсак (сваренные в масле кусочки теста, замешенного на яйцах). Сэйгумэс бешереу. Кустэнэскэ сдйгумэс төрөу.
СӘЙГҮН (Р: чайник; И.: teapot; T: çaydanlık) и.
1. Сәй бешерә торған тотҡалы, моронло һауыт. □ Чайник (обычно фарфоровый, для заваривания чая). Көмөш сэйгун. Сынаяҡ сэйгун. Сәйгунде ышҡып йыуыу.
785