Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 820 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘПӘКӘЙЛӘҮ
Усты усҡа сәп-сөп һуҡҡан хәрәкәт. □ Хлопок в ладоши. Сәпәкәй итеу. Сәпәкәй итә башлау. Дәррәу сәпәкәй итеу. ■ Сәп-сәп, сәпәкәй, минең ҡустым бәләкәй; ҡулын кутәргән була, сәпәкәй иткән була. А. Йәғәфәрова.
СӘПӘКӘЙЛӘҮ (сәпәкәйлә-) (Р.: хлопать в ладоши; И.: clap hands; T.: el çırpmak) ҡ.
Сәпәкәй итеү, ҡул сабыу. □ Хлопать в ладоши. Сәпәкәйләп бейеу. Сәпәкәйләп таҡмаҡ әйтеу. Ҡыуанып сәпәкәйләу. Баҫып сәпәкәйләу.
СӘПӘЛЕҮ (сәпәл-) ҡ. төш. ҡар. сәпәү. страд, от сәпәү. Ситәнгә тиҙәк сәпәлгән. Ҡороттар сәпәлеп бөттө, ылашҡа теҙелеп киптерергә ҡуйылды.
СӘПӘЛӘК (сәпәләге) (Р.: моль; И.: moth; T.: güve) и. зоол. диал.
Тәңкә япраҡлы, бал ҡорттарын зыянлаусы умарта күбәләге. □ Моль; пчелиная огнёвка, клочень (лат. Galleria melonelld). Сәпәләк умартаға төшкән. Сәпәләк ҡарышлауығы. Сәпәләк кукәйе.
СӘПӘЛӘҮ (сәпәл-) ҡ. диал. ҡар. сәпәкләү 1. Тик-томалға сәпәләу. һушһыҙ ятыусыны сәпәләу.Ҡыҙып китеп, сәпәләп ташлау.
СӘПӘЛӘШЕҮ (сәпәләш-) ҡ. диал. ҡар. сәпәшеү. Шаярышып сәпәләшеу. Икәу-ара сәпәләшергә генә торалар.
СӘПӘМӘ I и. һөйл. ҡар. сәпәмә туп. Сәпәмә уйнарға йыйылыу. Сәпәмә уйнау урыны.
СӘПӘМӘ II (Р: валёк; И.: battledore; Т: çamaşır tokmağı) и.
Кер сайҡағанда туҡмай торған яҫы ағас; кер туҡмағы. □ Валёк (колотушка бельевая). Сәпәмә менән туҡмап йыуыу. Сәпәмә тотоп, һыу буйына төшөу.
СӘПӘМӘ ТУП (тубы) (Р: лапта; И.: lapta’, T: lapta (bir top oyunu)) и.
һуҡма туп, ҡаҡма туп, лапта (уйын майҙансығына бер-береһенән 8—10 метр алыҫлыҡта ике сик һыҙылып, ике араға көтөусе ҡуйыла. Туп һуғыусылар һыҙыҡтың бер яҡ тышында тора. Туп биреу се билдәләнә. Ул тупты һауаға сөйә; ергә
төшөп килгәндә һуғыусыларҙың береһе уны таяҡ менән алыҫҡа һуғып ебәрә лә уҙе икенсе һыҙыҡҡа йугерә. Шул саҡта көтөусе тупты тотоп алып, йугереп барған һуғыусыға бәрергә тейеш. Әгәр тейҙерһә, көтөусе туп биреусегә әйләнә, туп биреусе һуғыусылар сиратына баҫа, ә теге һуғыусы көтөусе булып ҡала; әгәр көтөусе тупты һуғыусыға тейҙерә алмаһа, һуғыусы ҡотолған булып иҫәпләнә, һәм ул яңынан туп һуға ала).
□ Лапта (детская игра). Сәпәмә туп уйыны. Сәпәмә туп уйынының ҡағиҙәләре. Сәпәмә туп уйнарға барыу. ■ Борон сәпәмә тупты ике урам йә ике ауыл ҡара-ҡаршы уйнай торғайны. Экспедиция материалдарынан.
СӘПӘРӘЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡуңҡас-ил-күл-мең ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кункас-иль-куль-мин. Сәпәрәй аймағы. Сәпәрәй араһынан сыҡҡан сәрҙар. Сәпәрәй араһы шәжәрәһе.
СӘПӘТЕҮ (сәпәт-) (Р: запускать плоский камень по поверхности воды; И.: skip а stone; T: taş sektirmek) ҡ.
1. диал. Яҫы ялпаҡ ташты һыу өҫтөнән ҡаҡсыта бәреү; кәйелтеү. □ Запускать плоский камень по поверхности воды, соотв. Пустить блинчики. Таш сәпәтеу. Оҫта итеп таш сәпәтеу. Бер-бер артлы сәпәтеу. Яҫы ялпаҡ ташты сәпәтеу.
2. йөкм. ҡар. сәпәү 1,2. понуд. от сәпәү 1,
2. Сәпәтеп ебәреу. Ишкәкте һыуға сәпәтеп алыу. Ҡаты ғына сәпәтеп ҡуйыу.
СӘПӘҮ (сәпә-) (Р: шлёпнуть; И.: slap; slop; T.: yassı bir şey ile vurmak) ҡ.
1. Яҫы нәмә менән сәпелдәтә һуғыу.
□ Шлёпнуть. Ман^айға сәпәу. Сикәгә сәпәу. Ауыҙына сәпәу. ■ Юҡ, ташламай, һаман өҫкә килә, сәпәмәксе була яңаҡҡа. Ҡ. Даян.
2. Бәреп тейҙереү, ҡундырыу. □ Ударить, стукать, стукнуть. Ныҡ ҡына сәпәу. Йоҙроҡ менән сәпәу. М Фронтта осраһа, мин ул
820