Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 849 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЮРТУК
ләшкән музыкаль әҫәр. □ Сюита. Симфоник сюита. Скрипка сюитаһы. Фортепиано сюитаһы.
2. Бер нисә бейеү номерынан торған балет циклы. □ Сюита. / Сюитный. Балет сюитаһы. Билдәле сюита. Сюита ҡуйыу.
СЮРПРИЗ [фр. surprise] (Р.: сюрприз; И.: surprise; T.: sürpriz) и.
1. Көтөлмәгән бүләк. □ Сюрприз. Сюрприз әҙерләу. Сюрприз яһау. Сюрприз көтөу. Сюрпризға хайран ҡалыу. ■ [Тимербай — Рәшиттән:] Һин ниндәйҙер сюрприз әҙерләйем тип маҡтана инең. Сер итеп кенә әйтмәйһеңме? Б. Рафиҡов. Мәрҙәмшә лә ғаиләһен ҡыуандырырлыҡ сюрприз әҙерләне, — берҙән-бер көндө өйҙәренә китаптар алып ҡайтты. Ә. Байрамов.
2. Көтөлмәгән хәл, көтөлмәгәнлек, яңылыҡ. □ Сюрприз. Сюрпризға юлығыу. Сюрприз булыу. Шаҡ ҡатырғыс сюрприз. ■ [Дәмин:] Миндә һиңә сюрприз бар, Айрат! Р. Байбулатов. Дошман уҙ планы менән ҡаршы тора, уҙ башы менән һуғыша. Көтөлмәгән сюрприздар әҙерләй. И. Ғиззәтуллин.
СЮРРЕАЛИЗМ [фр. surrealisme ‘реаль тормоштан өҫтөн торған’] (Р: сюрреализм;
И.: superrealism; T.: gerçeküstücülük, sürrealizm) и.
Тәжрибә менән аҡылды инҡар иткән, ижади һәләттең көсө аң-фекергә нигеҙләнмәгән инстинкт, төш күреү, галлюцинациялар менән бәйле тип иҫәпләгән сәнғәт йүнәлеше. □ Сюрреализм, сверхреализм (направление в искусстве). Француз сюрре-ализмы. Сюрреализмдың билдәле вәкилдәре — Сальвадор Дали, Рене Магритт, Филипп Халсман.
СЮРРЕАЛИСТ [рус.] (Р: сюрреалист; И.: surrealist; T: gerçeküstücü, sürrealist) и.
Сюрреализм яҡлы кеше. □ Сюрреалист. Сюрреалистар ҡарашы. Сюрреалист булыу. Сюрреалисҡа әйләнеу.
СЮРТУК (сюртугы) [рус.] (Р: сюртук; И.: surtout; T.: redingot) и.
Ирҙәрҙең ике ҡаушырмалы, билле һәм оҙон итәкле өҫ кейеме. □ Сюртук. ■ [Франция императоры] өс ҡырлы эшләпәһен һәм сюртугын кейеп, кук атына атланды ла поляктарҙың улан полкына барҙы. Я. Хамматов. Ул [Хлопуша] йәһәт-йәһәт һәрмәнде. Бына кәрзин һандыҡ. Кейемдәрен төрөп һалған. Быныһы — сюртук. Ғ. Ибраһимов.