СӘХӘР
сульманами до конца своей жизни). Сәхәбәләр тормошо. Сәхәбәләргә арналған мөнәжәт. Пәйғәмбәр янына һыйынған сәхәбәләр. ■ [Әпкәләй:] Беҙҙең атай-олатайҙарҙың тайраһы Әбүбәкер Ситдик сәхәбәгә барып тоташа. Д. Юлтый.
СӘХӘР [ғәр. >^>] (Р.: заря; И.: dawn; Т.: seher) и.
1. Таң алды, таң атыр саҡ. □ Заря, рассвет. Сәхәр ваҡыты. Сәхәрҙә тороу. Сәхәрҙән уяныу. ■ Сәхәр ваҡытында шул моцдарҙы [башҡортомдоң моцон] күңел һағыныр — ҡолағыңа тик бер салыныр. М. Кәрим. [Барсынбикә — Мәҙинәгә:] Минең арттан машина иртән иртүк килеп етер, сәхәр мәлендә. Т. Ғарипова.
2. дини. Ураҙа тотҡан мосолмандың таң алдындағы ашы. □ Завтрак на заре (во время мусульманского поста). Сәхәр алды. Сәхәр ашау. Сәхәр әҙерләү. Сәхәр сәйе. ■ Сәхәр булған саҡтарҙа һәр бер йортта ут булыр. Бәйеттән.
СӘХӘТ [фарс. (Р: лечение; И.: health; curing; T: deva) и. диал.
Организмға ыңғай тәьҫир, дауа, шифа. □ Лечение. Сәхәт алыу. Мунса инеү — тәнгә лә, йәнгә лә сәхәт. • Тәнгә сәхәт, йәнгә рәхәт. Әйтем.
СӘХӘҮЕҘ [нем. zeichhaus ‘склад’] (Р: цейхгауз; И.: storeroom; T: deppoy) и.
Ҡорал һәм хәрби кейем һаҡлай торған бина. □ Цейхгауз. Таш сәхәүеҙ. Сәхәүеҙ ишеге. ■ Аждаһа батшаның сәхәүеҙҙәрен онтай һуғып йөрөй, ти. Әкиәттән.
СЮЖЕТ [фр. sujet ‘ваҡиға һәм күренештәр’] (Р: сюжет; И.: storyline; T: süje) и.
1. Художестволы әҫәрҙең йөкмәткеһен тәшкил иткән үҙ-ара бәйле һәм эҙмә-эҙлекле ваҡиғалар. □ Сюжет. Сюжет ебе. Сюжет үҫеше. Билдәле сюжетҡа ҡоролоу. ■ Урал батыр эпосының сюжет нигеҙен тормоштоң барлыҡҡа килеүе һәм үҫеүе, ҡапма-ҡаршы булған ике башланғыстың, йәғни изгелек менән яуызлыҡтың, нур менән наҙанлыҡтың көрәш берҙәмлегенән тора, тигән дини-фәлсәфәүи дуалистик күҙаллауҙар тәшкил итә. Н. Мәжитов. Боронғо грузин тарихсылары, әйтеп үтеүебеҙсә, батшаларының
шәжәрәһенә боронғо риүәйәттәрҙе, ҡары һүҙ сюжеттарын да килтереп ялғаған бит. Й. Солтанов.
2. Һынлы сәнғәттә һүрәтләнгән, сағылдырылған нәмә. □ Сюжет. Бүре атланған малай сюжеты. Йәш бала ҡосаҡлаған ҡатын сюжетын һынландырыу. ■ Һарауыстарҙасы ҡапма-ҡаршы баҫҡан ике ҡош сюжеты .. ҙур иғтибарға лайыҡ. Н. Бикбулатов.
3. Ваҡиға, күренеш. □ Событие. Иҫтәлекле сюжет. Был сюжет оҙаҡ ҡына күҙ ал-дымдан китмәне.
СЮЖЕТЛЫ (Р: сюжетный; И.: having a storyline; T.: süjeli) с.
Ниндәйҙер сюжетҡа ҡоролған. □ Сюжетный, имеющий сюжет. Сюжетлы фильм. Сюжетлы поэма. ■ [Рухиә, ҡатындың сигелгән алъяпҡысына ҡарап:] Сюжетлы һүрәт тә баһа был. Ағастар, гөлдәр, һайрар ҡоштар. Ф. Чанышева.
СЮЖЕТҺЫҘ (Р: бессюжетный; И.: without a storyline; T.: süjesiz) с.
Сюжеты булмаған. □ Бессюжетный. Сюжетһыҙ шиғыр юлдары. ■ Тәүҙә бер төрлө сюжетһыҙ әңгәмә ҡороп, телгә ни тура килде, шул хаҡта һөйләшеп йөрөнөк [Таңһылыу менән Әсғәт]. И. Абдуллин.
СЮЖЕТҺЫҘЛЫҠ (сюжетһыҙлығы) (Р: бессюжетность; И.: lack of a story-line; T.: süjesiz olma durumu) u.
Сюжеты булмағанлыҡ, эҙмә-эҙлекһеҙлек. □ Бессюжетность. Ҡайһы бер сәхнә әҫәрҙәренең сюжетһыҙлығы аптырата. Сюжет-һыҙлыҡта тәнҡитләү.
СЮЗЕРЕН [фр. suzerain] (Р: сюзерен; И.: suzerain; T.: süzeren) и. сәйәси.
1. Вассалдары булған ер биләүсе эре феодал, герцог, кенәз һ. б. □ Сюзерен. Сюзерен булыу. Сюзеренға әйләнеү. Европа илдәренең сюзерендары.
2. Вассалдары булған, иҡтисад һәм сәйәсәт яғынан көслө ил. □ Сюзерен. Сюзерен территорияһы. Сюзерен сәйәсәте тәьҫире. Сюзерен биләмәһе.
СЮИТА [фр. suite] (Р: сюита; И.: suite; Т.: süit) и. муз.
1. Бер нисә үҙ аллы өлөштән тороп, дөйөм фекер йәки йөкмәтке нигеҙендә бер
848