Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 847 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘХӘБӘ
СӘХНӘЛӘШТЕРЕЛЕҮ (сәхнәләштерел-) ҡ. төш. ҡар. сәхнәләштереү, страд, от сәхнәләштереү. Яңы йыл тамашаһы сәхнәләштерелде. Легендаға ҡоролған әҫәр сәхнәләштерелде. ■ Фәйзи Ғәскәров тарафынан сәхнәләштерелгән «Өс таған» бейеу ен башҡарған һуғышсылар сәхнәгә сыҡҡас, Кусимовтың да бойоҡ йөҙө ҡабаттан яҡтырҙы. Я. Хамматов.
СӘХНӘЛӘШТЕРЕҮ (сәхнәләштер) (Р.: инсценировать; И.: stage; T.: sahneye koymak) ҡ.
1. Спектакль итеп сәхнәгә ҡуйыу (сәх-нәләштереу өсөн алдан тәғәйенләп яҙылған әҫәрҙәргә ҡарата). □ Инсценировать. // Инсценировка. Пьесаны сәхнәләштереу. Сәхнәләштерә башлау.
2. Сәхнә әҫәренә әйләндереп, сәхнәгә ҡуйыу. □ Ставить на сцене. // Постановка. Романды сәхнәләштереу. «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереу. ■ Башҡорт бейе-уен махсус, системалы өйрәнеу һәм сәхнәләштереу эше данлыҡлы хореограф, Салауат Юлаев исемендәге Дәуләт премияһы лауреаты Фәйзи Ғәскәров исеменә бәйле. Р. Солтангәрәева.
СӘХНӘЛӘШТЕРЕҮСЕ (Р.: постанов щик; И.: producer; T.: sahneye koyan) и.
Театр һәм кино сәнғәтендә сәхнә әҫәрҙәрен һәм фильмдарҙы әҙерләп ҡуйыусы етәксе. □ Постановщик. Сәхнәләштереусе идеяһы. Сәхнәләштереусе уңышы. Төп сәхнәләштереусе.
СӘХРӘ [ғәр. =>| (Р: красивая, живописная местность; И.: beautiful; picturesque locality, picturesque place; T: sahra) и.
1. Тәбиғәттең йәмле, матур урыны; тәбиғәт. □ Красивая, живописная местность; природа. Сәхрәлә йөрөу. Сәхрәгә сығыу. Сәхрә ҡырҙар. Сәхрәлә рәхәтләнеп ял итеу. ■ Ҡурай моңо килә киң сәхрәлә кукрәк киргән яҡты тирмәнән. Г. Ҡотоева. Беҙҙең илдәр — сәхрә ерҙәр, сәхрәлә уҫә гөлдәр. Сәхрәләге гөлдәр кеуек булһын алдағы көндәр. Халыҡ йыры.
2. Йәйрәп ятҡан киң дала. □ Степь, поле. / Степной. Сәхрә еле. Сәхрәлә булыу. Киң сәхрә. Сул сәхрәһе. Сәхрәләге ҡыуыш.
■ Аҡ ҡарҙарҙы кимереп, ҡанат һелкеп, сәхрәләрҙә яҙғы ел иҫә. Ғ. Мәсғүт. Сәхрә, иркенлек көҫәу, курәһең, игеҙәктәрҙең дә ҡандарында бар. Т. Ғарипова.
СӘХРӘГӘ СЫҒЫУ (сәхрәгә сыҡ-) (Р: отдых молодёжи и молодых семейных пар на природе; И.: newly-weds recreation in the country; T: sahraya çıkmak) ҡ. этн.
Парлы йәш-елкенсәктең йыйылышып тәбиғәткә сығыуы (ғаиләне нығытыу, уҫтереу, уға именлек һәм мул тормош теләу йолаһы). □ Отдых молодёжи и молодых семейных пар на природе (направленный на проецирование плодовитости, благополучия, счастливой совместной жизни). Сәхрәгә сығыу йолаһы һауа торошо һәйбәтләнгәс, көндәр йылынғас атҡарылған.
СӘХРӘЛӘҮ (сәхрәлә-) (Р: отдыхать на природе; И.: have rest out of town; T: sahraya çıkmak) ҡ.
Сәхрәгә сығып ял итеү. □ Отдыхать на природе. // Отдых на природе. ■ Ырымбур генерал-губернаторы Перовский [утарҙа I шифалы бал ашап, сихәтле ҡымыҙ эсеп, сәхрәләп ята торған булған. Картотека фондынан.
СӘХРӘ СИГЕҮ (сәхрә сик-) ҡ. ҡар. сәхрәләү. Сәхрә сигергә сығыу. Сәхрә сигеп ҡайтыу. Сәхрә сигеуҙән баш тартыу. Йылға буйына сәхрә сигергә барыу.
СӘХРӘҮИ [ғәр. ] (Р: степной; И.: steppe; T.: sahra ile ilgili) с. иҫк.
1. Далаға, сәхрәгә мөнәсәбәтле; сәхрәләге. □ Степной. Сәхрәуи тәбиғәт. Сәхрәуи климат.
2. кусм. Әҙәпһеҙ, ҡырағай. □ Дикий. Сәхрәуи халыҡ. Сәхрәуи көнкуреш.
СӘХТИӘН [фарс. ûLû^l и. ҡар. сафьян. ■ Ҡуҙыйкурпәс тирмәгә инһә — сәхтиән мендәр өҫтөндә Мәскәй ултыра. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
СӘХӘБӘ [ғәр. ^1—] (Р: сахаба; И.: Sa-habah; T.: sahabe) и. дини.
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең замандашы һәм көрәштәше булған кеше. □ Сахаба или асхабы (соратник или соратники, сподвижники пророка Мухаммеда, которые виделись с ним и уверовали в него, то есть стали му-
847