СӘФӘР ДОҒАҺЫ
СӘФӘР ДОҒАҺЫ (Р.: молитва для путника; И.: prayer’s request for a traveller; T.: sefer duası) и. дини. ҡар. юл доғаһы.
Хәйерле, изге юл теләп, юлға сығыр алдынан уҡыла торған доға. □ Молитва для путника. ■ Сәфәр доғаһында: «Тупһанан тупһаға имен-һау ҡайтып йөрөргә яҙһын. Үҙ өйөң тупһаһынан сәфәр йөрөп ҡайтырға яҙһын», — тиелә. «Башҡорт мифологияһы »нан.
СӘФӘР ҠЫЛЫУ (сәфәр кыл-) (Р.: путешествовать; И.: travel; T.: seyahat etmek) ҡ. ҡар. юл йөрөү.
Сәйәхәт итеү. □ Путешествовать. Сәфәр ҡылып ҡайтыу. Сәфәр ҡылырға әҙерләнеу. ■ Сит илдәргә сәфәр ҡылыр булһаң, бил ҡайышҡайҙарың ҡыҫып быу. Халыҡ йырынан.
СӘФӘРЛӘНЕҮ (сәфәрлән-) (Р.: готовиться отправляться в путь; И.: get under way; T.: sefere hazırlanmak) ҡ.
Алыҫ юлға әҙерләнеү, юлға сығыу. □ Готовиться в путь, отправиться путешествовать. Алыҫҡа сәфәрләнеу. Оҙон юлға сәфәрләнеу. Сәфәрләнә башлау. ■ Йыраҡ ҡына юлға сәфәрләндем, дуҫ-иштәрем торһон доғала. Халыҡ йырынан.
СӘФӘР СЫҒЫУ (сәфәр сыҡ-) (Р: от правиться путешествовать; И.: start on a journey; T.: sefere çıkmak) ҡ.
Алыҫ юлға, сәйәхәткә сығыу. □ Отправиться путешествовать, отправляться в путь. Йылы яҡҡа сәфәр сығыу. ■ Оҙон да ғына юлға сәфәр сыҡтым, куреп тә булмаҫ, йәнем, хуш-һау бул. Халыҡ йырынан. Ул [егет] өс юлдаш алып, мылтыҡ аҫып, сәфәргә сығып китте, ти. Әкиәттән.
СӘХАТ (Р: олень; И.: deer; T.: geyik) и. ҡар. болан.
Айыры тояҡлы, тармаҡ-тармаҡ мөгөҙлө, көйөшлө эре хайуан. □ Олень (лат. Cerous). Сәхат балаһы. Сәхат баҫтырыу. Сәхат мөгөҙө. Сәхатҡа тоҙаҡ ҡороу. Сәхатҡа һунар миҙгеле.
СӘХЕТ (Р: скупой; И.: stingy; T.: cimri) с. диал. ҡар. һаран.
Аҡсаға, мал-мөлкәткә туймай торған; ҡомһоҙ. □ Скупой. Сәхет әҙәм. Сәхет кешегә әйләнеу. • Сәхет кешенең дуҫтары куп булмай, малы куп була. Әйтем.
СӘХИФӘ [ғәр. (р: страница; И.: page; T.: sayfa) и. кит.
1. иҫк. Китап, гәзит, журнал бите; ҡағыҙ бите. □ Страница. ■ Ғәлиев .. ниндәйҙер гәзит сәхифәләренә куҙ йүгертте. А. Таһиров. [Автор — Саниха ханымға:] һеҙҙе ялыҡ-тырыуҙан ҡурҡмаһам, әллә нисәшәр сәхифә яҙыр инем. М. Ғафури.
2. Гәзит, журналдың айырым бер эш-тормош тармағына бағышланған бите. □ Рубрика. Ҡатын-ҡыҙ өсөн сығарылып килгән сәхифә. Әҙәбиәт сәхифәһе. Тарихи сәхифәләр.
3. кусм. Тормошта эҙ ҡалдырған осор йәки ваҡиға. □ Событие. Тарих сәхифәләре. Онотолған сәхифәләр. Куңел сәхифәләре. Тормош сәхифәләре. ■ Каруанһарай — башҡорт халҡының азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн алып барған куп быуатлыҡ көрәш тарихына кескәй бер сәхифә булып ингән йорт. 3. Биишева. Гумер! Ваҡыттың тар сәхифәләренә мин дә яҙҙым һине йыр итеп. Н. Нәжми. Уларҙы [ялан сейәләрен] шулай һағышлы куңелде иркәләр ғумерлек бер сәхифә булыр тип кем уйлаған. Т. Ғарипова.
СӘХЛӘП (сәхләбе) [ғәр. ] (Р: любка двулистная; И.: lesser butterfly-orchid; T: guguk salebi) и. ҡар. әшәлсә.
Болонда, туғайҙа үҫә торған ҡуш бүлбеле, һыңар һабаҡлы, һабаҡ төбөндә урынлашҡан ҡуш япраҡлы, аҡ ирен сәскәле үлән. □ Любка двулистная (лат. Platanthera bifolia). Сәхләп сәскәһе. Ҡырағай сәхләп. Баҡсала уҫкән сәхләп. Сәхләп уҫкән ер. Орхидеялар ғаиләһенә ҡараған сәхләп.
СӘХНӘ [ғәр. а] (Р: сцена; И.: stage; Т: sahne) и.
1. Тамаша өсөн махсус эшләнгән бейек урын. □ Сцена. / Сценический. Сәхнә арты. Сәхнәгә сығыу. Сәхнәнән төшөу. Мәктәп сәхнәһе. Н Фирая тиҙ генә сәхнә артына етәкләп индерҙе әхирәтен. Д. Бүләков.
2. кусм. Театр һәм, ғөмүмән, тамаша сәнғәте. □ Сцена, театр, театральная деятельность. Сәхнә оҫтаһы. Сәхнә әҫәре. Сәхнәгә килеу. Сәхнә образы.
846