СӘФӘР
2. Түҙемһеҙ, сыҙамһыҙ. □ Нетерпеливый. Сәусәләк ир. Сәусәләк бала. ■ Операцияны баш врач уҙе яһаны. Дурт сәғәт ярым. .. Арттырмайым, башҡа берәй сәусәләк, туҙемһеҙ кеше булһа, терелә алмаҫ ине. И. Абдуллин.
3. Кәрәк-кәрәкмәгәнде күп һөйләүсән, һүҙсән. □ Разговорчивый, болтливый. Сәусәләк ҡатын. Сәусәләк юлсы. Сәусәләк бисә-сәсә кеуек ҡыланыу.
СӘҮСӘЛӘНЕҮ (сәүсәлән-) (Р: капризничать; И.: be capricious; T: kapris yapmak) ҡ. диал. ҡар. мыжыу.
Ғауға һалып мыжыу, бәлә һалыу; би-ҙаланыу. □ Капризничать. Бала сәусәләнә. Сәусәләнеп илау. Сәусәләнә башлау. Юҡҡа сәусәләнеу. ■ Сәләх, уның [Сәғирәнең] сәусәләнеп илауына артыҡ иғтибар ҙа итмәй, ихатаға уҙҙы. В. Исхаҡов.
СӘҮӘНӘЙ (Р.: пугало; И.: scarecrow; Т: korkuluk) и. диал. ҡар. ҡарасҡы.
Ҡош-ҡортто өркөтөү өсөн, кешегә оҡшатып яһап, баҡсаға йәки баҫыуға ҡуйылған нәмә. □ Пугало. Ҡурҡыныс сәуәнәй. Сәуәнәй ҡуйыу. Сәуәнәй яһау. Һаламдан яһалған сәуәнәй.
СӘФАҺӘТ [ғәр. (р: бесстыдство; И.: debauch; T.: sefahet) и. иҫк. ҡар. боҙоҡлоҡ 1.
Оятһыҙлыҡ, намыҫһыҙлыҡ. □ Бесстыдство, распутство. Сәфаһәт ҡылыу. Сәфаһәткә юлығыу. ■ һибәт куп аҡсаһын сәфаһәт юлына сарыф ҡылырға ҡыҙғанмаһа ла, дин вә милләт юлына бер тин биреуҙе аяй ине. А. Таһиров. Сәфаһәт менән ысын ғишыҡ бер ҡәлбтә тугел. Ә. Иҫәнбирҙин.
СӘФАҺӘТ ҒӘЛӘМЕ (Р: распутное деяние; И.: meretricious act; T: sefahet alemi) и. иҫк. ҡар. боҙоҡлоҡ 1.
Боҙоҡлоҡ эше, насарлыҡ юлы. □ Распутное деяние. ■ Таһирйән хәлфә йәш ваҡыттарында сәфаһәт ғәләмендә булһа ла, һуңғы йылдарҙа суфыйлыҡ курһәтте.
3. һаҙый.
СӘФИЛ [ғәр. (Р: безнравственный; И.: immoral; T: safil) с. иҫк. ҡар. насар.
Рухи, әхлаҡи яҡтан насар, бысраҡ, түбән (кешегә ҡарата). □ Безнравственный, подлый. Сәфил әҙәм булыу. Сәфил кешегә әйләнеу. ■ Ни файҙа көс һынатмаҡ бер сәфилдән, еңелһә-еңһә берҙер ғәрһеҙ иргә. Б. Мирзанов.
СӘФӘЛӘТ [ғәр. ollk-] (Р; низость; И.: meanness; immorality; T: safal) и. иҫк. ҡар. насарлыҡ.
Намыҫҡа һыймаған ҡылыҡ; түбәнлек, әхлаҡһыҙлыҡ. □ Низость, подлость, безнравственность. Сәфәләт ҡылыу. Сәфәләткә тарыу. Сәфәләткә юлығыу. М Сәғәҙәткә ирешкәс, сәфәләткә бирелмә. Ш. Бабич.
СӘФӘР I [ғәр. (Р: путешествие; И.: traveling; journey; T: sefer) и.
Алыҫ юл, сәйәхәт. □ Путешествие; поездка. Сәфәр кешеһе. Сәфәргә китеу. Сәфәрҙән ҡайтыу. Сәфәр йөрөу. Хәйерле сәфәр теләу. ■ Кинйә таң һарыһы менән ук атын эйәрләне лә сәфәрен дауам итте. Ғ. Ибраһимов. Үлән йыйырға сыҡҡан өс көнлөк сәфәренән Фәузиә талсығып ҡайтты. Т. Ғарипова. Бындағы тележурналистар һәр ваҡыт юлда, һәр ваҡыт сәфәрҙә. Д. Бүләков.
СӘФӘР II [ғәр. (Р: сафар; И.: name of a second month in the Muslim calendar; T: Safer ayı) u.
1. Ай календарының икенсе айы. □ Сафар (название второго месяца мусульманского лунного календаря). Сәфәр башлана. Сәфәр айындағы ваҡиға. Сәфәр айында тыуыу. ■ Сәфәр айы — хәтәр ай, кеше ул айҙа юлға сыҡмай, ҡыҙ оҙатмай. Һынамыш.
2. миф. һөҙөмтәһеҙ, буш, ҡоро ай. □ Сафар (пустой, безрезультатный месяц). К Сәфәр айын ҡоро ай, тиҙәр. Сәфәр айында ҡыҙ бирмәйҙәр, ҡыҙ оҙатмайҙар. Халыҡ ижадынан.
СӘФӘР III (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыбау-мең ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кубоу-мин. Сәфәр араһы. Сәфәрҙәр йыйыны. Сәфәрҙәр биләмәһе.
845