ТЕЗАУРУС
забодать. Теҙләп алып китеү. ■ Үгеҙ инде һирпеп алып, теҙләп ташлайым тигәндә генә, Тауҙытауғаһуғар үгеҙҙе ике мөгөҙөнән шаҡарып тотоп алған. Әкиәттән.
ТЕҘЛӘШЕҮ (теҙләш-) ҡ.
1. урт. ҡар. теҙләү, взаимн. от теҙләү. Һыйырҙар быҙауҙы теҙләшә. Үгеҙҙәр теҙ-ләшә.
2. күсм. диал. Һүҙеңде һүҙ итергә тырышып бәхәсләшеү; еңешеү. □ Спорить. Ололар менән теҙләшмә. Теҙләшеп тороу. Бер туҡтауһыҙ теҙләшеү.
ТЕҘМӘ I (Р.: ряд, шеренга, строй; И.: rowarray; T.: dizi) и.
1. Теҙелеп торған бер төрлө нәмәләр йәки кешеләр буйы; теҙем. □ Ряд, шеренга, строй. Күлдәр теҙмәһе. Тауҙар теҙмәһе. ■ Украиндарға ғына хас бөхтә бер ҡатлы кескәй генә ағас, саман йорттар теҙмәһе. И. Абдуллин. Юлдың ике яғынан да өҫкә ауырҙай ҡая-тауҙар теҙмәһе башланып китте. Д. Бүләков. Мәҙинә сығып киткәс, Барсынбикә түшәгенән тороп ултырҙы, ҡарашын аласыҡ тәҙрәһе аша ҡара болот кеүек ҡабарған тауҙар теҙмәһенә төбәне. Т Ғарипова.
2. Теҙеп яҙылған исемлек. □ Перечень, список, һүҙҙәр теҙмәһе. Теҙмәгә теркәп ҡуйыу. ■ Шул батырҙар теҙмәһендә полк командиры Хамматтың да исеме бар ине.
3. Биишева. Ул йылдарҙа тыуған балаларҙың теркәү теҙмәһе инҡилап ваҡытындағы ыҙғырҙа юҡҡа сыҡҡан. И. Ғиззәтуллин.
ТЕҘМӘ II (Р: сочинительный; И.: со-ог-dinative; T: bağlayıcı) c.
1. грам. Теҙеп теркә үле (һөйләмгә ҡарата). □ Сочинительный. Теҙмә бәйләнеш.
2. әҙ. Шиғырға һалыулы. □ Стихотворный, рифмованный. Теҙмә әҫәр.
ТЕҘМӘ ҠУШМА ҺӨЙЛӘМ (Р.: сложносочинённое предложение; И.: compound sentence; T: bileşik cümle) и. грам.
Ике йәки бер нисә ябай һөйләмдән төҙөлгән синтаксик конструкция. □ Сложносочинённое предложение. ■ Әгәр ҡушма һөйләм эсендәге бер һөйләмдән икенсе һөйләмгә һорау биреп булмаһа, бындай ҡушма син
таксик конструкция теҙмә ҡушма һөйләм тип йөрөтөлә. Ғ. Ҡаһарманов.
ТЕҘМӘЛЕК (теҙмәлеге) (Р: список; И.: list; T: liste) и. ҡар. исемлек.
Кешеләрҙең исемен, фамилияһын йәки төрлө нәмәнең атамаһын теҙеп яҙған ҡағыҙ.
□ Список, реестр, опись. Балалар теҙемлеге. Китаптар теҙемлеге. Теҙемлек төҙөү.
ТЕҘМӘСИКЕ (Р: нары; И.: plank-bed; T: tahta yataklık) и. диал. ҡар. һике.
Йоҡлау һәм ашау өсөн иҙәндән ҡалҡыу итеп таҡтанан йәйеп эшләнгән оҙон урын.
□ Нары. Теҙмәсикелә ултыра. Беҙ, туғыҙ бала, теҙмәсикелә йоҡлайбыҙ.
ТЕҘРӘТЕҮ (теҙрәт-) ҡ. диал. ҡар. теҙеү 1, 2, 4. Бәшмәк теҙрәтеү. Шешлеккә ит теҙрәтеү. Балыҡты теҙрәтеп киптереү.
ТЕҘӘКЛӘНЕҮ (теҙәклән-) ҡ. иҫк. ҡар. тубыҡланыу. Батша алдында теҙәкләнеү. Теҙәкләнеп тороу. Теҙәкләнеп ултырыу. ■ [Таңдыса] Уралына артылып, теҙәкләнеп, тартылып, ергә терәп аяғын, ҡулындағы ҡылысын яҡ-яғына һелтәгән. «Ҡуңыр буға».
ТЕҘӘКЛӘҮ (теҙәклә-) ҡ. ҡар. теҙеү 1, 2, 4. Балыҡты шешкә теҙәкләү. Мәрйен те-ҙәкләү. Китаптарҙы теҙәкләү.
ТЕҘ ЯПМА (Р: салфетка; И.: napkin; T: peçete) и. ҡар. майлыҡ.
Табында алға йәйә торған бәләкәй таҫтамал. □ Салфетка. Теҙ япма таратыу. Кулды теҙ япмаға һөртөү. Теҙ япма тегеү.
ТЕЖӘЛӘҮ (тежәлә-) (Р: облеплять; И.: besiege; T: kuşatmak) ҡ. диал.
Һырып алыу. □ Облеплять. Сәскәне те-жәләп алыу. Бал ҡорттары тежәләгән.
ТЕЗАВРАЦИЯ [гр. thesauros ‘хазина, байлыҡ’] (Р.: тезаврация; И.: hoarding of capital; T: istifçilik) и. иҡт.
1. Халыҡтың аҡсаны әйләнештән алып үҙендә туплауы. □ Тезаврация. Аҡса тезав-рацияһы.
2. Илдең алтын запасын булдырыу хәле.
□ Тезаврация. Алтын тезаврацияһы.
ТЕЗАУРУС [гр. thesauros] (Р: тезаурус; И.: thesaurus; T: kelime hâzinesi) и.
223