Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 225 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЙҘЕРТЕҮ
Теизмға мөнәсәбәтле. □ Теистический. Теистик ҡараш. Теистик фекер.
ТЕЙГЕҘЕҮ (тейгеҙ-) ҡ. диал. ҡар. тейҙереү. Ҡул тейгеҙеу. Сәпкә тейгеҙеу. Төҙ тейгеҙеу. Аяҡты һыуға тейгеҙеу. ■ Ошо йәшенә тиклем уҙенә ел-ямғыр тейгеҙмәй йәшәгән Ихсанбай тарамыш Мирхәйҙәров-ҡа бирешерме? Т. Ғарипова. Әле бына ике йылдан бирле өй эсендәге эште ҡулыма ла тейгеҙмәй бит [Айбикә]. Һ. Дәүләтшина. Ата торғас, дошман танкыларының береһе Дәйләғи машинаһының багына тейгеҙҙе. И. Ғиззәтуллин.
ТЕЙҘЕГӘН (Р.: ячмень; И.: wall-eye; Т.: arpacık) и. диал. ҡар. арпа II.
1. Күҙ ҡабағына сыға торған шеш. □ Ячмень (на глазу). Тейҙегәнде дауалау. Куҙгә тейҙегән сыҡҡан.
2. миф. Ауырыу эйәһе. □ Ячмень (на глазу), дух болезни. ■ Тейҙегән — һары сәсле бәләкәй һуҡыр әбей булып куренә. «Башҡорт мифологияһы » нан.
ТЕЙҘЕРЕҮ (тейҙер-) (Р.: касаться; И.: touch; T.: dokundurmak) ҡ.
1. Ныҡ яҡынайтып, ҡағылдырыу; нимәгәлер тейергә, йоғонорға мөмкинлек биреү. □ Касаться, прикасаться, дотрагиваться. // Касание, прикасание, прикосновение. Иренгә иренде тейҙереу. Аяҡты һыуға тейҙереу. ■ Нәсимә апай, Фәниәне иҫкә алғас, яулыҡ осон куҙ төптәренә тейҙереп алды. И. Абдуллин. Лаборанткалар гөр-геу килешеп уны тәбрикләнеләр, хатта араларында бер олорағы Ҡаҙнабаевтың яңағына иренен дә тейҙереп алырға онотманы. Д. Бүләков. Шәурә тағы һыуына башлаған кәструлгә ҡулын тейҙереп алды ла тәҙрәгә ҡараны. Ә. Вәли.
2. Нимәнеңдер шауҡымына, тәьҫиренә дусар иттереү. □ Схватить, подхватить; заразиться чем. Балаға тымау тейҙереу. Башҡа еҫ тейҙереу. М Сания техникумдың һуңғы курсында саҡта, упкәһенә һалҡын тейҙереп, ҡапыл вафат була. И. Абдуллин. Сәғидул-лин Варна йылғаһы аша сыҡҡанда һалҡын тейҙереп ауырып йығылғас ҡына, Камалов уның ни тиклем ҡәҙерле икәнен төшөндө. А. Карнай.
3. Килтереп ҡағылдырыу. □ Доставать до чего-л., дотягиваться. Сыбыҡ осон тейҙереу. Аяҡты тейҙереу. Тушәмгә башты тейҙереу.
4. Атҡанда, бәргәндә тура килтереп һу-ғылдырыу. □ Попадать (е цель). // Попадание. Сәпкә тейҙереу. В Ҡолағы төбөнән генә пуля һыҙғырып уткән Мөхәмәтша икенсе атыуҙа дошмандың аяғына тейҙерҙе. И. Ноғманов. Бер генә уҡсы ла ҡошҡа атып тейҙерә алмаған. Әкиәттән.
5. Ҡағылдырып эҙ ҡалдырыу. □ Задевать, попадать. // Задевание. Бысраҡ тейҙереу. Ҡулға ҡара тейҙереу.
6. Кемдеңдер ҡулына эләктереү. □ Доставаться, приходиться (на долю кого). Өлөш тейҙереу.
7. Кире, насар яғын әйтеп, кемделер битәрләү, әрләү. □ Укорять, упрекать кого. Тел-теш тейҙереу. ■ Уның [Гөлбаҙыяндың] Заһитҡа һис кенә лә ел-ямғыр тейҙергеһе килмәй шул. Р. Ғабдрахманов.
8. миф. Яман заттар тарафынан кешегә насарлыҡ ҡылыу. □ Касаться, схватить (в магии имеет отрицательную семантику). Куҙ тейҙереу. Ауырыу тейҙереу.
♦ Ҡул тейҙереү 1) ҡул яғыу, һуғыу, туҡмау. □ Ударить, бить. Балаға ҡул тейҙереу. М Дин әһеленә ҡул тейҙереуҙән дә оло гонаһ юҡ. Р. Өмөтбаев; 2) рөхсәтһеҙ алыу; урлау.
□ Брать, трогать без разрешения; красть. Аҡсаға ҡул тейҙереу. Тел (йәки һүҙ) тейҙереү кемгәлер насар һүҙ менән ҡағылыу.
□ Отзываться о ком-л. плохо, высказываться неодобрительно. ■ [Хәйҙәр] былай ҡарап торғанда, арыу ғына кеше кеуек куренә; һуҙ тейҙерер урыны юҡ, буйы-һыны ла килешеп тора, төҫ яғына килгәндә лә, Хоҙай кәмһетмәгән һымаҡ. Ә. Бикчәнтәев. Ир ҡаҡҡанды мир ҡаҡҡан тигәндәй, Ҡотлогилде Фатиманы әрләй һәм туҡмай башлаһа, йорт эсендәгеләр ҙә киленгә һуҙ тейҙерер булды. Ж. Кейекбаев. Тел (йәки һүҙ) тейҙермәү насар һүҙ әйттермәү. □ Оберегать кого-л. от нареканий. ■ [Зөләл] әсәһенә лә һуҙ тейҙермәй, бисәһен дә рәнйетмәй. Ф. Чанышева.
ТЕЙҘЕРТЕҮ (тейҙерт-) ҡ. йөкм. ҡар. тейҙереү, понуд. от тейҙереү.
8 - 1.0037.16
225