Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 226 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЙЕЛЕҮ
ТЕЙЕЛЕҮ (тейел-) ҡ. төш. ҡар. тейеү 1. страд, от тейеү 1. ■ Был күлдәккә тейелмәгән алыҫ ата-баба ҡулы. Иреңә биш йәш тулғанда, тик мин иләп, һуҡтым уны. Н. Нәжми.
ТЕЙЕЛМӘҪЛЕК (тейелмәҫлеге) (Р.: неприкосновенность; И.: immunity; T.: dokunulmazlık) и.
Кемдеңдер ҡул һуҙыуына, хасланыуына ҡаршы закон тарафынан һаҡланыу хәле. □ Неприкосновенность. Дипломатик тейелмәҫлек. ■ Беҙҙең илдә шәхестең тейелмәҫлеге закон менән һаҡлана. И. Ғиззәтуллин. Эсерҙарҙың асыҡтан-асыҡ милли мөхтәриәткә ҡаршы сыҡмауҙары, инҡилап үҙгәрештәрендә ер кешеһенә таяныуҙары, крәҫтиән хужалығының тейелмәҫлеге, ауыл кешеһе булараҡ, Зәки Вәлидигә лә яҡын ине. Р. Байымов.
ТЕЙЕН (Р: белка; И.: squirrel; T.: sincap) и. зоол.
1. Кимереүселәр төркөмөнә ҡараған, ағас ҡыуышына оялай торған өлтөк ҡойроҡло бәләкәй генә йәнлек. □ Белка. / Беличий (лат. Sciurus). Тейен тиреһе. Тейен ояһы. Тейен бүрек. Тейен тун. М Бурһыҡтар — оя, тейендәр запас әҙерләргә тотондо. И. Ғиззәтуллин. Бер нисә көндән Туҡмуйрыҡ байтаҡ ҡына ҡуян, һуҫар, тейен тиреләре күтәреп ҡайтты. Ғ. Ибраһимов. Ярлылар һунарға йөрөйҙәр: төлкөгә, тейенгә, һуҫарға, шәшкегә. Ж. Кейекбаев. Тирә-яҡта ҡоштар сутылдай, ботаҡтан ботаҡҡа иркә тейен һикергеләп йөрөй. А. Мағазов.
2. миф. Мифлаштырылған йәнлек. □ Белка (е мифологии имеет отрицательную семантику). ■ Ауылға тейен килһә, килешмәй. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТЕЙЕНДЕРЕҮ (тейендер-) (Р: подпускать (к корму, пище); И.: relish; T.: sokmak) ҡ.
Нимәгәлер ҡул йәки ауыҙ тейҙереп, кинәндереү. □ Подпускать (к корму, пище). Малды үләнгә тейендереү. Баланы ризыҡҡа тейендереү. ■ Хашим таланған малын кире ҡайтарырға, бынау сабыйҙарҙы, ниһайәт, аҡҡа тейендерергә тейеш. Т. Ғарипова.
ТЕЙЕНЕҮ (тейен-) (Р.: наслаждаться чем (после крайней нужды); И.: enjoy; Т.: ulaşmak) ҡ.
1. Юҡ ерҙән нимәгәлер эйә булыу, эйә булып кинәнеү. □ Наслаждаться чем (после крайней нужды); достигать. // Достижение полного обеспечения чем\ дорваться до чего-л. Байлыҡҡа тейенеү, һаулыҡҡа тейенеү. ■ [Котой:] Себер яғына китһәм, малға тейенермен. Р. Камал. Таҡыр түбә ғүмер күрмәгән фетр эшләпәгә тейенде. М. Кәрим. Кешенең тамағы ризыҡҡа тейенһә, уның нәфсеһе икенсегә тарта башлай бит. Р. Низамов.
2. миф. Ауырыу, яман зат тарафынан ауырыу ебәреү. □ Трогать, касаться, задевать (способ передачи болезни нечистой силой ).
ТЕЙЕН ҠОЙРОҒО (Р: хвощ полевой; И.: meadow pine; T.: atkuyruğu) и. диал.
Быуынтыҡ һабаҡлы, ылыҫ кеүек нәҙек япраҡлы, юғары төҙөлөшлө һеркәле үҫемлек. □ Хвощ полевой (лат. Equisetum arven-se). Халыҡ медицинаһында тейен ҡойроғон ҡулланыу. Тейен ҡойроғон йыйыу. Тейен ҡойроғоноң файҙаһы.
ТЕЙЕНТЕ бәйл. диал. ҡар. тиклем. Ауылға тейенте бик алыҫ әле.
ТЕЙЕНТЫРНАҠ (тейентырнағы) (Р: мелкое зерно; И.: fine grain; T.: ufak tohum) и. диал.
Ваҡ емле иген (эҫегә көйөп үҫә алмағанлыҡтан). □ Мелкое зерно (из-за засухи). Тейентырнаҡты йыйып алыу.
ТЕЙЕР-ТЕЙМӘҪ (Р: чуть не касаясь; И.: barely touching; T.: dokunur dokunmaz) p.
Ныҡ яҡынайып, тейә яҙып. □ Чуть не касаясь, едва касаясь; почти касаясь. ■ Был юлы ике аҡҡош, һыуға тейер-теймәҫ кенә булып, көҙгөләй ялтырап ятҡан Ағиҙел өҫтөнән оса ине. М. Ғиләжев. Капыл, ағас баштарына тәгәрмәстәре тейер-теймәҫ, тағы бер самолеттың яҡынлашыуы күренде һәм ел ыңғайына посадкаға китте. А. Мағазов. Бер-ике минут эсендә «Юнкерс» һауа яңғыратып Хива өҫтөнән әйләнде лә, крепосҡа
226