ТЕЙЕҮ
тейер-теймәҫ кенә булып, ҡала тышындағы аэродромға төштө. А. Таһиров.
ТЕЙЕҮ (тей-) (Р.: касаться; И.: touch; Т.: değmek) ҡ.
1. Ныҡ яҡынайып, ҡағылыу. □ Касаться, прикасаться, дотрагиваться. // Касание, прикасание, прикосновение. ■ Сана табаны ниндәйҙер ташҡа тейеп шығырланы. Ғ. Аллаяров. Беҙҙең яҡта баштары болоттарға тейеп торған мәғрур тауҙар ҙа, текә ҡаялар ҙа юҡ. И. Абдуллин.
2. Тәьҫир итеп, ниндәйҙер шауҡым, йоғонто биреү. □ Приносить, причинять. // Причинение (пользы, вреда и т.п). Файҙа тейеү. Ярҙам тейеү. Ауырлыҡ тейеү. Зыян тейеү. ■ Мағазов менән Иҙелбаев үҙҙәренең ҡыҙылдар тарафынан саҡырылып, кәңәшмәгә килә ятыуҙары хаҡында әйтеп, дәрәжәле етәкселәре менән осрашыуҙы талап итһәләр ҙә, файҙаһы теймәне. Р. Байымов. • Яҡшы кешенең яҡшылығы тейер тар ерҙә, яман кешенең яманлығы тейер һәр ерҙә. Әйтем.
3. Тәьҫир итеп, зыян яһау. □ Раздражать, задевать (какие-л. органы, чувства). // Раздражение. Күңелгә тейеү. Эскә тейеү. ■ (Марат:] Һыу ауыҙға алғыһыҙ һыуыҡ — тешкә тейә. Р. Низамов.
4. Килеп һуғылыу. □ Задевать, попадать. // Задевание. Сыбыҡ осо тейеү. ■ Күрәһең, [Булаттың] һыңар күҙенә сыбыҡ тейгән: ҡуйы керпеге илағандағы кеүек дымланып тора. Р. Байбулатов.
5. Йәберләү, рәнйетеү. □ Обижать, трогать, нападать. // Трогание, нападение. Балаға тейеү. ■ [Емеш — имсегә:] Әсәйемә теймә! — тип ҡысҡырып илап ебәрҙе лә, күҙ асып йомғансы әсәһенең ҡулын тастан тартып алып, үҙенең күкрәгенә ҡыҫты. 3. Биишева. • Үҙеңә теймәгән йылан йөҙ йыл йәшәһен. Әйтем.
6. Ниндәйҙер хисте, тойғоно ҡуҙғатыу. □ Задевать, затрагивать. // Задевание, затрагивание. ■ Гарифуллиндың намыҫына тейеп китте, ахыры, ул һыуынған сәйен ҡапыл күтәреп эсте лә сынаяғын шаҡ иттереп өҫтәлгә ултыртты, сынаяҡ саҡ ҡына ватылманы. С. Агиш. Саматтың ололарса ҡиәфәт
менән шулай аҡыл һатыу ы Вәсилдең асыуына тейҙе, ахыры. Р. Байбулатов. Максим бүтән бер генә һорауы менән дә Миңһылыу-ҙың маҙаһына теймәне. Ә. Байрамов.
7. Атҡанда, бәргәндә тура эләгеү. □ Попадать. // Попадание (в цель). Таш тейеү. Уҡ тейеү. ■ һул яҡ флангыла бомбаның тура тейеүенән ике танк яна ине. Ғ. Аллаяров. • Тейһә — тейенгә, теймәһә — ботаҡҡа. Мәҡәл.
8. Килеп ҡағылып, эҙ ҡалдырыу. □ Задевать, попадать. Бысраҡ тейеү. Тап тейеү.
9. Юл ыңғайында ҡайҙалыр инеү; һуғылыу. □ Заезжать, заходить (по пути, по дороге). Ауылға тейеп үтеү.
10. Ҡулға эләгеү. □ Доставаться, приходиться (на долю кого). Тейгән өлөш. ■ Ҡуйҙар, өрөп тултырған һымаҡ, һимерәләр, ләкин уларҙан Ғәләүгә лә, көтөү башы Шамыҡ ҡартҡа ла өлөш теймәй. Б. Бикбай.
11. Берәй эштән буш булып, уңай килеү. □ Доходить (обочереди, времени и т.п.); выпадать (о времени). Ваҡыт тейеү. Форсат тейеү. ■ Ауыр юлдан рәхәтләнеп ял итеү форсаты тейҙе [башҡорт яугирҙарына]. Ф. Аҡбулатова.
12. Үҙеңә рөхсәтһеҙ алыу; ороноу. □ Брать, трогать, хватать, употреблять (без спроса). Кеше нәмәһенә тейеү. Дөйөм ҡаҙнаға рөхсәтһеҙ тейеү. • Ташҡа талау теймәҫ. Мәҡәл.
13. Тейешле булыу (туғанлыҡ мөнәсәбәтенә ҡарата). □ Приходиться (о родственных отношениях). Апай-һеңле тейә. ■ [Ны-язғол:] Алыҫыраҡ булһа ла, ул миңә ағай-эне тейә. Һ. Дәүләтшина.
14. Сифат ҡылымдың -р формаһында ниҙеңдер тейешле икәнен белдерә. □ Доставаться, причитаться. Тейер өлөш. Тейер килем. ■ Кооператив Аҡназарҙың алам тигән нәмәләрен арзан хаҡ менән бирҙе лә ҡалғанына тейерен аҡсалата тулы боло менән биреп ебәрҙе. Ғ. Дәүләтшин.
15. миф. Яман заттарҙың кешегә насарлыҡ ҡылыуы. □ Трогать, касаться, задевать (способ нанесения болезни нечистой силой). ■ Күҙгә ағас тейһә, шул ергә һыу һибеп, аҙыҡ
н*
227