ТЕЙЕҮСЕ
кумеп китәләр. Аҙыҡ кумгәндә, ошо әпсен әйтелә: сыҡҡанға аш бирәм, һыуһағанға һыу бирәм, аш бирәм, һыу бирәм, име-томо шул булһын. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТЕЙЕҮСЕ (Р.: касательная; И.: tangent; T.: teğet) и. мат.
Кәкре һыҙыҡ менән киҫешкән тура һыҙыҡ. □ Касательная. Туңәрәккә тейеусе һыҙыу. Функция графигына тейеусе тигеҙләмәһен төҙөу.
ТЕЙЕШ I (Р.: обязан; И.: obliged; must; T.: mecbur) мөн.
1. Мотлаҡлыҡ, мәжбүрилек мәғәнәһе бирә. □ Обязан, должен, положен. // Обязано, надо, должно; положено. Тейеш тип табыу. Барырға тейеш тугел. ■ һәр кем уҙе өсөн уҙе көрәшергә тейеш. И. Абдуллин.
2. Нимәнецдер булыуы ихтималлығын белдерә. □ Возможно. Кисен урманға барырға тейешбеҙ. Сара уткәрергә тейеш.
■ Ошо көндәрҙә Тәзкирә лә ҡайтырға тейеш. С. Агиш. Олимпиада сәғәт ун берҙә башланырға тейеш. Р. Байбулатов. Кандидатуралар йәшерен тауыш биреу менән һайланырға тейеш ине. Д. Бүләков.
3. Булырға һүҙенә ҡушылып килеп, ышаныслы, ныҡлы фаразды белдерә. □ Должно, должно быть. Булырға тейеш. Клубта концерт булырға тейеш. ■ Театрҙа йә уҙәгеңде өҙөрлөк, йә шурәле ҡытыҡлаған һымаҡ быуылып көлөрлөк һуҙҙәр булырға тейеш. Ш. Бикҡол. Халыҡтарҙыц азатлығы өсөн көрәшеусе кеше ныҡ булырға тейеш! Ә. Бикчәнтәев.
ТЕЙЕШ II (Р.: нужный; И.: necessary, needed; T.: gerekli) с.
1. Туранан-тура ҡағылышлы. □ Нужный. Тейеш эш. Тейеш ҡағыҙ.
2. ҡар. тейешле. Тейеш хаҡ. Тейеш аҡса.
■ Нурыш мицә яҡын ғына еҙнә тейеш кеше ине. Ә. Бикчәнтәев. [Көтөусе:] Мин, бай ағай, уҙемә тейеш эш хаҡын һорарға килдем. Әкиәттән.
ТЕЙЕШЕНСӘ (Р.: как следует; И.: properly; T.: gereği gibi) p.
Тейеш булғанса, талап ителгән тиклем; кәрәгенсә. □ Как следует; должным образом;
как положено. Тейешенсә һөйләу. Тейешенсә эшләу. ■ Бер ваҡыт Алексей, арматураның тейешенсә бәйләнмәгәнен куреп, бригада ағзаларын ныҡ ҡына ҡыҙҙырып алды. Ә. Байрамов. Асылда иһә бер колхозда, минераль ашламаларҙы тейешенсә һаҡламау арҡаһында, ике һыйыр ағыуланып улгән икән. Ғ. Аллаяров. Иркен йәшәргә ярата торған малай уҙ юлына арҡыры төшкән, теләгенә ҡаршы килгән һәр кемгә тейешенсә яуап бирергә әҙер ине. Ә. Бикчәнтәев.
ТЕЙЕШЕҮ (тейеш-) ҡ.
1. урт. ҡар. тейеү 1. взаимн. от тейеү 1. Тейешеп тороу.
2. Эшкә һ.б. ихласлап, ныҡлап тотоноу; керешеү. □ Браться, приступать, һуҙгә те-йешеу.
3. Ашай башлау, ашарға тотоноу; етешеү.
□ Приступить к еде. ■ Табынды туңәрәкләп ултырған был бай бисәләр ашҡа тейеште. Т. Хәйбуллин.
ТЕЙЕШЛЕ (Р: надлежащий; И.: proper; T: gereken) с.
1. Билдәле бер эш-хәрәкәт өсөн махсус билдәләнгән, шуға бәйләнешле йәки шуны башҡарыуға мөмкинлек бирә торған; кәрәкле. □ Надлежащий. Тейешле ваҡыт. Тейешле шарт. Хәл итергә тейешле мәсьәлә. ■ Әсәһенең куптән бирле ауырып, һыҙланып йөрөуенә кунегеп бөткән Ғариф быны шулай булырға тейешле ғәҙәти хәл кеуек тоя башлағайны инде. 3. Биишева. Абыҙбаева-ның сәсеу әйләнеше планы быйыл уҡ тейешле һөҙөмтә бирмәгән икән, уны көтөргә кәрәк. Ә. Вәли. Гөлниса инәй тейешле кешеләрен магазиндан ҡайтышлай уҡ сәйгә саҡырҙы. Р. Ғабдрахманов.
2. Түләргә, бирергә һ.б. алдан тәғәйенләнгән, билдәләнгән. □ Причитающийся, положенный. Тейешле аҡса. Тейешле документ. ■ Тейешле язаһын тәтеткәс, атаҡлы ҡараҡты ла ғәфу итәләр. Д. Исламов.
3. Ниндәйҙер мөнәсәбәттә булған (туғанлыҡҡа һ.б. төрлө бәйләнештәргә ҡарата).
□ Доводящийся, приходящийся кем. Апай тейешле кеше. ■ Шәңгәрәйгә тейешле ҡыҙҙы уҙенә бисә итте. Т. Ғарипова. һиңә кә
228