Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 229 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЙӘЛЕШЕҮ
ләш булырға тейешле ҡыҙ Кусәр хан ҡыҙы Маянһылыу ине. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ТЕЙЕШЛЕК (тейешлеге) (Р.: необходимость; И.: necessity; need; T.: gereklilik) и.
Тейеш булғанлыҡ; кәрәклек. □ Необходимость. Барырға тейешлеген онотто. Эшләргә тейешлеген һиҙҙе. ■ Радио икенсе юлда тормаҫҡа, унан поезд килергә тейешлеген иҫкәртте. Р. Байымов. Тәрбиәселәр Шәйхетдингә балалар йоҡларға тейешлеген әйттеләр. С. Ильясов. Фәрит уҙенең дә оҙаҡламай яңғыҙ йәшәргә тейешлеген ап-асыҡ куҙ алдына баҫтырҙы. Ш. Янбаев.
ТЕЙЕШҺЕҘ (Р: неуместный; И.: irrelevant; out of place; T.: gereksiz) с.
Маҡсатҡа ярашһыҙ; кәрәкһеҙ. □ Неуместный; ненужный, неподобающий. Тейешһеҙ нәмә. Тейешһеҙ эш. ■ Хәби Ғәбиевичтең тейешһеҙҙе талап итеп йөҙәтмәуе Ғәҙилә апайҙың куңелен бик ныҡ кутәрҙе. Р. Ғабдрахманов. Ҡатын, сырайын һытып, тейешһеҙ шаярыусыны әрләргә ауыҙ асҡайны инде, ҡапыл уны ике-өс ҡыҙ, елтерәтеп алып, ҡырпаҡ ҡар өҫтөнә йыҡты. Ә. Хәкимов.
ТЕЙМӘҪКӘ р. диал. ҡар. тиктәҫкә. Теймәҫкә көтөу. Теймәҫкә илау.
ТЕЙТЕК (Р: до; И.: till; T: -e kadar) бәйл. диал. ҡар. саҡлы I, 1.
Төбәү килештәге һүҙҙәр менән килеп, урын-ваҡыт арауығының сиген белдерә; тиклем, хәтле. □ До, по. Йылғаға тейтек барыу. Ҡышҡа тейтек тамамлау.
ТЕЙТӘК (тейтәге) и. диал. ҡар. тейәк 1.
Ағас тейтәк. Ныҡлы тейтәк.
ТЕЙӘГЕС (Р: погрузчик; И.: loader; T: yükleyici) и.
Нимәлер тейәй торған машина. □ Погрузчик. М Аҙбарға ингәс тә, ул [Шамун ҡарт] тәуҙә арғы мөйөштәге тейәгескә куҙ һалып алды. Д. Исламов. [Батыр:] Иптәштәр, машиналарҙы тейәп оҙата тороғоҙ, мин тракторға тейәгес ҡуйып алайым. И. Ғиззәтуллин. Розалия тейәгестән аҡҡан игенде кузовҡа таратты. Р. Низамов.
ТЕЙӘК (тейәге) (Р: перекладина; И.: cross-beam; T: lento) и.
1. Нимәнелер элеү, эләктереү өсөн уртаһынан бау таҡҡан ҡыҫҡа таяҡ. □ Перекладина (для подвешивания чего-л.). Ит тейәге. Көрөҫ тейәге. ■ Рәтен тиҙ тапты Мохта-сар: тейәк эшләп, билендәге ҡайышын уға таҡты ла һеләуһенде артҡы аяҡтарынан ситтәрәк уҫеп ултырған ҡайын ботағына аҫып та ҡуйҙы. Н. Мусин. Ҡаранай лапаҫ аҫтына тейәк менән аҫҡан тәкәһенең тиреһен һалдырырға ла өлгөрҙө. М. Ғиләжев. Николай, тушкәне тейәккә аҫып, тунай ғына башлағайны, таҡыяһын тубәһенә кә-лепләндереп кенә кейгән теремек ҡарт һөйләнә-һөйләнә ишек алдына инде. Ғ. Хисамов.
2. Мисәүҙәге аттың ике мисәү осон элә торған таяҡ. □ Валёк (на который надеваются постромки упряжи). ■ Ерәнҡашҡаның өҫкө иренен ҡайыш тейәк ярҙамында борғослап (туламаһын өсөн), [Гуҡтуҡ] Таһир олатайға тотторҙо. Й. Солтанов.
3. Уртанан еп тағып, ике башын ослап, балыҡ емләп, эре балыҡҡа һала торған 2-3 см оҙонлоҡтағы нәҙек ағас. □ Самодельная рыболовная снасть. Тейәк емләу. Тейәк һалыу.
4. Ауыҙлыҡты дүңгәләккә элә торған саталы тимер. □ Железная деталь уздечки (для крепления трензеля к кольцу). Тейәкте ыскындырыу.
ТЕЙӘЛЕҮ (тейәл-) ҡ.
1. төш. ҡар. тейәү 1. страд, от тейәү 1. Тейәлгән утын. ■ Кирбес, цемент тейәлгән вагондар меңдәр менән иҫәпләнә. М. Ғиләжев.
2. Транспорт сараһына күмәкләп ултырыу. □ Набиваться. Кузовҡа тейәлеу. Машинаға тейәлеу. ■ Йәштәр, саналарға тейәлеп, урам буйына ат йөрөтөргә китте. Ғ. Дәүләтшин. Иртәнге эштәре бөткәс, халыҡ, кеме арбаға тейәлеп, кеме йәйәуләп, йыл да һабантуй утә торған Талморон тип аталған ергә йыйыла башланы. Т. Ғарипова.
ТЕЙӘЛЕШЕҮ (тейәлеш-) ҡ. урт. ҡар. тейәлеү 2. взаимн. от тейәлеү 2. Машинаға тейәлешеп барыу. Санаға тейәлешеу. ■ Бер аҙҙан Ғумәрҙең машинаһына тейәлешеп, ауылдан Зөлхиә, Гөлфиә килде. Р. Байбулатов.
229