Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 489 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРАМПЛИН
ТРАКТОВКА [рус.] (Р.: трактовка; И.: treatment; T.: yorum) и.
Нимәгәлер бирелгән аңлатма; тәфсир. □ Трактовка. Трактовка яһау. Яңы трактовка биреу.
ТРАКТОВКАЛАУ (трактовкала-) (Р.: трактовать; И.: treat, interprete; T.: yorumlamak) ҡ.
Асылын, мәғәнәһен сисеп аңлатыу. □ Трактовать. // Трактование, трактовка. Я «Погонһыҙ һалдаттар» романы жанр төрө, халыҡ темаһын яңыса трактовкалауы һәм һурәтләгән характерҙарының оригиналлеге менән генә тугел, ә художестволы уҙенсәлеге менән дә айырылып тора. Ә. Вахитов.
ТРАКТОР [ингл. tractor < лат. tractor < traho ‘һөйрәтәм’] (Р: трактор; И.: tractor; T.: traktör) и.
Тартыу көсө итеп тағылған йә ҡуйылған төрлө машина-ҡорамалды хәрәкәткә килтереү өсөн тәғәйенләнгән тәгәрмәсле йәки ҡарышлауыҡлы машина. □ Трактор. / Тракторный. Ҡарышлауыҡлы трактор. Тәгәрмәсле трактор. Я Тимер юлдан яңы алып ҡайтҡан трактор — ҡапҡа төбөндә. Р. Бикбаев. Армиянан ҡайтҡас та, тракторға ултырып, төпкә егелеп алға тарта башлауын, .. ағаһы менән ул саҡта ни булғанын тулыһынса аңлата алманы. И. Абдуллин.
ТРАКТОРИСТ (тракторисы) [рус.] и. ҡар. тракторсы. Я Ҡыҙырастың апаһы менән еҙнәһе — трактористар. 3. Биишева.
ТРАКТОРСЫ (Р: тракторист; И.: tractor driver; T.: traktörcü) и.
Трактор йөрөтөүсе. □ Тракторист. Тракторсы булып эшләу. Я Айбикә тракторсылар курсын бөтөрөп, колхоздың тракторсыһы булып алды. һ. Дәүләтшина.
ТРАЛ [ингл. trawl} (Р: трал; И.: trawl; T: trol (ağı) и.
1. Карап менән һөйрәп балыҡ тота торған оҙон тоҡ ау. □ Трал. Балыҡты трал менән тотоу. Трал менән балыҡ тотҡан карап.
2. Диңгеҙ төбөн һәм ундағы үҫемлектәрҙе, йәнлектәрҙе тикшереү өсөн тәғәйенләнгән ҡулайлама. □ Трал. Тралды йунәлтеу. Трал менән тикшереу.
3. хәрби, һыу аҫты миналарын тотоп юҡ итә торған ҡулайлама. □ Трал. Трал менән шартлатыу.
ТРАЛЕР [ингл. trawler] (Р: тралер; И.: trawler; T.: trol teknesi) и.
1. Трал менән балыҡ тотҡан карап. □ Тралер. Тралер менән диңгеҙгә сығыу. Тралер менән балыҡ тотоу.
2. хәрби. Трал менән мина тотоп, уны юҡ итә торған хәрби карап. □ Тралер. Тралер ярҙамында шартлатыу.
ТРАЛЛАУ (тралла-) (Р: тралить; И.: trawl; T: trolle avlamak) ҡ.
1. Трал (1) менән һөҙөү. □ Тралить. Балыҡ траллау.
2. Трал (3) менән тотоу. □ Тралить. Мина траллау.
ТРАЛЬЩИК (тралыцигы) [рус.] и. ҡар. тралер 1. ■ Шул арала бер тральщик порттан сығып китте. А. Таһиров.
ТРАМВАЙ [ингл. tram ‘вагон’ + way ‘юл’] (Р: трамвай; И.: tram; T.: tramvay) и.
1. Ҡалала ер өҫтөндәге электрлы тимер юл. □ Трамвай. Яңы трамвай юлы. Трамвай юлын төҙәтәләр. Я Демонстрация ағымы оло урамға сыҡты. Унда тағы трамвай эшселәре ҡушылды. Д. Юлтый.
2. Шул юлдан йөрөгән бер йәки бер нисә вагонлы поезд. □ Трамвай. Трамвайҙан төшөу. Трамвайға ултырыу. Трамвай менән барыу. Я Йоҡланымы төнөн трамвайҙар — ишетәмен ҡаҙҙар осҡанын. Р. Бикбаев. Ҡисә трактор заводы районында тәуге трамвайҙы ходҡа ебәргәндәр. Ф. Әсәнов.
ТРАМВАЙСЫ (Р: трамвайщик; И.: tram driver; T.: tramvay işçisi) и.
Трамвай йөрөтөүсе. □ Трамвайщик. Трамвайсы светофорҙы курмәй утте. Трамвайсы булып эшләу. Трамвайсыға уҡыу.
ТРАМПЛИН [фр. tremplin < ит. trampo-lino < trampolo ‘ҡолға аяҡ’] (Р: трамплин; И.: ski jump; T.: tramplen) и.
1. Осоу, һикереү һ.б. алыҫлығын арттырыу өсөн эшләнгән спорт ҡоролмаһы йәки яйланмаһы. □ Трамплин (спортивное сооружение). Трамплиндан һикереу. Я Кусимов ҡыш айҙарында трамплиндан да һикерә.
489