Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 490 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРАНЗИСТОР
Р. Өмөтбаев. Волга буйы кавалерия курстары араһында хәрби уйындарҙа ул [Шайморатов ], граната ырғытыу, трамплиндан һикереү, сабып барған ат өҫтөндә ҡылыс айҡау кеуек ярыштарҙа ҡатнашып, беренсе урынды ала. Р. Шәкүр.
2. кусм. Ниндәйҙер эш өсөн башланғыс булған терәк. □ Трамплин (то, что служит опорой, исходным пунктом для каких-л. действий ). Үҫеу өсөн трамплин. ■ Наркомат — тубәнге звеноларҙасы юғарыраҡ баҫҡысҡа һикереу өсөн трамплин. Н. Мусин. Әҫәрҙең прологы төҫөндәге был эпизод буласаҡ төп герой Шәмсиҙең ысын көрәшсе булып уҫеу юлында трамплин хеҙмәтен үтәй. С. Сафуанов. Стәрлетамаҡты Мөхәммәтсәлимдең киңерәк даирәгә сығыу юлындағы бер кескәй генә трамплин тип ҡарарға мөмкин. Ғ. Хөсәйенов.
ТРАНЗИСТОР [ингл. transfer ‘күсере-леш’ + resistor ‘ҡаршылыҡ’] (Р: транзистор; И.: transistor; T: transistor) и.
1. махс. Электр сигналын көсәйтә һәм үҙгәртә торған ярым үткәргесле прибор. □ Транзистор. Транзисторҙы тоташтырыу. Транзистор төрҙәре. Транзистор ҡеуәте.
2. Шундай приборҙан эшләнгән бәләкәй радиоалғыс. □ Транзистор (радиоприёмник). Транзисторҙы ебәреу. Транзисторҙан тыңлау. ■ Йәштәр транзисторҙарын, магнитофондарын уйната. Ш. Янбаев. Алабарман угеҙ артынан арманһыҙ булып ҡайтҡан [егеттең] иптәше, транзистор борғослап, музыка тыңлап ята торғас, танауын һыҙғыртырға кереште. С. Шәрипов. Фәрит транзисторын одеялы менән ҡаплап, ҡолаҡ төбөнә ҡуйҙы ла оҙаҡ ҡына радионан һуңғы яңылыҡтарҙы тыңлап ятты. Ф. Әсәнов.
ТРАНЗИСТОРЛЫ (Р: транзисторный; И.: transistored; T: transistörlü) с.
Транзисторҙы файҙаланыуға ҡороулы. □ Транзисторный. Транзисторлы телевизор. Транзисторлы радио. ■ Ул [егет] транзисторлы бәләкәй радиоалғысты күкрәгенә усы менән ҡыҫҡан да, куҙҙәрен Ағиҙелгә төбәп, ҡатып ҡалған. Ф. Әсәнов.
ТРАНЗИТ [лат. transitus ‘үтеү’] (Р: транзит; И.: transit; T: transit) и.
1. Илдәр аша йөк йәки пассажирҙар сығарыу эше. □ Транзит. / Транзитный. Газ транзиты. Транзит станцияһы. Транзит билеты. Н Транзит залындасы пассажирҙар бөтәһе лә, урындарынан ҡуптарылып, ҡапсык-сумаҙандары менән орона-һуғыла, ишеккә ябырылды. Ә. Байрамов. Гумер юлын утмәк булаһың һин транзит купела ғына елдереп. Ш. Бикҡол. Рус хәрби-административ үҙәге Өфө ҡалаһы — илселек өсөн һуңғы транзит ҡына тугел, ҡатмарлы әҙерлек майҙаны. Ғ. Хөсәйенов.
2. Бер ерҙән икенсе ергә, шул арауыҡта бушатмай, йөк ташыу эше. □ Транзит. / Транзитный. Йөктәрҙе транзит менән ебәреу. Транзит менән тапшырыу. Транзит тарифтары.
3. Вокзалда, аэропортта бер транспорттан икенсеһенә күсеп ултырыусы кеше. □ Транзит. / Транзитный. Транзит пассажир. Транзиттарҙы оҙатыу. Транзиттарҙы ҡабул итеу.
4. Шундай пассажир өсөн билдәләнгән урын, кәрәк-яраҡ. □ Транзит. / Транзитный. Транзит пункты. Транзит зонаһы.
ТРАНЗИТЛЫ (Р.: транзитный; И.: transit; transient; T: transit) с.
1. Транзитҡа (1) мөнәсәбәтле булған. □ Транзитный. Транзитлы сауҙа. Транзитлы иҫәп. Транзитлы декларация.
2. Транзит (2) менән бара торған. □ Транзитный. Транзитлы вагон. Транзитлы йөк. Транзитлы газ.
3. Бер поездан, самолёттан икенсегә күсеп ултыра торған. □ Транзитный. Транзитлы рейс. Транзитлы пассажир. Транзитлы пассажирҙарҙы ултыртыу.
ТРАНКВИЛИЗАТОР [фр. tranquille тыныс’] (Р.: транквилизатор; И.: anxiolytic; T: kaygı gideren ilaç) и. мед.
Патологик ҡурҡыуҙы, борсолоуҙы, көсөргәнеште баҫыусы дарыу. □ Транквилизатор. Транквилизаторҙар ҡулланыу. Транкви-лизаторҙың был төрө дарыуханала рецепт менән генә һатыла, в Тынысландырыусы, йоҡлатыусы препараттар, транквилизаторҙар ҡулланыу тыйыла. «Шоңҡар», № 7, 2011.
490