ТРИАТЛОН
сәсәндәре ижадында ҙур ҡаҙаныш һаналған. Н. Зарипов.
2. фәлс. Гегель фәлсәфәһендә идеяның өс баҫҡыслы үҫеше: тезис, антитезис, синтез. □ Триада. Диалектик триада. Гегель триа-даһы.
ТРИАТЛОН [гр. tri ‘өс’ + athlon ‘ярыш’] (Р.: триатлон; И.: triathlon; T.: triatlon) и. спорт.
Йөҙөү, велоуҙыш һәм йүгереүҙе үҙ эсенә алған спорт төрө. □ Триатлон. Триатлон ярышы. Триатлон еңеүсеһе. Триатлон буйынса донъя чемпионы.
ТРИБУН [лат. tribunus ‘оратор’] (Р.: трибун; И.: tribune; T.: tribün) и.
1. тар. Боронғо Римдағы төрлө вазифа кешеләре исеме. □ Трибун. Халыҡ трибуны. Хәрби трибун. Инҡилап трибуны.
2. һөйләү оҫталығына эйә булған йәмәғәт эшмәкәре; публицист. □ Трибун. ■ Былтыр ялҡынлы трибун Сергей Миронович Кировтың үлтерелеүе, торло ҡалаларҙа завод-фабрикаларҙың шартлатылыуы ошоно [синфи көрәштең ҡырҡыулашырын] раҫлай. Ә. Хәкимов. Бынан һуң ул [комиссар] Йәнтимерҙе бөтә халыҡ алдында ихлас күңелдән «ялҡынлы трибун» тип маҡтаны. М. Кәрим. Закондар сығарыу, башҡарыу һәм хоҡуҡ һаҡлау властарынан ҡала, матбуғаттың көсө һәм ҡеүәте — йәмәғәт фекерен туплаусы трибун булып сығыш яһа-уында. «Киске Өфө», № 24, 2009.
ТРИБУНА [фр. tribune < лат. tribunal ‘ҡалҡыу урын’] (Р: трибуна; И.: platform, stand; T: tribün) и.
1. Баҫып телмәр һөйләй торған ҡалҡыу урын. □ Трибуна. Трибунаға сығыу. Трибунаға саҡырыу. Трибунанан телмәр тотоу. ■ Ғәлимә торҙо, трибунаға яҡын килде. Т. Ғарипова. Нур һүҙҙәрҙе трибунанан доклад һөйләгән кеше һымаҡ тантаналы, хатта бер аҙ яһалмараҡ итеп әйтте. И. Абдуллин. Бына яҫы яурынлы, урта буйлы тағы бер хәрби еңел йүгереп трибунаға менеп баҫты. 3. Биишева.
2. күсм. Сәйәси, публицистик эшмәкәрлек әлкәһе. □ Трибуна. Әҙәби трибуна. Матбуғат — халыҡ трибунаһы.
3. Стадион һәм майҙандарҙағы рәт-рәт итеп, һикәлтәләп яһаған тамашасылар урыны. □ Трибуна. Ипподром трибунаһы. Стадион трибунаһы. ■ Улар [Ғилметдин бабайҙар] ингәндә, стадиондың күп яруслы трибуналарында тығыҙлашып урынлашҡан халыҡ диңгеҙе ҡорт иләүе кеүек ҡайнаша ине. Д. Исламов. Урынһыҙ ҡалғандары трибуналар менән ярыш юлы ситендәге тәпәш ҡойма тирәһенә шыпланып баҫҡандар. Т. Килмөхәмәтов. Сынбулаттың бер нисә көн йүнләп ашамағанын белгәс, стадион трибунаһы аҫтында ығы-зығы тип атарлыҡ йәнлелек башланды. Б. Рафиҡов.
ТРИБУНАЛ [лат. tribunal ‘ҡалҡыу урын’] (Р: трибунал; И.: tribunal; T.: mahkeme) и.
1. Хәрби һәм айырыуса ҙур гражданлыҡ енәйәттәрен ҡарай торған суд органы. □ Трибунал. Хәрби трибунал. ■ Тап ошо ваҡиға ярҙамында фашистар яуызлыҡтарының эҙен йәшереп өлгөрмәй, һәм тотҡондарҙың күрһәтмәләре Нюрнбергтағы халыҡ-ара трибуналға барып етә. «Йәшлек», 10 апрель 2010.
2. йыйн. Шул органдың суд коллегияһы, судьялары. □ Трибунал. Я Трибуналдың председателе Камалов ине. А. Карнай.
3. Шул орган тарафынан суд эштәренең ҡаралышы. □ Трибунал. Трибунал хөкөмө. Трибуналға биреү. Трибуналда ҡаралыу. ■ [Мәхмүтте] хәрби трибуналға биреп, атып ташлауҙары ла ихтимал. С. Поварисов. Хәрби трибунал ҡарарын, дәғүәләшеп, кире ҡағырға юл ҡуйылмай. М. Кәрим. Ваня ағай ерән немецҡа партизандар трибуналының ҡарарын тәржемә итеп бөткәнсе, Азат башын да күтәрмәй торҙо. Ә. Бикчәнтәев.
ТРИВИАЛЬ (Р: тривиальный; И.: trivial; T: saçma) с.
Күп сәйнәлгән, күп тылҡылған. □ Тривиальный. Тривиаль фекер. Тривиаль ҡараш. Тривиаль хәбәр.
ТРИГОНОМЕТРИК (Р: тригонометрический; И.: trigonometric; T: trigonometrik) с.
Тригонометрияға мөнәсәбәтле. □ Тригонометрический. Тригонометрик тигеҙһеҙ
500