ТРИЛЛИОН
лектәр. Тригонометрик рәттәр. Ш Йөҙмө, ике йөҙ метрмы самаһы артҡа китеп, ҡалҡыулыҡҡа кутәрелделәр ҙә, яҡындағы тригонометрик вышкаға төҙәп, улсәу алдылар [майорҙар]. И. Ғиззәтуллин.
ТРИГОНОМЕТРИЯ [гр. trigönon ‘өсмөйөш’ + metreö ‘үлсәйем’] (Р.: тригонометрия; И.: trigonometry; T.: trigonometri) и. мат.
Геометрияның өсмөйөш яҡтары менән мөйөштәре араһындағы мөнәсәбәтте өйрәнә торған бүлеге. □ Тригонометрия. Тура һыҙыҡлы тригонометрия. Тригонометрия өйрәнеу. ■ Ул [Емеш] алгебра, геометрия, тригонометрия дәрестәрен әҙәбиәт, тарих, истмат, диамат, политэкономия йәки тәбиғәт фәндәрен яратҡан шикелле ук бирелеп уҡый алмай. 3. Биишева. [Уҡытыусыларҙың береһе — Сәлихкә:] Беҙ инженерҙар сығармайбыҙ, һеҙ ниңә тригонометриялар менән йәштәрҙең башын ҡатыраһығыҙ? С. Агиш.
ТРИЕР [фр. trieur ‘сорттарға айырыусы’] (Р.: триер; И.: grain cleaner; T.: kalbur makinesi) и.
Игенде таҙартып, сортҡа айыра торған машина. □ Триер. Боҙолған триер. Орлоҡто триер менән таҙартыу. ■ Гөлкәй башындағы уңала төшкән ал яулығын ҡолаҡтары артына тартып бәйләгән һәм еңдәрен һыҙғанған, әле триер янына йугереп килә, әле келәткә инеп юғала. Ғ. Аллаяров. Крәҫтиәндәр таҙартылған, триерҙан уткәрелгән бойҙай, һололарҙы көн дә берәр ҡулға услап һоҡланып ҡуялар ҙа, аттары, угеҙҙәре янына сығып, уларҙың ябағаларын һыпырғылап ҡуялар. А. Таһиров.
ТРИКО [фр. tricot < tricoter ‘бәйләү’] (Р: трико; И.: tricot; T: triko) и.
1. Өҫкә кейем өсөн һырлап һуғылған йөн туҡыма. □ Трико. Ҡара трико. Костюм трикоһы.
2. Бәйләнгән туҡыманан тәнгә һылаштырып тегелгән спорт йәки театр кейеме. □ Трико. Трико кейеу. ■ [Ҡыҙ:] Тәнгә йәбешеп торған трико, майка-футболка кейеп, сәхнәгә сығып бейеугә кунегеп киттем. Н. Мусин.
Аяҡтағы резина итек һалҡын ысыҡтан ҡотҡарыр, трико тышынан кейелгән буҫтау салбар, куртка, ҡалын фуражка тәуҙә серәкәйҙән, аҙаҡ кугәуендән һаҡлар. Д. Шәрәфетдинов. Өҫтөнән трикоһын һалырға керешкән һылыу ҡатын, яуап көтөп, хәрәкәтһеҙ ҡалды. М. Садиҡова.
ТРИКОТАЖ [фр. tricoter ‘бәйләү’] (Р: трикотаж; И.: stockinet, hosiery; T: trikotaj) и.
1. Машина менән бәйләнгән туҡыма. □ Трикотаж. / Трикотажный. Трикотаж кулдәк. ■ Трикотаж фабрикаһы эшселәрен Өфөгә экскурсияға ебәрергә булғандар һәм автобусҡа заказ биргәндәр. Ғ. Хисамов. Трикотаж фабрикалары, ни эшләптер, халыҡтың был ихтыяжын иҫәпкә алмай, бутән нәмәләр етештереу менән мәшғул булды. М. Садиҡова.
2. йыйн. Шул туҡыманан тегелгән төрлө кейем. □ Трикотаж. Спорт трикотажы. ■ Улар [яңы мәктәп формалары ассортименты I араһында — малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн водолазкалар, әуҙем ял һәм физкультура өсөн трикотаж, шулай уҡ балаларға эске кейем. «Йәшлек», 26 июнь 2010.
ТРИКСТЕР [ингл. trickster ‘алдаҡсы’] (Р: трикстер; И.: trickster; T: hilekâr veya düzenbaz kimse) и. миф.
Хәйләкәр, шуҡ кеше йәки антропоморф хайуан (йыш ҡына тәртип ҡанундарына һыймаған эштәр башҡара). □ Трикстер. Трикстер образы. Мифологияла трикстер образының бирелеше. Трикстерҙы һурәтләу.
ТРИЛЛЕР [ингл. thrill ‘тулҡынланыу, ҡалтыраныу’] (Р: триллер; И.: thriller; Т: heyecanlı hikaye) и.
Тамашасыларҙа тулҡынланыу, ҡурҡыу тойғоһо уятҡан специфик саралар ярҙамында төшөрөлгән мажаралы фильм. □ Триллер. Триллер ҡарау. Триллер төшөрөу.
ТРИЛЛИОН [фр. trillion ‘өс миллион’] (Р: триллион; И.: trillion; T: trilyon) и.
Мең миллиардҡа тиң һан. □ Триллион. Триллион һум. Триллион доллар. ■ Улар [ғалимдар ] секунд һайын кеше мейеһенә донъя мәғлумәтенән 400 триллион фрагмент ки-
501