ТРИЛОГИЯ
леуен асыҡлай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2010. Федераль ҡаҙна сығымдарының яртыһы тиерлек — 4, 4 триллион һум — Пенсия фондын тулыландырыуға китәсәк. «Ағиҙел», № 2, 2010.
ТРИЛОГИЯ [гр. trilogia < tri ‘өс’ + logos ‘һүҙ’] (Р.: трилогия; И.: trilogy; T.: üçlü) и.
Бер үк авторҙың дөйөм идея һәм сюжет менән бәйләнгән өс әҫәре. □ Трилогия. Зәйнәб Биишева трилогияһы. Трилогияның беренсе китабы. И Трилогияға ингән романдар — сюжеты, композицияһы һәм, иң мөһиме, һурәтләнгән образдары менән уҙ аллы әҫәрҙәр. Ә. Вахитов. Нәжиб Асанбаев-тың да һикһән аръяғында драматик трилогия тыуҙырыуына һоҡланырлыҡ. Ф. Кузбәков. Трилогияла уҙҙәре айырым-айырым тамамланған хикәйә, хикәйәт, повесть булырлыҡ тарихтар урын ала. Г. Гәрәева.
ТРИМЕСТР [лат. trimestris ‘өс айлыҡ’] (Р.: триместр; И.: term; T.: üçay) и.
1. Өс айлыҡ ваҡыт. □ Триместр. Хеҙмәт триместры. Триместр буйына дауам итеу. Эште триместр эсендә тамамлау.
2. Юғары уҡыу йорттарында уҡыу йылының өстән бер өлөшө. □ Триместр (треть учебного года). Беренсе триместр. Уҡыу триместры. Икенсе триместрҙы тамамлау.
3. Өс айлыҡ йөклөлөк. □ Триместр (период беременности в три месяца). Я Ауырлы ҡатын-ҡыҙға (айырыуса беренсе һәм өсөнсө триместрҙа) ашау етмәһә, был уның ҡанында шәкәр кимәленең тубәнәйеуенә килтерә һәм баланың баш мейеһе эшмәкәрлегенә йоғонто яһай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2005.
ТРИММЕР [ингл. trimmer < trim ‘тәртипкә килтереү’] (Р: триммер; И.: trimmer; trim flap; trimming device; T: trimer) u.
1. авиа. Самолёт рулендә йәки элеро-нында нығытылған ҙур булмаған ярҙамсы яҫылыҡ. □ Триммер. Я [Акопян:] Әйләнеп ҡайтҡас, командирҙың технигына һәм уҙем-декенә триммерҙарҙың көйләнешен тикшерергә ҡуштым. А. Мағазов.
2. Газон ҡырҡҡыс. □ Триммер. Яңы триммер. Триммер менән улән сабыу. Триммер менән газон тигеҙләу.
3. Сәс алыу өсөн электр машинаһы.
□ Триммер. Триммер менән сәсте тигеҙләу. Һаҡал өсөн триммер.
ТРИО [ит. trio < лат. tria ‘өс’] (Р: трио; И.: trio; T: trio) и. му з.
1. Өс инструмент йәки өс тауыш өсөн яҙылған музыка әҫәре. □ Трио. Фортепьяно өсөн трио. Трио башҡарыу. Скрипка өсөн трио.
2. Өс башҡарыусынан торған ансамбль.
□ Трио. Ҡурайсылар триоһы. Баянсылар триоһы. Трио сығыш яһай.
ТРИОЛЕТ [ит. trio < фр. triolet] (Р: триолет; И.: triolet; T.: sekiz mısralı ve iki uyaklı kıta) и. әҙ.
Һигеҙ юллы шиғыр. □ Триолет. Триолет яҙыу. Триолеттарҙан торған йыйынтыҡ. Триолет оҫтаһы.
ТРИПЛАН [лат tria ‘өс’ + planum ‘яҫылыҡ’] (P: триплан; И.: triplane; T: üst üste üç kanatlı uçak) и. авиа.
Бер-береһенә параллель урынлашҡан өс ҡанатлы самолёт. □ Триплан. Триплан төҙөлөшө. Трипланда осоу. Триплан пилоты.
ТРИППЕР [нем. Tripper] (Р: триппер; И.: blennurethria; T: belsoğukluğu) и. мед.
Гонококтан барлыҡҡа килеп, бәүел юлын эренләтә торған венерик ауырыу; гонорея.
□ Триппер. Ҡатмарлашҡан триппер. Ректаль триппер. Триппер симптомдары.
ТРИПТИХ [гр. triptychis ‘өскә бөкләнгән’] (Р: триптих; И.: triptych; T: üç parçalı tablo) и.
1. Дөйөм идея һәм сюжет менән бәйле өс һүрәттән торған сәнғәт әҫәре. □ Триптих. Триптих төшөрөу. Сәскәләр триптихы. Я Башҡорттоң иң арҙаҡлы шәхестәрен, башҡорт рухиәтенә, мәҙәниәтенә йоғонтоһо ҙур булған Пушкин, Толстой кеуек генийҙарҙы һурәтләгән «Мираҫ», «Ер рухы», «Ҡымыҙ» тип аталған картиналарҙан торған был триптих Салауат Юлаев исемендәге дәуләт премияһына лайыҡ булды. «Йәшлек», 17 июнь 2008.
2. Дөйөм фекер менән бәйле өс шиғырҙан торған әҙәби әҫәр. □ Триптих. Триптих ижад итеу. Триптих яҙыу. Я Триптих бербер артлы, бер-береһенә терәлеп торорға
502