Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 506 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТРУБКА
ҡыртып, барабансылар барабан ҡаҡты. Ғ. Лоҡманов. Трубач ҡапыл тревога уйнаны. Б. Хәсән.
ТРУБКА [рус.] (Р.: трубка; И.: receiver; T.: tüp) и.
1. Бәләкәй тар торба, ҡыуыш тар цилиндр; көпшә. □ Трубка. Рентген трубкаһы.
2. Телефон аппаратының тыңлау һәм һөйләү өсөн хеҙмәт иткән өлөшө. □ Трубка. Телефон трубкаһы. Трубканы һалыу. Трубканан ҡысҡырыу тауышы ишетелә. М Телефон шылтыраны. Майор трубканы кутәрҙе. Я. Хамматов. Трубкала Әҙелғужинаның борсоулы тауышы һағайырға мәжбүр итте. Т. Ғарипова.
3. һөйл. Кеҫә телефоны. □ Трубка (мобильный телефон). Трубканан һөйләшеу. Трубканы алмаштырыу.
ТРУБОПРОВОД [рус.] (Р.: трубопровод; И.: conduit; T.: boru hatı) и.
Шыйыҡлыҡ, газ һ.б. нәмәне алыҫҡа ҡыуыу өсөн бер-беренә тығыҙ итеп ялғап ҡуйған торбаларҙан яһалған ҡоролма; үткәргес. □ Трубопровод. Трубопровод ут-кәреу. ■ Тап бына ошондай бер ҡатмарлы трубопроводтар системаһы буйлап синтетик спирт заводына арзанлы нефть газының килеуен Нәуфәл белмәй ине әле. Ә. Байрамов.
ТРУППА [фр. troupe ‘халыҡ төркөмө’] (Р: труппа; И.: troupe; T: trup) и.
Бер театр йәки циркта эшләгән артистар төркөмө. □ Труппа. Театр труппаһы. Опера труппаһы. ■ Яңыраҡ төҙөлгән цирк бинаһында башҡорт милли цирк труппаһын ойоштороу маҡсатында асыласаҡ студияға уҫмер малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡабул ителә ине. М. Садиҡова. Шул көндәрҙә генә Хәйриә йәмғиәте саҡырыуы буйынса Ҡаҙандан килгән «Сәйяр» театр труппаһы уның [Ғаяз Исхаҡиҙың] «Зөләйха» әҫәрен сәхнәлә курһәтте. Р. Байымов.
ТРУСИК (трусигы) [ингл. trousers ‘салбар’] (Р: трусы; И.: panty; shorts; T.: külot) и.
Йоҡа материалдан тегелгән ҡыҫҡа ыштан. □ Трусы, трусики. ■ Пионерҙар, трусиктарҙан ғына ҡалып, кемуҙарҙан һыуға
һикерештеләр һәм өйрәк балалары кеуек йөҙә-сума һыу инергә тотондолар. 3. Биишева. Һыу буйында кук трусик кейгән балалар һыу инәләр. С. Агиш. Мөслим бер сынаяҡ сәй эсте лә, трусиктан ғына, тағы ла тышҡа йугерҙе. Р. Ғабдрахманов.
ТРЮК (трюгы) [фр. true ‘хәйлә’] (Р: трюк; И.: feat, stunt; T: trük) и.
1. Циркта, эстрадала: оҫта, эффектлы алым. П Трюк. Акробатик трюк. ■ Һыу уйнаҡлап, өйөрөлөп-өйөрөлөп аға, гуйә, елеп барышлай ул [кәмә] ҡапыл төрлө трюктар яһаған цирк аты инде. Д. Исламов. [Сәхи] хәрәкәттәрҙең еңелдәренән ауырҙарына ку-сә барып, аҙаҡ бер нисә акробатик трюк та яһап ташланы. И. Ғиззәтуллин.
2. кусм. Оҫта эшләнгән мутлыҡ; хәйләле, мәкерле эш-ҡылыҡ. □ Трюк. Дипломатик трюк. М Ҡаҙнабаев телендә әлеге алым бәләкәй генә «психологик трюк» тип атала. Д. Исламов. [Илһам:] Мине «эләктерер» өсөн уйлап сығарылған махсус трюкмы был? «Ағиҙел», № 1, 2013.
ТРЮКАЧ [рус.] (Р: трюкач; И.: stunt man; T: gösterici) и.
1. Трюктар яһаусы. □ Трюкач. Оҫта трюкач. Трюкач сығышын ҡарау. Трюкачтарҙы алҡышҡа кумеу.
2. кусм. Мәкерле эштәр ҡылыусы кеше. □ Трюкач. Трюкач ҡулына эләгеу. Трюкач булып сығыу.
ТРЮМ [гол. truirn] (Р: трюм; И.: hold, bulge; T: ambar) и.
1. Караптың төрлө нәмә тултыра торған иң аҫҡы ҡаты. □ Трюм. / Трюмный. Трюмға төшөу. Әйберҙәрҙе трюмға һалыу. Трюмдағы әйберҙәргә һыу уткән. ■ Ҡулға алынғандарҙың башҡаларын пароход трюмына килтереп яптылар. С. Поварисов. Африка-нан Төньяҡ Америкаға һаҫыҡ карап трюмында килтереп ҡоллоҡҡа һатылған, ҡара тәнле халайыҡтарҙы алдынғы милләттәр сафына сығарыу өсөн яратылған бөҙрә сәсле уҫмер ҡарауылсыларҙың сыбыртҡы менән туҡмауҙарынан Миссисипи буйында йән бирҙе. Б. Рафиҡов. Ҡыҙҙарҙың тып-тып аяҡ тауыштары ишетелгәндә, Свет-
506