ТУБАЛ
лин ҡайҙандыр бензин табып алып килде, палубаға, трюмдағы бойҙайға бензин һипте. И. Абдуллин.
2. Сәхнә аҫтындағы урын. □ Трюм. / Трюмный. Трюмда шатлыҡлы тауыштар ишетелде.
ТРЮМО [фр. trumeau ‘аралыҡ’] (Р.: трюмо; И.: console-mirror; T.: boy aynası) и.
Ғәҙәттә, аралыҡтағы иҙәнгә баҫтырып ҡуйыла торған бейек ҙур көҙгө. □ Трюмо. Трюмо ҡуйыу. Трюмоға ҡарау. В Нәфисә етеҙ генә тороп, приёмныйҙа уҙе өсөн алдыртҡан трюмо ҡаршыһына барып баҫты. Д. Бүләков. [Илһөйәр] ауырлыҡ менән тороп, ишек яҡ стенаны биләгән трюмо ҡаршыһына барып баҫты. X. Тапаҡов.
ТРЮФЕЛЬ [ит. tartuffo < лат. tuber ‘бүлбе’] (Р.: трюфель; И.: truffle; T: yer mantarı) и.
1. Бүлбе һымаҡ ер аҫты бәшмәге (деликатес һанала). □ Трюфель. / Трюфельный. Трюфель бәшмәге. Трюфель майы. Трюфел-дән әҙерләнгән аш тәмләткес.
2. Кәнфит төрө. □ Трюфель. / Трюфельный. Трюфель кәнфиттәр. Трюфель ҡабы.
ТСС (Р.: тсс; И.: shh; T: şiişt!) ымл.
Шауламаҫҡа, шым булырға ҡушҡанда әйтелә. □ Тсс (междометие, употребляемое в значении призыва к тишине). Тсс, шауламағыҙ. Тсс, имтихан бара. Тсс, әйҙә ҡасайыҡ.
ТУАЛЕТ [фр. toilette < toile ‘туҡыма’] (Р: туалет; И.: dress; toilet; T: kıyafet) и.
1. Өҫ кейеме (куберәк — ҡатын-ҡыҙҙыҡы). □ Туалет. / Туалетный. Юл туалеты. Ҡатын-ҡыҙ туалетына кулдәк, шарф, плащ, эшләпә инә.
2. Көҙгөлө бәләкәй өҫтәл. □ Туалет. / Туалетный. Туалет янында биҙәнеу.
3. Кейенеү, йыуыныу, биҙәнеү, сәс тарау һ.б. кеүек эштәр. □ Туалет. / Туалетный. Иртәнге туалет. Киске туалет. ■ Егеттәр һаҡал-мыйыҡ ҡырыуҙы белмәйҙәр әлегә, иртәнге туалеттары оҙаҡҡа һуҙылмай. А. Мағазов. Гөлгөнә алмаш кулдәк тә туалет кәрәк-яраҡтары ғына алған булып сыҡты. Д. Исламов.
4. ҡар. бәҙрәф. Туалетҡа барыу. Туалет булмәһе. ■ Кеше мыжғып торған коридорҙа илап ебәреуҙән ҡурҡып, егет тиҙ генә туалет булмәһенә инеп йәшенде. Б. Рафиҡов. Кыҙ-ҡырҡын, танауҙарын ҡулъяулыҡ менән баҫып, туалет булмәһенә ташланды. Й. Солтанов.
ТУБА I (Р: воронка (на дне реки); И.: whirlpool; T: longuz) и. диал. ҡар. сөмгөл.
Төбө соҡорланып ятҡан тәрән һыулы урын. □ Воронка (на дне реки); омут. Тубаға эләгеу. Тубаға яҡын барыу. Йылға уртаһындағы туба.
ТУБА II [рус. < лат. tuba] (Р: туба; И.: tuba; T: tuba) и. муз.
Иң түбән яңғырашлы тынлы еҙ музыка ҡоралы. □ Туба. Тубала уйнарға өйрәнеу.
ТУБАЛ I (Р: кузов; И.: basket; T: sepet) и.
Ҡабыҡтан киң һәм түңәрәк йәки оҙонса итеп яһалған һауыт. □ Кузов; лукошко. Бер тубал бойҙай. Бер тубал йомортҡа. ■ Курәм кеуек мин дә: боронғолар, аҫып орлоҡ тулы тубалын, сафҡа баҫып баҫыу эргәһендә аҡһаҡалдыц тыңлай теләген. Р. Бикбаев. [Аттарҙың] ҡойроҡтарына дегәнәк һырығанлыҡтан, тубал тағып ебәргән һымаҡ. Ж. Кейекбаев. Кәкре ағасҡа еткәс, бабай, тубалын алып, арҡаһына аҫты. М. Кәрим.
♦ Тубалдай (йәки тубал кеүек) булыу
1) арыуҙан аң-фекер томаланыу, бер ни уйларлыҡ хәлдә булмау. □ Уставать, быть не в состоянии думать. ■ Быларҙың барыһынан Сергейҙың башы тиҙҙән тубалдай булды. И. Абдуллин. Баш тубал кеуек, куҙ-ҙәргә ҡурғаш тултырғандармы ни — ҡабаҡтарҙы кутәрермен тимә. Т. Ғарипова;
2) шешеп ҙурайыу. □ Увеличиваться, расти (от воспаления). М Куҙыйкурпәстең яраһы уңалырлыҡ тугел, бото тубалдай булып шеште. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ТУБАЛ II (Р: опухоль мужских половых желёз; И.: kind of tumour; T: bir tür şişkinlik) и. мед.
Аталыҡ биҙендә була торған шешек. □ Опухоль мужских половых желёз. Тубал булыу. Тубалдан дауа.
507