ТУБЫРЛАУ
ТУБЫҠЛАНДЫРЫУ (тубыҡландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. тубыҡланыу, понуд. от тубыҡланыу. ■ Ике казак Өмөтбайҙы яурынынан баҫып тубыҡландырҙылар. Б. Хәсән. Хул-хаш, һауала арҡыс-торҡос билдәләр һыҙып, ҡартты тубыҡландырҙы. Б. Рафиҡов.
ТУБЫҠЛАНЫУ (тубыҡлан ) (Р.: стано виться на колени; И.: kneel; T.: dizlenmek) ҡ.
1. Тубыҡты сәнсеү; йөгөнөкләү. □ Становиться на колени; стоять на коленях. Тубыҡланып ултырыу. Тубыҡланып тороу.
■ Тамағы кибеп хәле бөткән Сергей, аҡты-ҡараны абайламайынса, станға килеп етеу менән бейек ҡарағастың куләгәһенә инде һәм таштар араһынан урғылып сыҡҡан шишмәгә, тубыҡланып, башы менән һыйынды. А. Абдуллин. Өй хужаһы, иҙәндә тубыҡланып, ҡоштабаҡта нимәлер йыуып мәшәҡәтләнә. Яр. Вәлиев. Атаһынан рөхсәт алғас, йола ҡушыуы буйынса, Ҡаһым тубыҡланды. Я. Хамматов.
2. кусм. Баш эйеү, теҙ сүгеү, йөгөнөү. □ Покоряться кому; преклонить колени перед кем. Дошман алдында тубыҡланмау.
■ [Зәлифә:] Их, Айбулат, йәнем! Бер нәмәгә лә ҡарамай ҡайтып, тубыҡланып, ки-сереуеңде ялбарырға кәрәк булған да бит. «Ағиҙел», № 7, 2013. Шафиҡ тубыҡланып, инәлеп-ялбарып ҡараған, тегеһе [еңгәһе] инде әйләнеп тә ҡарамаған. И. Ноғманов.
ТУБЫҠЛАУ (тубыҡла-) (Р: мотать пряжу на мотовило; И.: wind yarn; T: ipliği sarmak) ҡ. диал. ҡар. аяҡлау.
Сиратҡан епте, йөндө тубыҡҡа, кәләпкә һалып урау. □ Мотать пряжу на мотовило. Йөн тубыҡлау. Епте тубыҡлап алыу.
ТУБЫҠСА (Р: наколенник; И.: kneepad; T.: dizlik) и.
Теҙ һаҡлағыс. □ Наколенник. Тубыҡса кейеу. Тубыҡтарҙы тубыҡса менән һаҡлау.
ТУБЫЛҒЫ (Р: таволга; И.: spiraea; Т: keçisakalı) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, ялан яҡта үҫә торған аҡ сәскәле, ваҡ япраҡлы, ҡара ҡабыҡлы ваҡ ағас. □ Таволга (лат. Filipendula). Тубылғы тамыры. Тубылғы сәскәһе. ■ Тубылғы ла ағас ҙур булмаҫ, тубылғы ла утә юл булмаҫ. Халыҡ йырынан. Са
лауат батыр ир ине, тубығына тун тейһә, тубылғы ағас, тир ине. Бәйеттән.
ТУБЫЛҒЫЛЫҠ (тубылғылығы) (Р: место, заросшее таволгой; И.: spiraea growth; T: keçisakalı bol olan yer) и.
Тубылғы үҫкән урын. □ Место, заросшее таволгой, таволожником. М Сәҙе генә буйы — тубылғылыҡ, тубылғынан ситән урмәнек. Халыҡ йырынан.
ТУБЫЛҒЫУ (тубылғы-) (Р: разрастаться; И.: run wild; T: dallanıp büyümek) ҡ.
Бейек ҡуйы булыу (уҫемлеккә ҡарата). □ Разрастаться (о густой и высокой траве). Ҡый уләндәре тубылғып уҫкән. Тубылғып уҫкән улән. М Туғай, яландарҙа тубылғып йәш улән уҫә, йәшел кейемен ябынған урмандарҙа мең төрлө ҡоштар куңелле сырҡылдаша, төрлө татлы еҫтәр аралашҡан һауаның иң шифалы сағы. Н. Мусин.
ТУБЫР I (Р: желвак; И.: tumour; hard carcinoma; T: yumru) и. вет.
1. Күп йөрөгәндән хайуандарҙың табанында барлыҡҡа килгән ауыртыу, ҡаты шешек (аяҡҡа ҡарата). □ Желвак (у животных). Тубыр булыу. ■ Ялбыр-ялбыр ялдарыңды уҡалармын, юрғам, тубыр-тубыр тояғыңды дағалармын, юрғам. Халыҡ йырынан.
2. Тирләгән атты һыу эсереү йәки ашатыуҙан барлыҡҡа килгән ауырыу. □ Болезнь лошадей, вызванная поением или кормлением их в разгорячённом состоянии. Атты аҙыраҡ ял иттермәй һыу эсерһәң, тубыр булыр.
ТУБЫР II (Р.: звукоподражание падению твёрдых крупинок чего-л:, И.: sound imitation word; T: tak tak) оҡш.
Йомро ҡаты нәмәләр бер-бер артлы төшөп киткәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Звукоподражание падению твёрдых крупинок. Тубыр итеп ҡойолоу. Алмалар ағастан тубыр итеп ҡойолалар.
ТУБЫРЛАУ I (тубырла-) (Р: натрудить ноги (долгой ходьбой); И.: overwork one’s legs; T: ayakların yorulması) ҡ.
Күп йөрөп, табан ауыртып, баҫа алмаҫ булыу; тубыр булыу. □ Натрудить ноги (долгой ходьбой). Эштән һуң аяҡтар тубырлау.
509