ТУБЫРЛАУ
■ [Солтанмәхмут — хужаға:] Былай ҙа шул һинең йунһеҙлегең арҡаһында тубырлап, тубыҡ быуындары шешә башлаған бит инде. Р. Өмөтбаев. Ә бына тубырлап аяҡһыҙ ҡалһаң инде — тфу, һалдат тугелһең, тере имгәкһең! Ә. Хәкимов.
ТУБЫРЛАУ II (тубырла-) (Р.: падать твёрдыми крупинками; И.: onomatopoeic verb; T.: tak tak etmek) ҡ.
1. Тубыр-тубыр итеү, тубыр-тубыр килеү. □ Падать твёрдыми крупинками. Тубырлап төшөу. Тубырлап сәтләуек ҡойолоу. Аяҡ аҫтында картуф тубырлап ята. ■ Ағас һелкенгән ыңғайға япраҡ остарында ынйы һымаҡ булып эленеп торған ямғыр бөрсөктәре тубырлап өҫкә тугелә, елкәгә төшөп сирҡандыра. Ж. Кейекбаев.
2. Ҡаты бөртөк булып ыуалыу. □ Крошиться, рассыпаться на кусочки. Тубырлап торған кумәс. Тубырлап торған балсыҡ.
ТУБЫРЛАШЫУ (тубырлаш-) ҡ. урт. ҡар. тубырлау II. взаимн. от тубырлау II. Балалар тубырлашып йөрөйҙәр. Тубырлашып ҡайтып инделәр. Тубырлашып ҡойолоу.
■ Автобус туҡталышы булған ауылға инеп килгәндә, артыбыҙҙан, йылҡы өйөрө сапҡандай тубырлашып, 20-25-ләп һалдат ҡыуып етте лә уратып алды. «Ағиҙел», №6, 2013.
ТУБЫРСЫҠ (тубырсығы) (Р: шишка;
И.: cone; T: kozalak) и.
Ағастың ҡабырсаҡланып, ҡатланып торған орлоҡ көбө. □ Шишка. Ерек тубырсығы. Шыршы тубырсығы. Ҡарағай тубырсығы. ■ Был юлы ла Сыбарҡай ҡуйы энәләр араһынан өҙөлөп төшмәй ҡалған бер тубырсыҡ тапты һәм уның майлы орлоҡтарын тәмләп-тәмләп супләргә тотондо. Ғ. Хисамов. Ел әллә ни көслө булмаһа ла, ни эшләптер, ҡарағай башынан ергә тып итеп тубырсыҡ атылып төштө. М. Тажи. Ергә сәселергә өлгөргән тубырсыҡтарҙан йәш ҡарағайҙар уҫәсәк. Б. Рафиҡов.
ТУБЫРСЫҠЛАНЫУ (тубырсыҡлан ) (Р: образовывать шишки (о дереве); И.: form cones; T: kozalak oluşmak) ҡ.
Тубырсыҡлыға әйләнеү, тубырсыҡлы булыу. □ Образовывать шишки (о дереве).
Ҡарағай тубырсыҡланған. ■ Шыршы менән ҡарағай куптәнән сәскәләнеп, тубырсыҡлана ла башлаған. Я. Хамматов.
ТУБЫР-ТУБЫР (Р: звукоподражание многократному падению твёрдых крупинок; И.: sound imitation word; T: tak tak) оҡш.
Йомро ҡаты нәмәләр ҡабат-ҡабат бер-бер артлы төшкәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Звукоподражание многократному падению твёрдых крупинок. Тубыр-тубыр итеу. Тубыр-тубыр итеп ҡалыу. Тубыр-тубыр бәрелеу. Тубыр-тубыр ямғыр яуыу. ■ Баҙарҙа оҙаҡ тороп аяҡтары туңған бер нисә кеше, тубыр-тубыр йугерешеп, уҙ йөктәре тирәһенә өйөлдө. Р. Өмөтбаев.
ТУБЫРҺЫУ (тубырһы-) (Р: натрудить ноги; И.: overwork one's legs; T: ayakları yormak) ҡ.
Күп йөрөгәндән табан ауыртып, баҫа алмаҫтай булыу. □ Натрудить ноги. Аяғым тубырһып китте. Тубырһып киткәнсе эшләгән.
ТУВА (Р: тувинец; И.: Tuvinian; T.: Tuvali) и. этн. ҡар. тыва.
Туваның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (төрки телдәрҙең береһендә һөйләшә). □ Тувинец. / Тувинский. Тува халҡы. Тува телендә һөйлә-шеу. Тува телен өйрәнеу.
ТУВАСА (Р: по-тувински; И.: in Tuvinian; T.: Tuvaca)/?. ҡар. тываса.
1. Тува телендә. □ По-тувински. Туваса һөйләшеу. Туваса аралашыу. Туваса йырлау.
2. Тува халҡына хас рәүештә. □ По-тувински, как тувинцы. Туваса кейенеу. Тува-са бейеу.
ТУГРИК (тугригы) [монг.] (Р: тугрик;
И.: tugrik; T: tögrög) и.
Монголияның аҡса берәмеге. □ Тугрик (денежная единица Монголии). Ун тугрик. Ете мең тугрик тороу. Өс мең тугрикҡа дәфтәр алыу.
ТУҒАҘАҠ (туғаҙағы) (Р: дрофа; И.: bustard; T: büyük toy kuşu) и.
1. зоол. Оҙон, көслө аяҡлы, оҙон муйынлы, ҡыҫҡа суҡышлы, страусҡа оҡшаған бәләкәй генә ҡош (ауыр оса, шәп йугерә, уҫемлек һәм ваҡ хайуандар менән туҡлана, ауырлы-
510