ТУҒАН
гы 16 килограмға етә). □ Дрофа. / Дрофиный (лат. Otis tarda). Туғаҙаҡ йомортҡаһы. ■ Туғаҙаҡ менән сел, ҡорҙар бала сығарып, тул йәйеп, балалары ҡош булып, уҙ алдына осҡан. «Урал батыр». Был шоңҡар, шул тиклем типкес булып, бөтә ҡаҙ, туғаҙаҡ, торна һәм бутән төрлө йәнлекте ҡалдырмай тибә торған булған, ти. «Заятүләк менән һыуһылыу».
2. миф. Ырыу ҡошо, тотем. □ Дрофа (тотемная птица). Туғаҙаҡ — изге ҡош.
ТУҒАЙ (Р.: пойменный луг; И.: bottomkind meadow; inundation meadow; T.: çayır) и.
1. Iiыу буйы ағаслығындағы асыҡ ер; аклан, болон. □ Пойменный луг. Ҙур туғай. Туғай сәскәләре. М Иң куркәм заман Дим туғайында бесән йыйылып бөткәс килә. М. Кәрим. Туғайҙарҙа, әсеп кутәрелгән ҡамыр кеуек купереп, ҡалын улән уҫә. Яр. Вәлиев. Димдә тыуҙым, Димдә уҫтем, еләк йыйҙым туғайҙа. Халыҡ йырынан.
2. диал. Ғәҙәттә, дымлы, уйпат ерҙә үҫкән ваҡ ҡыуаҡлыҡ; әрәмә. □ Кустарник в поймах рек; урема. Туғай утыны. Туғай ағасы. Туғай еләге. Ш Унан туғайҙағы бөтә ҡоштар уға [Ҡыҙырасҡа] ҡушылып һайрай башланы. 3. Биишева. Туғайҙағы әрәмәлектә өҙөп-оҙоп һандуғастар һайрай. Р. Ғабдрахманов. Ауылды уҙғас, йылға туғайҙар буйлап, эре-эре ялбыр тирәктәр төбөнән талғын ғына аға башлай һәм, әрәмә араларында айырсалар яһап, ҡолаҡтарға буленеп китә. А. Карнай.
ТУҒАЙЛЫҠ (туғайлығы) и. ҡар. туғай. Туғайлыҡта еләк йыйыу. ■ Ҡасандыр ҡурай моңо менән аттар бышҡырыуын ғына ишеткән туғайлыҡтарҙа ҡуйы ҡара төтөн борҡотҡан заводтар хасил булған. И. Абдуллин. Ҡыҙ кешенең тауышы Аҡнөгөш буйына, тауҙар өҫтөнә, туғайлыҡтарға таралып, сылтыр-сылтыр сыңлап кире ҡайта. Д. Бүләков. Туғайлыҡтар яһап тын ғына аҡҡан Димдең ситендә томбойоҡтар уҫә, яр буйында тал, ҡарама, муйылы ла бар. Н. Ҡотдосов.
ТУҒАЙ СӘПСЕГЕ (Р: желтоспинная трясогузка; И.: wagtail; species; T.: bir tür kuş) и. зоол.
Башы, елкәһе һары, ҡанаттары, ҡойроғо аҡ һыҙыҡлы ҡара көрән, арҡаһы, кәүҙәһенең аҫ яғы һары һыу буйындағы болонлоҡтарҙа, туғайҙарҙа, батҡыл урындарҙа йәшәгән, бөжәктәр менән туҡланған, турғайҙан бәләкәйерәк күсмә ҡош. □ Желтоспинная трясогузка (лат. Motacilla lutea). К Туғай сәпсеге башҡа сәпсектәрҙән һырты һары булыуы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
ТУҒАЙ ТУРҒАЙЫ (Р: дроздовидная камышёвка; И.: great reed warbler; T.: bir tür kuş) и. зоол.
Сыйырсыҡ ҙурлығындағы ҡара көрән һыртлы, кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ күсмә ҡош. □ Дроздовидная камышёвка (лат. Acrocephalus arundinaceus). Я Туғай турғайы ояһын кәрзинкәгә оҡшатып, ҡамыш һабаҡтарында урә. Э. Ишбирҙин.
ТУҒАН I (Р: родственник; И.: relative; relation; T.: akraba) и.
1. Ҡан ҡәрҙәш. □ Родственник. Ир туған. Ҡыҙ туған. Яҡын туған. Бер туған. Ике туған. Я Әхмәдулла мулла менән Сәлимәнең әсәһе бер туған. А. Карнай. Хәсән менән Сәлмән Юлдаштың ҡартатаһы менән бер туған бабайҙары ине. 3. Биишева. • Ир туғаны — ишек төбөндә, ҡатын туғаны — ҡаҙан янында. Әйтем.
2. кусм. Яҡын иптәш, дуҫ. □ Близкий друг. Я Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк! М. Аҡмулла.
3. диал. Ҡусты йәки һеңле. □ Брат или сестра. Я [Хәмит:] Сәлих туған, Роза килен, тип әйтәйемме, ҡәрендәш, тип әйтәйемме, минең был һуҙҙәрҙе өҙлөкһөҙ йыйылыш ут-кәргән кешенең телмәр өсөн сарланып бөткән тел уйнатыуы тип аңламағыҙ. С. Агиш.
4. Үҙеңдән йәш кешегә мөрәжәғәт һүҙе. □ Браток, братишка (обращение к мужчинам моложе)’, сестричка, сестрёнка (обращение к женщинам моложе). Туғаным, тыңла әле! Туғаным, алып бир әле. Туғаным, һиңә әйтәм.
ТУҒАН II (Р: родной; И.: native; Т.: yakın) с.
Күңелгә яҡын, үҙ; ҡәҙерле. □ Родной. Туған халҡым. Я Бейеште һәр ерҙә эҙләнеләр, хатта бер нисә тапҡыр эҙенә лә төштөләр,
511