ТУҒАНАЙ
әммә тота алманылар — сөнки ҡайҙа ғына бармаһын, уны туған халҡы йәшереп алып ҡалды. Я. Хамматов. Күңелебеҙҙә булды биргән антыбыҙ, уйыбыҙҙа булды туған халҡыбыҙ. М. Кәрим. Егет туйға ата-инәһен дә алып килергә тип ҡайтһа, туған ҡалаһы күрше батшалыҡ тарафынан емерелеп, халҡы ҡырылып бөткән, ти. Әкиәттән.
ТУҒАНАЙ (Р.: младшая сестра; И.: juni-our sister; T.: kız kardeş) и. диал. ҡар. һеңле.
Үҙеңдән кесе ҡыҙ туған. □ Младшая сестра, сестрёнка. Туғанайым ҡунаҡҡа килде. Туғанайымды һағындым. Туғанайым матур йырлай.
ТУҒАНДАР ҠӘБЕРЕ (Р.: братская могила; И.: mass grave; T: şehitlik) и.
һуғышта йәки ниндәйҙер бөйөк эш өсөн көрәштә һәләк булғандарҙың уртаҡ ҡәбере. □ Братская могила. Туғандар ҡәберендә ерләнгән. ■ Миллиондарҙың киҫелгән баштарынан «туғандар ҡәберҙәре» үҫәләр. Д. Юлтый.
ТУҒАНДАШ I (Р: родственный; И.: brotherly; relative; T.: kardeş) с.
1. Дуҫлыҡ, яҡынлыҡ хисе менән бәйле, мәнфәғәттәре уртаҡ булған. □ Родственный; братский. Туғандаш телдәр. Туғандаш халыҡтар. ■ Конференц-залда шығырым тулып ултырған студенттар шағирҙыц әцгәмәһен туғандаш ил халҡы тормошон, бөйөк үҙгәрештәрҙе яҡшыраҡ белеү ниәтендә тыцлаһалар, Тацһылыу үҙе өсөн донъяла иң яҡын кешеһе хаҡында ишетеү теләге менән янып ултырҙы. М. Садиҡова. Беҙ әле башҡорт халҡы тип аталған үҫәргәндәр-ҙең, бөрйәндәрҙең, түңгәүерҙәрҙең, әүәл сармат тип исемләнгән юрматыларҙың һәм башҡа туғандаш ил-күстәрҙең булмышы, киләсәге хаҡында һойләшәбеҙ. Б. Рафиҡов. [Мәржәни — Аҡмуллаға:] Туғандаш халыҡтарҙың әҙәбиәтен үҫтереү буйынса башҡарған хеҙмәтегеҙ өсөн үҙегеҙгә рәхмәт, хәҙрәт. Я. Хамматов.
2. Дуҫлыҡ хисе менән бәйле, мәнфәғәттәре уртаҡ булған. □ Породнённый; ставший побратимом. Туғандаш ҡалалар. Туғандаш республикалар.
ТУҒАНДАШ II (Р.: родственник; И.: relative; T.: öz, akraba) и. диал. ҡар. туған.
Туған (1) тейешле кеше. □ Родственник. / Родственный. Туғандаш кеше. Атаһы менән бер туғандаштың улы. ■ [Ләйлә — Данил-ға:] Ул [Миңлеғәле] — минең ике туғандаш ағайым! Я. Хамматов.
ТУҒАНДАШЛЫҠ (туғандашлығы) (Р: братство; И.: fraternity; T.: birlik) и. юғары.
1. Туғанлыҡ, яҡынлыҡ хисе менән бәйле, мәнфәғәттәре уртаҡ булған. П Братство, содружество; побратимство. / Братский. Республикалар туғандашлығы. Туғандашлыҡ хистәре. Туғандашлыҡтың ҡәҙерен ауырлыҡ килгәндә нығыраҡ тояһың икән.
2. Ҡан ҡәрҙәшлек, туғанлыҡ. □ Родственность, родство. Телдәрҙең туғандашлығы.
ТУҒАН КӨН (Р: понедельник; И.: Monday; T: Pazartesi) и. диал. ҡар. дүшәмбе.
Аҙнаның беренсе көнө. □ Понедельник. Юлға туған көн сығырға һөйләштек.
ТУҒАНҠАЙ (Р.: родимый; И.: dear; my (good) man; T: kardeşim) и.
1. ирк. Ҡан ҡәрҙәшеңә, туғаныңа (ҡустыңа йәки һеңлеңә) яҡын итеп өндәшеү һүҙе. □ Родимый, милый, любезный. ■ Әйҙә, Әнисә туғанҡайым, урамға сығып киләйек. Ф. Ғәлимов. [Әлфиә — Азатҡа:] Ә беҙ һинең менән бер кем алдында ла ғәйепле түгел, туғанҡайым. И. Абдуллин.
2. Үҙеңдән бәләкәй йәки тәжрибәһе аҙыраҡ булған кешегә өндәшеү һүҙе. □ Братец, дружище, дружок (слова обращения, когда говорящий хочет подчеркнуть своё старшинство или превосходство в опыте, уме). ■ [Бәкер Шәрипович:] Туғанҡайым, күпме һинең менән шөғөлләнергә мөмкин? В. Исхаҡов. [Фәтихов — Вәсилгә:] Туғанҡайым, һин һаман да һаҡһыҙ ҡыланаһың, насар конспираторһың. И. Абдуллин. Мөхәббәт — уйын эш түгел ул, туғанҡай, уның өсөн берәүҙәр утҡа инә, икенселәр һыуға төшә. Ғ. Аллаяров.
ТУҒАН-ҠӘРҘӘШ (Р: родственники; И.: relatives; T: akrabalar) и. йыйн.
Алыҫ һәм яҡын туғандар; туған-ырыу; нәҫел-нәсәп. □ Родственники, родня; братья
512