ТУҒЫҘАРЛАП
на туғыҙар һумдан булешеу. ■ Өфөлә тимер юл станцияһындағы мөһабәт вокзалды, туғыҙар, ун алтышар ҡатлы йорттарҙы кургәс, Фазиланың ағаһы бөтөнләй шаҡ ҡатты. В. Исхаҡов.
ТУҒЫҘАРЛАП (Р.: по девять; И.: nine each; T.: dokuzar) бул. һ.
Туғыҙар итеп, туғыҙ иҫәбенән. □ По девять, девятками. Кисен дежурға туғыҙар -лап сығырға кәрәк: өс урамға өсәрләп буле-нәһең дә, тиҙ ҙә, уңайлы ла була.
ТУҒЫҘАУ (Р.: девятеро; И.: nine; T.: dokuz) йый. һ. диал.
Туғыҙ кеше йәки нәмә. □ Девятеро. Бишәу ултыра, дуртәу баҫып тора, йәмғеһе туғы-ҙау була. И [Әнисә — балаларына:] Беҙ туғыҙау уҫтек, бер ҙә генә усегешмәй торғайныҡ. Ф. Сәлимова.
ТУҒЫҘАУЛАП (Р: вдевятером; И.: nine together; T: dokuzu bir arada) р. диал.
Туғыҙ кеше бергә. □ Вдевятером. Туғы-ҙаулап донъя ҡыҙырып йөрөп ятабыҙ.
ТУҒЫҘАУЛАШЫП (Р: вдевятером; И.: nine together; T: dokuzu bir arada) р. диал.
Туғыҙ кеше бергәләшеп. □ Вдевятером. Туғыҙаулашып эшләу. Туғыҙаулашып йөрөмәгеҙ. Һигеҙәуләшеп киттеләр, туғыҙаулашып ҡайттылар.
ТУҒЫҘЛАП (Р: около девяти; И.: around nine; T: dokuz civarında) сама һ.
Туғыҙ тирәһе, туғыҙға яҡын. □ Около девяти. Туғыҙлап бар ине. Туғыҙлап кеше.
ТУҒЫҘЛАТА (Р: в девять раз; И.: ninefold; T: dokuz kere) p.
Туғыҙ тапҡыр. □ В девять раз. Туғыҙлата артыҡ. Туғыҙлата ҡайтарыу.
ТУҒЫҘЛЫ (Р: девятый; И.: nineth; Т: dokuzlu) с.
Үлсәме туғыҙ берәмеккә тиң. □ Девятый (по размеру). Туғыҙлы калуш. Туғыҙлы шәм. ■ Ленин юлына тоғролоҡ васыятын, туғыҙлы салғыһын, әсәйемде, дурт һеңлемде миңә — оло балаһына ҡалдырҙы ла донъя ҡуйҙы [атайым]. А. Мағазов.
♦ Утыҙ (йәки ҡырҡ, туҡһан) туғыҙлы иҫәр, иҫәүән, аҡылһыҙ. □ Глупый. ■ Кем булһын, билдәле инде, Моратша байҙың утыҙ туғыҙлыһы! Һ. Дәүләтшина. Фәтихов
йөрөшөн дә уҙгәртергә тырышты, .. тубыҡтарын бөгә төшөп, киң-киң атланы, ҡулбаштарын бәуелдерҙе, өҫкә йәки ситкә ҡарағанда бер куҙен ҡыҫа төшөп, ауыҙын асты, ҡолаҡ артын, ҡорһағын ҡашып алды — бына хас «утыҙ туғыҙлы» кеше инде. И. Абдуллин. Һис юҡтан уның мине аҡылына зәғифлек килгән бисә, йәғни алйот тип иҫәпләуе өсөн рәнйеуҙән уға: «Һин уҙең туҡһан туғыҙлы ғына ҡарсыҡ!..» — тип сәпәп сығырға уйлағайным да, мәктәптә уҡыған саҡта бер уҡытыусыбыҙҙың әйткән һуҙҙәрен хәтерләп, телемде арҡыры тешләнем. М. Садиҡова.
ТУҒЫҘЛЫ БИҘӘК (биҙәге) (Р: девятка; И.: nine (kind of pattern); T: bir desen) и.
Шәл бәйләгәндә һалына торған биҙәк.
□ Девятка (узор на шали). Туғыҙлы биҙәк ҡуйып шәл бәйләу.
ТУҒЫҘ Л ЫҠ (туғыҙлығы) (Р: девятка;
И.: nine; T: dokuzlu) и.
1. кәрт. Туғыҙ бер төрлө тамға төшөрөлгән ҡатырға киҫәгенән торған кәрт уйыны әйбере. □ Девятка (игральная карта). Туғыҙлыҡты унан ҙурыраҡ кәрт менән генә ябып була.
2. Нимәнеңдер туғыҙ бүлеме булып, шуның туғыҙынсыһы. □ Девятка. ■ [Юлай] ҡулына бирелгән өс патрон пуляһының ике-һен сәп уртаһына, береһен туғыҙлыҡҡа сәпәне. И. Ғиззәтуллин.
ТУҒЫҘ НӘҘЕР (Р: девять обетов; И.: sort of rite; T.: bir gelenek) и. миф.
Туғыҙынсы нәҙер менән бәйле йола. □ Девять обетов (ритуал, связанный с девятой клятвой). ■ Туғыҙ нәҙер әйтеп, ете быуын бергә йыйылып, туғыҙ һарыҡ ҡорбан салып, туғыҙ ҡаҙан аҫып йыйын уткәрә-ләр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТУҒЫҘТАҠТА (Р: ветреный; И.: flighty; T: hoppa) с. диал.
Еңел холоҡло. □ Ветреный (о характере). Туғыҙтаҡта булырға ярамай.
ТУҒЫҘЫНСЫ (Р: девятый; И.: ninth; T: dokuzuncu) рәт һ.
Урын тәртибе туғыҙ менән билдәләнгән.
□ Девятый. Туғыҙынсы булмә. Туғыҙынсы көн. Туғыҙынсы класта уҡыу. Туғыҙынсы
516